Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 19:06

Республика балалар баҡсаларында тәүге башҡортса смартфон һәм планшеттар таратыла башланы

#Ағиҙелжурналы

2019 йылда "БашТой" проекты "Маҡсат" ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы иғлан иткән грантҡа эйә булды. Был туған телендә өр-яңы уйынсыҡтар булдырырға форсат бирҙе. Уникаль гаджеттарҙың тәүге хужалары - Сибай ҡалаһының "Ҡурай", "Баҙлауыҡ" һәм "Ҡояшҡай" балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре булды. Уйынсыҡтарҙы Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, “БашТой» проекты етәксеһе Фәнзил Кәрим улы Әҙелбаев тапшырҙы.
Читайте нас: