Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 12:04

Өфө дауаханаларына заманса йыһаздар килтерелде

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республика дауаханаларының йыһаздары яңыртыла. Мәҫәлән, милли проектты уңышлы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Республика клиник онкология диспансерына сканерлаусы микроскоптар килтерелде. Шулай уҡ Өфөнөң 5-се һанлы дауаханаһы 4,6 миллион һумлыҡ ҡорамал менән йыһазландырылды, унда дүрт үпкә елләтеү аппараты, ете монитор һәм дүрт эндоскопик тикшереү аппараты алынды.
Әлеге ваҡытта дауаханалар үпкә елләтеү аппаратына ҡытлыҡ кисерә, сөнки был ҡорамал Ковид вирусын дауалауҙа ла ҡулланыла. Ул ауыр хәлдәге пациенттарға тиҙ арала һауығып сығырға ярҙам итә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2019-2024 йылдарҙа Рәсәйҙә милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү ҡаралған.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: