Район халҡы был объекттың төҙөлөшөн айырыуса көтөп алды. Ни өсөн тигәндә, 1974 йылда һалынған элекке бина күптән иҫкергән.
Коронавирус пандемияһы шарттарында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының мөһимлеге айырыуса ныҡ һиҙелде. Саҡмағош ауылы үҙәгендәге поликлиникала ла бөгөнгө көндә температура, тымау билдәләре булған пациенттар айырым ишектән ҡабул ителә. Килеүсе пациенттар эшкә социаль дистанция һаҡлап ҡына үтә.
Яңы поликлиника көнөнә 250 пациент ҡабул итә аласаҡ. Бөгөнгө көндә төҙөлөш ҡыҙыу темптар менән бара. Инде фундамент блоктарын теҙә башлағандар. Проект буйынса, бина өс ҡатлы булыр тип күҙаллана. Объектҡа бүленгән аҡса күләме – 400 миллион һум.
Финанслау “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылған. Поликлиниканың дөйөм майҙаны 4900,1 квадрат метр тәшкил итәсәк. Төҙөлөш эштәре ике йыл барасаҡ, яңы поликлиника үҙ ишектәрен 2021 йыл аҙағында асыр, тип күҙаллана.