Рәсәй Президенты Вламир Путин быйыл февраль башында Ғаилә кодексына үҙгәрештәр хаҡындағы закон проектын имзалаған ине.
Атай-әсәләрҙең икеһенең береһе баланан айырым йәшәгән осраҡта, ул балаһын торлаҡ менән тәьмин итерлек сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡын арала уҙасаҡ пленар ултырышта “БР-ҙың Ғаилә кодексындағы 85-се пунктҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Атай-әсәнең икеһенең береһе балаларға булған сығымдарҙы түләмәгән хәлдә судҡа йәлеп ителәсәк. Йәғни, айырым сәбәптәр исемлеген баланың йәшәргә яраҡлы торлағы булмау осрағы менән тулыландырырға кәңәш итәләр.
“Әлеге ваҡытта бала ауыр сиргә, имгәнеүгә дусар булған осраҡта икенсе атай-әсәнән өҫтәмә аҡсалар алыу мөмкинлеге инде ҡаралған, – ти закон проекты хаҡында Константин Толкачев. – Һәм был норма бәлиғ булмағандарға ҡарата ғына түгел, ә 18 йәше тулған, әммә эшкә яраҡһыҙ балаларға ла ҡағыла”.
Был сара атай-әсә айырылышҡан осраҡта балалар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.