Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 20:30

Уйында ҡатнашығыҙ, аҡсалата бүләк отоғоҙ!

#переписьнаселения #Ағиҙелжурналы

Быйыл илебеҙҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтергә тейеш, мөһим сараға әленән әҙерлек башланды.
15 июндән Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сиктәрендә, ВПН-2020 сайтында “Рәсәй: кешеләр, һандар, дәлилдәр” тип аталған яңы онлайн-уйын старт алды. Уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уны үткәреү ваҡыты сикләнгән. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләктәр.
Викторинала Рәсәй төбәктәре һаны кеүек үк 85 һорау. Бөтә һорауҙар ҙа халыҡ иҫәбен алыу, статистикаға бәйле, илебеҙ республикалары, өлкәләре һәм крайҙары тураһында ҡыҙыҡлы дәлилдәр һәм быға тиклем үткән кампаниялар тарихы тураһындағылары ла бар. Ярышта ҡатнашыу өсөн strana2020.ru сайтында теркәлегеҙ, махсус форма тултырып, электрон почта адресын ебәрергә кәрәк. Артабан тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап бирегеҙ. Яуаптар 19 июндә 11 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Иң тиҙ ваҡыт эсендә максималь дөрөҫ яуаптар биргән өс кеше еңеүсе тип таныласаҡ. Улар 7-шәр мең һумлыҡ приз аласаҡ.
Читайте нас: