Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 23:31

РӘЙЕСЕБЕҘ ЕГЕТЛЕК КҮРҺӘТТЕ

Ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыуҙың кәрәклеге, уның мөһимлеге хаҡында күп һөйләйбеҙ. Әммә күберәк осраҡта эш шул һөйләү кимәленән үтмәй. Ә бына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтың кабинетына барып инеп, подписка хаҡында һүҙ башлап та өлгөрмәнек, ул күп тә уйлап тормаҫтан үҙ иҫәбенә яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ Ноғман Мусинға, Хәсән Назарға, Ҡәҙим Аралбайға, Мөкәрәмә Садыҡоваға, Әнисә Таһироваға, Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа, Миңлегөл Хисамоваға, Нәжиә Игеҙйәноваға, Барый Ноғомановҡа, Әхмәҙин Әфтәхкә "Ағиҙел" журналына 2020 йылдың 2-се ярты йыллығына альтернатив юл менән яҙылып, аҡсаһын да сығарып һалды. Ысын егетлек ошолай була инде ул, туғандар! Почта аша яҙылыу өсөн ун көн, альтернатив юл менән яҙылырға егерме көн самаһы ваҡыт ҡалды.

Ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыуҙың кәрәклеге, уның мөһимлеге хаҡында күп һөйләйбеҙ. Әммә күберәк осраҡта эш шул һөйләү кимәленән үтмәй. Ә бына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтың кабинетына барып инеп, подписка хаҡында һүҙ башлап та өлгөрмәнек, ул күп тә уйлап тормаҫтан үҙ иҫәбенә яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ Ноғман Мусинға, Хәсән Назарға, Ҡәҙим Аралбайға, Мөкәрәмә Садыҡоваға, Әнисә Таһироваға, Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа, Миңлегөл Хисамоваға, Нәжиә Игеҙйәноваға, Барый Ноғомановҡа, Әхмәҙин Әфтәхкә "Ағиҙел" журналына 2020 йылдың 2-се ярты йыллығына альтернатив юл менән яҙылып, аҡсаһын да сығарып һалды.
Ысын егетлек ошолай була инде ул, туғандар! Почта аша яҙылыу өсөн ун көн, альтернатив юл менән яҙылырға егерме көн самаһы ваҡыт ҡалды.
Читайте нас: