Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 11:33

Башҡортостанда Еңеү парады үткәрелмәйәсәк

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 24 июндә илдә Еңеү парады уҙасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм билдәләү буйынса төп саралар планына үҙгәрештәр индерҙе.
Уға ярашлы, 24 июндә Мәскәүҙә Еңеү парады уҙарылған көндә Башҡортостанда парад һәм башҡа киң күләмле байрам саралары үткәрелмәй. Был республикалағы эпидемиологик хәл менән бәйле. Һуғыш ветерандары өсөн ҡала-райондарҙа уларҙың йәшәгән урыны буйынса шәхси парадтар ойошторола. Һуғыш ветерандары саҡырылған сараларҙы көҙ көнө үткәреү күҙаллана.
Хәрби парадтар башлыса хәрби дан ҡалаларында уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең йыллығы уңайынан Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"он ҡаршы алыу тантанаһы ойошторолдо, уны Мәскәүҙән республикаға мәңгелек һаҡлауға килтерҙеләр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: