Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 11:55

Учалы дауаханаһы маммограф менән тәьмин ителде

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Учалы район дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үтә әһәмиәтле булған маммограф та бар хәҙер. Заманса ҡорамал дауаханала ҡуйылған һәм эшләй ҙә башлаған.
Былтыр апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров Учалы районында булғанда урындағы үҙәк дауахананың баш табибы Рөстәм Латипов учреждениеның матди-техник базаһы яңыртыу талап ителеүен белдергәйне. Шуға дауаханаға ҡорамалдарҙың бер өлөшө Башҡортостан етәкеһенең былтырғы күрһәтмәләренә ярашлы килтерелә, шул иҫәптән маммограф та. Рәсәйҙә етештерелгән “Маммо-РП” һанлы аппараты 13,3 миллион һум тора.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. Унан тыш, “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыласаҡ.
Читайте нас: