Ул шулай уҡ былау бешергән мәленең видеояҙмаһы һәм ошоға бәйле ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. «Һуңғы ваҡытта дуҫтарым һәм таныштарым минән йыш ҡына, дәүләт хеҙмәтенән отставкаға китһәм, нимә менән шөғөлләнерем хаҡында һорай. Шуны аныҡ әйтә алам: ошолай итеп былау бешерә белгән кешеләр бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Һәр ир-егет ашарға бешерә белергә тейеш» – тигән Башҡортостан етәксеһе.