Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 15:32

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

#Ағиҙелжурналы

Йыл һайын 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 30 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы һәләк булды, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сикте һәм тылда аслыҡтан интекте, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт учреждениелары Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған саралар әҙерләне. Бында акция, флешмоб, видеопрезентация, сығыштарҙың трансляцияһы, видео яҙмалар һәм спектаклдәр, лекциялар һәм башҡа төрлө саралар күҙаллана. Эпидемиологик хәлгә бәйле сараларҙы онлайн режимда ойошторасаҡтар.
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан музейҙары яҡташ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында онлайн-дәрестәр тәҡдим итәсәк.
Республиканың Милли музейы 22 июндә “Хәтер. Музейҙар” тип аталған мемориаль интернет-акция үткәреүе тураһында хәбәр итә. Сарала республиканың дәүләт һәм муниципаль музейҙары ҡатнашасаҡ. Акция Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – Башҡортостандың ҡала һәм ауылдары кешеләре тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.
Онлайн-дәрестәргә баш һүҙ булып Роберт Рождественскийвың “Реквием. (Геройҙарға мәңгелек дан)”: Хәтерләгеҙ! Шиғирынан өҙөк торасаҡ.

Через века, через года, –
помните!
О тех,
кто уже не придет никогда, –
помните! Не плачьте!
В горле сдержите стоны,
горькие стоны.
Памяти павших будьте достойны!
Вечно
достойны!

Көн дауамында музейҙар онлайн-дәрестәрен үҙҙәренең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә һәм «YouTube» каналында #памятьмузеиРБ хештегы аҫтында баҫтырасаҡ.
Читайте нас: