Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2020, 19:45

«Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы». ТӨПКӨЛ АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

#Ағиҙелжурналы

«Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы»
Элек, кешенең һыуытҡысы юҡ саҡта, ҡаймағын, сөпрәһен, хатта әсегән балын да мөгөрөптә һаҡлай торғайнылар. Шәрифә инәй бабайына мөгөрәпкә яңы баҫҡыс яһарға кәрәклеге тураһында гелән әйтеп килгән. Ләкин бабай: «Иртәгә яһармын әле», – тип, гелән һуҙа килә икән. Бер көн Ғәзизйән бабай мәгәрәптән әсе бал алып тәмләп ҡарарға була. Тик серек баҫҡыс түҙмәгән – һынып киткән, бабай төпкә осҡан. Иң тәүҙә, бал да эргәлә генә булғас, бик ҡайғырмаған был. Шулай ҙа, көн кисә ауышҡас, бик өшөгән, тик сыға алмаған. Көтөү төшөп, һыйырын һауғас ҡына Шәрифә инәй уны барып тапҡан. Эштең айышын аңлап, саҡ һөйрәп сығарған быны. Бабай ҡалтырана-ҡалтырана былай ти икән: «Уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, теләй-теләй теләк ҡалманы. Ни йәнең менән түҙеп ултыраһың, Шәрифә, шәл бәйләп?!»
Хәҙер кеше берәй хәлгә тарыһа, уҡый-уҡый сүрә ҡалманы, тиҙәр.
Г. ДӘҮЛӘТБӘКОВА.
Ейәнсура районы.
«Мунсаның эсен күрһәт!
  1. Һәр ауылдың мәҙәк кешеләре була. Хәҙер мәрхүм инде, беҙҙең ауылда Хаммат ағай була торғайны.
  2. Киномеханик булып эшләйем. Балаларға рөхсәт ителмәгән «Дом и хозяин» фильмы бара. Бер күренеш: ире мунса ишеген асып, ҡатынынан һалҡын һыу һорай. Уныһы эргәләге йылғанан һыу алып килеп биргән ваҡытта, ире биҙрәһе-ние менән мунса эсенә һөйрәп ала. Шунан һуң икенсе күренеш башлана.
    Күп тә үтмәй, кино будкаһының ишеген дөбөрләтәләр. Хаммат ағай яу һалып ҡысҡыра: «Иршат, дауай мунсаның эсен күрһәт»!
    Иршат ИХСАНОВ.
    Әбйәлил районы,
    Рыҫҡужа ауылы.
    Читайте нас: