Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 16:34

Телдәр өйрәнеүгә иғтибар арта

Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар биреүгә конкурс еңеүселәре билдәләнде.#Ағиҙелжурналы

Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар биреүгә конкурс еңеүселәре билдәләнде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “100-кратная любовь к Башкортостану” проекты еңеүгә лайыҡ булды. Проект сиктәрендә йәштәр араһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу маҡсаты менән ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрөләсәк.
"Под крылом России" ижтимағи ойошмаһы Мәскәүҙә Башҡорт этно-мәҙәни клубы ойоштора. Ул башҡорт телен өйрәнеү аша республика тарихы менән танышырға, мәҙәниәт фестивалдәрендә ҡатнашырға һәм башҡорт әҙәбиәтен бергәләп уҡырға мөмкинлек бирә.
“Башҡортостан китапханалары берлеге” башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Кәрим Хәкимовтың тере китабы” тип аталған мауыҡтырғыс комикс булдырасаҡ. Унда дипломат тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар урын аласаҡ.
Башҡорт опера һәм балет театрының “Заманса башҡорт операһы лабораторияһы” проектына ярашлы профессиональ музыка һәм әҙәбиәт өлкәһендә яңы талантлы исемдәр асыҡланасаҡ.
Телдәргә ярҙам итеүсе гранттар конкурсында Башҡортостандан 33 проект ҡатнашҡан, шулай уҡ ҡатнашыусылар араһында башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Свердловск, Мәскәү өлкәләре һәм Пермь крайы бар.
Гранттың иң ҙурын — 2 996 446,50 һум күләмендәге аҡсаны “Башҡорт теле йылы – 2020” проекты алды.
Читайте нас: