Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 11:36

Вирус йоҡтороу осраҡтары кәмей башланы

#ВладимирПутин

Ниһайәт, мәкерле сир артҡа сигенә башланы буғай. Башҡортостанды ғына алып ҡараһаҡ, һуңғы тәүлектәге мәғлүмәттәргә ярашлы, вирусты йоҡтороу осраҡтары 60-ҡа ҡәҙәр кәмене. Ил буйынса ла хәл яҡшыра. Үткән тәүлектә Мәскәүҙә дауаханаларҙан һауығып 839 кеше сыҡҡан. Илдең баш ҡалаһынан хәбәр итеүҙәренсә, июль айында баш ҡалала кино һәм театрҙарға йөрөргә, футбол ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин иһә йоғошло сиргә ҡаршы көрәште ыңғай баһалай: “Ҡайһы бер етешһеҙлектәргә, кәмселектәргә, юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, беҙ ышаныслы эшләйбеҙ һәм хәҙерге хәлдән ныҡлы аҙымдар һәм иң әҙ юғалтыуҙар менән сыға алабыҙ”, – тине “Рәсәй-1” телеканалында.
БДҺО белгестәре билдәләүенсә, сирҙең икенсе тулҡыны оҙаҡ көттөрмәҫ, уға бөгөндән әҙерләнә башлау мөһим. Бының өсөн, һәр кемгә һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә һәм иммунитетты күтәрергә кәрәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: