Мин хәрефте бик иртә, мәктәпкә төшкәнсе үк таный башланым. Муйынымда ауыл уҡытыусыһы Фатый (Фатима булғандыр инде) апа епкә бәйләп таҡҡан ҡәләм киҫәге күптән йөрөй, уны хатта йоҡлағанда ла һалмай торғайным. Шуның менән яңы ғына һалынған өйҙөң стеналарын атҡа, ҡуянға оҡшаған һүрәттәр менән һыҙғылап бөттөм. Әсәй һөртөп тора, мин үҙ эшемде беләм. Атайыма оҡшатам, йәнәһе, ул да шул хайуан һүрәттәрен төшөрә торғайны.
Атай Өфөлә нәшер ителгән “Башҡортостан”, “Яңауыл” (хәҙерге "Ҡыҙыл таң"), Мәскәүҙә милли гәзит-журнал өсөн махсус ойошторолған Центриздат сығарған “Коммунист”мы, “Эшче”ме (хәтеремдә юҡ) гәзиттәрен өйгә алып ҡайта торғайны. Ә инде балаларға тәғәйенләнгән “Йәш төҙөүсе” сыға башлағас, ул өйөбөҙҙөң түр ҡунағы, айырылмаҫ дуҫым булып китте. “Түр” тиеүем хөрмәт йөҙөнән генә түгел, мин уны,
өҫтәл булһа ла, һикегә йәйеп, ятып уҡырға ғәҙәтләнеп киткәйнем. Атайымдың беренсе уҡытыусым Хөснөтдин Йәркәевкә: “Ана, беҙҙең Хәким гәзитте күҙе менән генә уҡымай, теле менән дә ялай”, – тип шаяртып әйткәне әле лә хәтерҙә. Ә 1940 йылда “Йәш төҙөүсе”нең ун йыллыҡ юбилейына Ғилемдар Рамазанов менән бергә Дәүләкән педучилищеһынан Өфөгә делегат булып барырымды һәм бүләкләнәсәгемде ул ваҡытта атайым да, уҡытыусым да баштарына ла килтермәгәндер, әлбиттә.
Өй беренсә гәзиткә яҙылырға өндәп йөрөүсе лә мин инем. Аҙаҡ “Йәш төҙөүсе”нең хәбәрсеһе лә булып киттем. Ул заманда был бик мәртәбәле исем ине. Һәр хәбәрҙең аҙағына исем-шәриф алдынан “деткор” тип ҡуйылыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята торғайны.
Мин китапты ҡапланып уҡыным. Иҫке шкафтың ике кәштәһендә бәләкәй генә китапханам да бар ине. Афзал Таһировтың “Һалдаттар”, Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романдарын V – VII кластарҙа уҡ уҡып сыҡҡайным инде. Командировкаға килеп, беҙҙә төшкө аш ашап киткән Иҫәнсурин ағайҙың (аҙаҡ белеүемсә, КПСС Өлкә комитеты секретарҙарының береһе булып сыҡты) “Һалдаттар” романын күреп, уны уҡығанымды белгәс: “Молодец. Оло кеше, оло яҙыусы ул. Уҡы һин уны, уҡы”, – тип дәртләндереүе бөгөнгөләй иҫемдә. Бала саҡ хәтере ныҡ була, барыһы ла күңелдә уйылып ҡала. Һуңыраҡ шул “Һалдаттар” өсөн мәктәп директорынан шелтә алыуымды белһә икән Иҫәнсурин ағай.
Беҙҙең яҡта йәш быҙауҙы, ғәҙәттә, өйҙә, ишек яҡ мөйөшкә бәйләп тоталар. Шкаф алдында ятҡан китапты эләктергән дә шул быҙау, нәҡ Афзал ағайҙың һүрәтен теле менән ялмап алған. Атай мине йыуатырға тотондо. Райондан яңыһын алып ҡайтырмын, тине. Ләкин эш уҙғайны инде: миңә китапты килтерергә ҡуштылар. Ул йылда оло яҙыусының юбилейы ине, әҫәрҙәрен һораусылар күп булғандыр, күрәһең. Ни тиһәң дә, беҙҙең Ҡаңны-Төркәйҙә тирә-яҡта берҙән-бер ике ҡатлы терәк (опорный) мәктәп бит! Уҡытыусылар, күрше ауылдарҙан килеп, өйҙәш булып йәшәгән уҡыусылар ҙа күп. Китапҡа зыян килтереү – уны ғына түгел, авторҙы ла мәсхәрә итеүгә тиң! Етмәһә, БашЦИК рәйесен!
Атай район үҙәгенән өр-яңы китап алып ҡайтҡас, директор Әбсәләмов ағай тынысланды. Ул ғына ла түгел, район, республика гәзиттәре менән бәйләнеш тотоуымды, шиғыр яҙыуымды белгән етәксе (тыумышы менән Ҡырмыҫҡалы районынан) күн тышлы ҡалын дәфтәр бүләк итте. “Шиғырҙарыңды ошонда күсереп яҙ. Тулғас, миңә күрһәтерһең. Тағы дәфтәр бирермен”, – тине. Ул үҙе лә шиғырҙар яҙып, район гәзите “Штурм”да баҫтыра торғайны. Дәфтәр әле лә архивымда һаҡлана. Күптән тулған, туҙып бөткән. Унан һуң әллә нисә яңыһын тултырҙым инде. Тик бына Әбсәләмов ағайға ғына уҡытып булманы. Етенсене маҡтау грамотаһына тамамлағас, Дәүләкән педучилищеһына имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Дәфтәр тулғансы Әбсәләмов ағай Ҡаңны-Төркәй мәктәбенән китеп барғайны инде. Аяныс, уға шиғырҙарымды бик уҡығым килгәйне.
Яҙыусыға, айырыуса башлап ҡәләм тирбәтеүсегә, ижади мөхит бик ҙур йоғонто яһай. Ул булмағанда, хатта ысын таланттың да, май шәме кеүек, үҙенән-үҙе иреп, юҡҡа сығыуы, һүнеүе ихтимал. Миңә йәштән старт алырға бына ошондай мөхит етмәне лә инде. Хатлашыуҙан башҡа бер кем менән дә аралашманым тиерлек. Өфөнө лә “Йәш төҙөүсе”нең ун йыллығына актив хәбәрсе сифатында саҡырылып килгәс кенә күрҙем. Ярай әле, Дәүләкән педучилищеһына эләккәнмен. Ошо уҡыу йорто, ауыл хужалығы техникумы, тирә-яҡ район тамашасыларының да ихтирамын ҡаҙанған колхоз-совхоз театры, бына тигән китапханаһы менән ул заманда Дәүләкән әҙәбиәт-сәнғәт тормошо ҡайнап торған үҙәк булғандыр, моғайын. Уның Өфөнән йыраҡ түгел, Димдең бик матур ҡосағында урынлашыуын, ҡаланы уртаға бүлеп тимер юл үтеүен, Рәсәйҙә дан тотҡан мөһабәт тирмәндәрен, киң билдәле баҙарын, мөйөш һайын ҡымыҙ һатылыуын, башҡорттарҙың күп булып, үҙ мәктәптәре, хатта немец башланғыс мәктәбе эшләүен иҫәпкә алһаң, был бер ҙә ғәжәп түгелдер. Өҫтәүенә, Ырымбурҙағы Каруанһарай башҡорт педагогия техникумы студенттары ла бында күсерелеп, урындағы халыҡҡа яңы рух өрҙө, яңы традициялар алып килде. Мәҫәлән, Дауыт Юлтыйҙың бер энеһе (исемен онотҡанмын) минән берме-икеме курс алда уҡыны. Һүҙ ҡушырға баҙнат итмәй йөрөй инем уға. Турникта оҫта уйнай торған бик алсаҡ егет ине үҙе. Башҡорт әҙәбиәтен белә, ярата. Минең шиғыр йораттарын да уҡығаны булды. Уны, “халыҡ дошманы”ның туғаны тип, комсомолдан сығарып, бөтә студенттар алдында оятҡа ҡалдырып, училищенан ҡыуыу фажиғәһе әле лә күҙ алдында... Шулай уҡ исемдәре киң билдәле Сәғит Агиш, Хөсәйен Ҡунаҡбай, йәшерәктәрҙән Зиннәт Ҡотоп кеүек башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарын да Дәүләкән үҙенә тартты. Улар училищела уҡытты, яндарына, тимәк, беҙҙең уҡыу йортона, Ғ. Сәләм, М. Тажи һ.б. йыш ҡына ҡунаҡҡа килер булып китте.
Өфөләге педучилище бөтөрөлөп, студенттары беҙгә ҡушылғас, уҡыу йорто тағы ла ҙурайып, күркәмләнеп китте. Бынан һуң элегерәк хат аша ғына таныш булған, Өфөлә уҡыған Ғилемдар Рамазанов менән таныштым. Ҡырмыҫҡалы районынан буласаҡ шағир, йыр оҫтаһы, йылғыр һәм шаян Шәриф Бикҡол, әҙәбиәтте бик яратҡан, үҙе лә ижадтан мәхрүм ителмәгән Ҡаҙаяҡ мәктәбенән (Иглин районы) килгән Ғәли Шәрипов менән бер курста уҡыныҡ. Ул ғүмеренең һуңғы йылдарында “Совет Башҡортостаны” гәзите мөхәррире урынбаҫары булып эшләп, башҡорт әҙәбиәтен бирелеп пропагандаланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтмәгәндә эш өҫтөндә вафат булды.
Ғөмүмән, Дәүләкән педучилищеһында башлап ҡәләм тирбәтеүселәр байтаҡ ине. Аҙаҡ Өфө ҡалаһының Киров район Советында эшләгән Бәкер Килдебәков та бик актив яҙҙы. Шишмә районы, республика матбуғатында ла шиғырҙары баҫылғыланы. Ләкин һуңынан нишләптер ижадын ташланы, әммә ғүмер буйы әҙәбиәт һөйөүсе булып ҡалды. Ғилемдар менән икәүләп ҡулъяҙма журнал сығара башланыҡ. Мин – рәссам, ул текст яҙҙы. Һуңыраҡ беҙгә уҡытыусы булып килгән йәш шағир Зиннәт Ҡотоп шиғыр, хикәйәләрҙе һайлау һәм мөхәррирләүҙә ярҙамлашты. Өфөләге педагогия институтында – “Аҡ юл”, Стәрлетамаҡтағыһында “Ашҡаҙар” ҡулъяҙма журналдары ла минең тәҡдимем буйынса, туранан-тура ҡатнашлығымда сыҡты.
Ниһайәт, 1940 йылдың апрель көндәренең береһендә училищены шаулатырлыҡ ваҡиға булды. “Октябрь”ҙә Париж коммунарҙарына арналған шиғырым баҫылған. Шаулатырлыҡ та шул! Яҙыусылар союзының журналында бармаҡ буйлы шаҙра бер студент киҫәгенең шиғыры баҫылһын әле! Миңә ул саҡта ни бары 16 йәш ине! Республика әҙәби журналының тупһаһы аша үтеүем шулай булды. Баҫманың мөхәррире Хәниф Кәрим ине булһа кәрәк.
Байтаҡ йылдар уҙғас, шул журналға етәкселек итәсәгем башыма ла килмәгәндер, әлбиттә. Ҡайҙа ул! Башҡортостандан СССР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелгән, Төньяҡ ҡотоп эпопеяһы ҡаһарманы Кренкелде ҡаршыларға тип Дәүләкәнгә килгән делегация ағзаһы, ҡуйы бөҙрә сәсле М. Тажи ағай алдында ҡаушауымдан хатта шиғырымды уҡый алмай, сәхнәнән тотлоғоп төшөп киттем!..
Ул саҡта “Погонһыҙ һалдаттар” романының яңы редакцияһын яҙыу менән мәшғүл инем. Әҫәрҙең тәүге варианты Яҙыусылар союзында тикшерелеп, Мостай Кәрим менән Әмир Чаныштан хуплау тапҡайны. Эстән ҡыуанып, өмөтләнеп кенә йөрөгәндә, юғары даирәләрҙә һүҙе үтемле булған бер өлкән яҙыусыбыҙ: “Был роман колхоз стройына ҡарата яла яғыу!” – тигәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡулъяҙмала беҙҙең проза бик үк ҡағылмаған, һуғыштан һуңғы крәҫтиән тормошоноң ярайһы уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы яҡтары асылған, хатта партия райкомына тел тейҙергән урындар бар ине шул. Ғәйепле кеше кеүек шым ғына сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны. Бар, һүҙ көрәштереп ҡара! Хәл-ваҡиғаларға үҙем шаһит булып, икенсе төркөм инвалиды сифатында күптән түгел госпиталдән ҡайтһам да, шундай абруйлы кеше менән һүҙ көрәштереүҙән ни мәғәнә? Бер аҙ йомшартырға, һәр көн тип әйтерлек шуның менән мәшғүл булырға тура килде. Редакциянан башҡа күп ваҡыт ултырып яҙышыр өҫтәлем дә юҡ ине. Хәләл ефетем Лина менән башлы-күҙле булғас та әле Өфөнөң төрлө мөйөшөндәге подвалдарға күсенеп йөрөүҙәр үҙәккә үткәйне инде. Тәүге балабыҙ Айгөл ел өрөп торған шул подвалдарҙың береһендә ауырып вафат булды. Икенсеһе Азаматты ла үпкәһе шешеүе сәбәпле донъя ҡуйыуҙан “Ашығыс ярҙам” машинаһында илтеп урынлаштырған балалар дауаханаһы ғына ҡотҡарып алып ҡалды. Мостай Кәрим КПСС Өлкә комитетының бер пленумында был турала: “Беҙ яҙыусыға яҡты тормошто һүрәтләргә ҡушабыҙ. Кешене подвал тәҙрәһенән бары кейгән ботинкаһы аша ғына таныған әҙип нисек ҡояшлы көн тураһында яҙа алһын?” – тине. Бәлки, һүҙмә-һүҙ түгелдер, әммә мәғәнәһе Мостай Кәримдеке. Йәшенләп яуған ямғыр туп-тура подвалға тула, Лина менән был һыуҙы тәҙрә аша түгәбеҙ. Ә иптәштәремдең күбеһе күптән фатирлы.
1955 йылдың көҙөндә идара ултырышында мине Әкрәм Вәли урынына “Әҙәби Башҡортостан” журналының мөхәррире итеп ҡуйҙылар, КПСС Өлкә комитеты бюроһы идара ҡарарын раҫланы.
Алтынсы кластың “Борғо”, унан – мәктәп, Стәрлетамаҡта политруктар әҙерләү курсы, Өфө пехота училищеһында рота, пединститутта “Филолог” исемле факультет стена гәзиттәрен, “Яҡты юл”, “Ашҡаҙар” ҡулъяҙма журналдарын, Стәрлетамаҡ институтындағы башҡорт бүлеге гәзитен мөхәррирләп сығарып килгән Лоҡман-Хәким (тәүге китабым шул исемдә сыҡты) шулай итеп – ташҡа баҫылған журнал мөхәррире. Баҫманың да ниндәйерәге бит әле! Башҡортостан Яҙыусылар союзыныҡы. Тәүҙәрәк ҡатыным Лина менән ышанмайыраҡ торҙоҡ. Пландар ҡороп, һаман подвалда ятам, ә хыялдарым менән күктә осам.
Эште ниҙән башларға? Тәүҙә был һөнәрҙе өйрәнеү өсөн Мәскәүгә, үҙем яратып уҡыған “Знамя” журналы редакцияһына, юл тоттом. Унда скрепка менән төпләнгән йоҡа ғына баҫмабыҙҙы тотҡолап ҡарап, тиражын һоранылар ҙа, кәңәш бирәһе урынға, көлөп кенә ҡуйҙылар: ниндәй кәңәш, йәнәһе, ябырға кәрәк был баҫманы. Ҡайтышлай Ҡазанға һуғылдым, ләкин файҙаһы теймәне. Ундағы “Совет әҙәбиәте” 20 мең дана менән тарала икән. Ғәрлегеңдән шартларлыҡ!
Ни бары 32 йәштәмен, редакциялағыларҙың бөтәһе лә минән байтаҡҡа өлкән. Теге ваҡыт Дәүләкәндә тулҡынланыуымдан шиғыр уҡый алмай, сәхнәнән төшөп киткәнде күргән, ҡуйы бөҙрә сәстәре инде салланып һирәгәйгән Мөхөтдин ағай Тажи, яуаплы сәркәтип булып бүлмә түрендәге өҫтәл янында ултыра. Мине аспиратураға ебәреү ниәтендә Стәрлетамаҡтан саҡыртып алған Ғәйнан Әмири – баш мөхәррир урынбаҫары. Мине тәғәйенләгән идара ултырышында: “Ҡарап ҡарарбыҙ, ниндәй етәксе сығыр икән Лоҡман-Хәкимдән”, – тип шикләнеп тә ҡуйғайны ул. Уларҙан тыш, редакцияның берҙән-бер бүлмәһендә Мәҡсүд Сөндөклө, Кәтибә Кинйәбулатова ултыра.
Идара ултырышы һәм мине тәғәйенләү “Әҙәби Башҡортостан” журналының яуаплы мөхәррире Әкрәм Вәли өсөн көтөлмәгәнерәк булып сыҡҡан, ахыры. Идара рәйесе Мостай Кәрим өйҙә юҡ ине, ултырышты идараның яуаплы сәркәтибе Хәниф Кәрим алып барҙы. Әкрәм Вәли эшен, ҡағыҙҙарын яңы мөхәрриргә тапшырыу түгел, эшкә сыҡманы ла ҡуйҙы... Бик сәйер, бик күңелһеҙ булды тәүге көндәр. Редакцияның бойороҡтар журналына вазифаға керешеүем тураһында үҙ-үҙемә приказ яҙып, редакция хеҙмәткәрҙәренән “таныштым” тип ҡул ҡуйҙырҙым да, Аллаға тапшырып, яңы эшкә тотондом. Бойороҡ хеҙмәткәрҙәргә ҡарата ярайһы ҡаты ине. Ғәйнан Әмири: “Ай-һай, бик ҡаты тотонмаҡсыһың”, – тип ҡул ҡуйҙы.
Журналдың хәле бик мөшкөл. Планда ҡаралған өс мең дана ла таралып бөтмәй, 2500 тирәһе генә. Бер ваҡыт: “Журналға иллюстрация, фотолар биргәндә, уҡыусыны ылыҡтыра төшөр ине”, – тигәс, Әкрәм ағай: “Солидный республиканский журналға улай килешмәҫ”, – тип яуапланы. Ә “олпат” баҫма тигәнебеҙ хатта төпләнмәй ҙә, дәфтәр скрепкаһы менән нығытыла ине. Эш хаҡы ла, гонорар ҙа самалы. Төпсөнә торғас, шуны белдем: журнал Яҙыусылар союзы баҫмаһы булһа ла, уны нәшер итеүсе Башҡортостан китап нәшриәте икән дә баһа! Тимәк, нәшриәт беҙгә үҙ хеҙмәткәрҙәренә түләгән кеүек эш хаҡы бирә. Ғәжәп, башҡа һыймаҫлыҡ! Финанс министры Вәлиев ағай ҙа: “Яҙыусылар союзы баҫмаһы һаналһа ла, журналды нәшриәт сығара. Ҡағыҙ уныҡы, баҫыу сығымдары, тиражды таратыуға тапшырыу – уның эше. Шуға журналды үҙе сығарған китап кеүек һанайҙар. Һеҙҙең юридик йөкмәткегеҙ юҡ. Үҙаллы булырға, финанс министрлығында үҙ ҡаҙнаһы булған ойошмаға әйләнергә кәрәк һеҙгә. Бының өсөн, КПСС Өлкә комитеты аша юллап, өлкә гәзиттәре нәшриәтенә күсергә, банкта иҫәбегеҙҙе асырға кәрәк”, – тип мин аңлап еткермәгән кәңәштәрҙе бирҙе.
Ошо һөйләшеүҙән шуны башыма һеңдерҙем: китап нәшриәтенән айырылырға. Мостай Кәримгә һөйләп биргәс, икәүләп КПСС Өлкә комитетына хат яҙҙыҡ. Яуап ыңғай булды. Журнал китап нәшриәтенән айырылып сыҡты, ләкин, нишләптер, уны гәзиттәрҙекенә беркетмәгәндәр. Шулай итеп, баҫма һауала аҫылынып ҡалды. “Әҙәби Башҡортостан”, уның хеҙмәткәрҙәре өсөн ауыр көндәр башланды. Шулай итеп, үҙем – нәшер итеүсе лә, мөхәррир ҙә. Урыҫ әйтмешләй, “нет худа без добра”. Хәҙер журнал үҙ аҡсаһына үҙе хужа. Эш хаҡыбыҙ артмаһа ла, авторҙарға гонорар түләй башланыҡ. Әйтәйек, шағирҙар бер юл шиғырға 1 һум – 1 һум 50 тин ала башланы. Ул заман хаҡтары менән сағыштырғанда, был ярайһы уҡ күңелле хәл ине. Ҡағыҙҙы ла үҙебеҙ юллай башланыҡ (хатта Сахалин менән бәйләнешкә индек). Ҡағыҙ килеп етмәйенсә, төп башыбыҙға ултырған саҡтар ҙа булды. Журнал баҫырға әҙер, ә өлкә гәзиттәре нәшриәте ҡағыҙ бирмәй, “үҙегеҙ табығыҙ” ти. Бындай ваҡыттарҙа мәғариф министры Әлибаев, мәҙәниәт министры Ғүмәров ағайҙар ҡайтарып биреү шарты менән үҙ фондтарынан рулон-рулон ҡағыҙҙы үтескә биреп, бер нисә тапҡыр бәләнән ҡотҡарҙы. Ауыр тупраҡтары еңел булһын изге йәндәрҙең...
Бер саҡ типографиянан шылтыраталар: “Тиражығыҙҙы килеп алығыҙ!” 2500 дана ғына булһа ла, ярайһы ауыр йөк. Типографиянан почта экспедицияһына тапшырырға кәрәк. Ҡайҙан транспорт табырға? Союздың еңел машинаһы ла юҡ бит, исмаһам. Ғәли Ибраһимовмы, Әсғәт Мирзаһитовмы (оло ағайҙарға ҡушып булмай инде), мине тыңлап, урамға машина тоторға сыға. Осраҡлы транспортҡа тиражды үҙебеҙ тейәп, почтаға илтеп тапшырабыҙ: яҙыусы ла, хеҙмәткәр ҙә, йөксө лә... Ни ҡылырға белмәй, башты ҡыҫып ултырған саҡтар күп булды, башҡаларға күрһәтмәһен!
Әйткәндәй, типографияла журналдың күҙ-ҡолаҡ булырҙай кешеһе бар. Ҡағыҙҙы бер кемгә лә үҙ белдегенсә тотоноуға юл ҡуйылманы. Журналдың йыйыуға бирелеүенән төпләнеүенә (хәҙер төпләп сығара башланыҡ!) тиклем контролдә тотолдо. Китап нәшриәтенең техник мөхәррире Рәхимов, һуңыраҡ ҡатыны ла, үҙҙәре теләп, беҙгә бушлай ярҙам итте. Юҡтан бар итеп, аҙаҡ уларға һан сыҡҡан һайын аҙ булһа ла гонорар түләй башланыҡ. Был патриоттарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ булды. Уларҙы әле лә йылылыҡ менән иҫкә алам.
Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, журналды биҙәп, иллюстрациялар, фотолар килеп керҙе. Тышлығын да, йыл миҙгеленә ҡарап, төрлө буяу менән һүрәтләп сығара башланыҡ. Был журналға йәм өҫтәне.
Иң төп мәсьәлә тиражды арттырыу ине. Был йәһәттән Мостай Кәримдең бер ҡыҙыҡ тәҡдиме иҫтә. План буйынса бирелгән тиражға етмәй тороп, журналдың башҡа яғы тураһында һүҙ алып барып булмай. Бер йыл 3 мең данаға етергә әҙ генә ҡалды. Шунда, эсе бошоптор, ахыры, Мостай Кәрим: “Хәким, давай, ҡалғанына икәүләп яҙылып, өс меңгә еткерәйек”, – тине. Көлөп ебәрҙем: ”Ә ул журналдарҙы ҡайҙа ҡуйырбыҙ?” “Ауылда туған-тыумаса бөткәнме ни? Ҡайһы бер яҙыусыларға ебәрербеҙ. Алдырмағандары ла күп бит...” Оҙаҡламай 3000 планкаһын һикереп, хатта 5000-гә лә еттек. Был беҙҙе дәртләндереп ебәрҙе. Мостай Кәрим менән кәңәшләштек тә, журналдың матди хәлен яҡшыртыу ниәте менән, мәсьәләне БАССР Халыҡ Комиссариатының сираттағы ултырышына сығарҙыҡ. Матур тышлы баҫма һандары хөкүмәт ағзалары алдына йәйеп һалынған. Халыҡ комиссары тәҡдимдәребеҙҙе хупланы, журналдың күләмен арттырыу мәсьәләһен КПСС Өлкә комитеты бюроһында күтәрергә ҡушылды. Ултырышты алып барыусы, Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары Ниғмәтйәнов ағай: “Эш былай барһа, журнал тиражын 7000-гә лә еткерербеҙ әле”, – тине. Теләге ҡабул булды: бер-ике йылдан хатта 10000 бейеклеген яулай башланыҡ.
Һуғыштан һуң яңынан сыға башлаған журналға “Октябрь” урынына “Әҙәби Башҡортостан” исеме бирелде. Был миңә (миңә генә лә түгел) бик тә оҡшаманы. Башҡа республикаларҙа ла шул уҡ хәл: Ҡазанда һәм Ашхабадта – “Совет әдәбияты”. Беҙҙә “Башҡортостан ауыл хужалығы”, “Башҡортостан пионеры” (“Йәш төҙөүсе” урынына), “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары сыға. Почтала башҡортса белмәгән урыҫ хеҙмәткәрҙәре ”әҙәбиәт”те оятһыҙ яңғыраған һүҙ менән бутап бөтөрә. Шартларҙай була торғайныҡ. Шулай итеп, баҫманың исемен үҙгәртеү ихтыяжы килеп тыуҙы. Быға хоҡуғыбыҙ барлығына ышаныс та артҡайны. Нисек кенә тимә, журнал уҡыусылар араһында ярайһы уҡ абруй ҡаҙанып өлгөргәйне һәм тиражы менән Ҡазанда сыҡҡан “Совет әдәбияты”н да (20 мең) уҙып киткәйне инде! Был Татарстан Яҙыусылар союзы етәкселеге өсөн көтөлмәгән хәл булып, бик ғәрләндергәндер ҙә. Миңзәләлә башҡорт журналын алдырып уҡыһындар әле! Шул сәбәптәндерме, аҙ ғына ваҡыт эсендә баҫма мөхәррирҙәрен алмаштыра башланылар: Ғ. Кашшаф, Ғ. Мөхәмәтшин, З. Нури...
Баҫмаға яңы атама һайлау ҡатмарлы эш булып сыҡты. Унан баш тартмай, журналды популярлаштырыуҙы мөмкин булған бөтә юлдарҙы ҡулланып дауам иттек. Ул ваҡытта редакция коллективы ла, редколлегия ла бөтөнләй үҙгәргәйне. Ҡарттар йә пенсияға, йәки башҡа сәбәп менән китә торҙо, улар урынына йәше, ижады менән ир ҡорона еткәндәр килде. Ғәли Ибраһимов, Әсғәт Мирзаһитов, Фәрит Иҫәнғолов, Рафаэль Сафиндар, редакция коллективын хасил итеп, бик дәррәү эшкә тотондо. Мин Ғәли Ибраһимовтың (яуаплы сәркәтип) журналды күтәреүҙәге хеҙмәтен айырыуса ололап иҫкә алам, һуңлап булһа ла уға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Коллективтың берҙәмлеген, тотороҡлолоғон, көйлө эшләүен ул тәьмин итте, тиһәм, яңылышмамдыр. Быға холҡобоҙ ҙа булышлыҡ иткәндер, моғайын. Мин – тура ярып һалыусан, ҡыҙыу, ҡай саҡ ҡырҡыу, ә Ғәли – аҙ һүҙле, һалҡын ҡанлы, сабыр, ете ҡат үлсәп, бер киҫеүсе, төплө, ләкин үтә талапсан, ҡыҫҡаһы – яҡшы педагог та, психолог та. Ҡушҡанды башҡарып ултырыусы хуш күңелле чиновник та түгел, ә башлап йөрөүсе инициатор. Был сифаттар яуаплы секретарь өсөн айырыуса мөһимдер, тип уйлайым. Шуға ла уның һәр иҫкәртеүе, кәңәш-тәҡдиме урынлы, бер һүҙһеҙ ҡабул ителә ине. Эшен яратҡан сәркәтиптең мәшәҡәте тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек. Ғәли Ғизетдин улы шуға күрә лә көнө-төнө тип әйтерлек редакцияла булды.
Һәр көн иртә менән Башҡортостан радиоһынан республика гәзиттәренә күҙәтеү тыңлайым. Бер ваҡыт шундай уй килде: “Ниңә журналға ла байҡау яһамаҫҡа?” Тоттом да комитеттың ул ваҡыттағы рәйесе Ғариф ағай Ғөзәйеровҡа шылтыраттым. Тыштан уҫал, ҡырыҫ күренһә лә, асылда бик кешелекле, ярҙамсыл Ғариф ағай шунда уҡ риза булды: “Ниңә уны элегерәк иҫкә төшөрмәнең? Үҙе бер художестволы тапшырыу була түгелме һуң был? Давай, давай! Тик күҙәтеү эшләүҙе редакция үҙ өҫтөнә алһын”.
“Йәмле Ағиҙел буйҙары” көйөнөң инеше менән башланып киткән журналға күҙәтеү шул замандан бөгөнгәсә дауам итә. Хәҙер “Ағиҙел”гә генә түгел, башҡа баҫмаларҙың да сираттағы һанына байҡау яһау Башҡортостан радиоһының йолаһына әйләнде. Был да беҙгә ҙур ярҙам булды. Айына бер ярты сәғәт буйы журнал тураһына һөйләп торһондар әле! Һаңғырауҙың да ҡолағына керер, тигәндәй, кеше күңелен битараф ҡалдырмай инде ул шиғырҙар, хикәйәләрҙән өҙөктәр, тышлыҡта баҫылған йырҙар!
Журналды популярлаштырыу тураһында һүҙ барғанда, тағы бер нәмә иҫкә төшә. Шулай, папирос ҡабыҙҙым да шырпы ҡабына ҡарап ултырам. Унда ниндәйҙер реклама баҫылған. Шунда башҡа ҡылт итеп бер дыуамал уй килде: “Ниңә беҙгә лә ошо ҡапта журналға реклама яһамаҫҡа?” Бәхеткә күрә, 1 май исемендәге Өфө шырпы фабрикаһы директоры менән бер йортта йәшәйбеҙ. Ҡаршы килмәне. Шулай итеп, 5 миллион дана шырпы ҡабында журнал тышының һүрәте бар, һәм унда “Читайте журнал “Агидель” тип яҙылғайны. Директор менән тауарҙың был өлөшөн Ҡурған, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Пермь, Куйбышев һәм башҡа башҡорттар йәшәгән өлкәләргә ебәрергә һөйләштек. Этикеткаһын Пермдә баҫтылар. Журналыбыҙҙың ҡайһы төбәктәрҙә таралғанын белгәс, мөхәррир бүлмәһенә Өфөнән һәр тарафҡа атылған ҡыҙыл уҡтар төшөрөлгән Советтар Союзы картаһын элеп ҡуйҙыҡ. Ҡарағыҙ, беҙҙең баҫманы ҡайҙарҙа уҡыйҙар, йәнәһе, Союз журналынан ни яғы менән кәм?! Балалыҡ йораты кеүек, ә ағай-энелә ниндәй ғорурлыҡ тойғоһо уята! Әҫәреңде шул уҡтар осҡан яҡта уҡыһындар әле! Яҙыусы өсөн үҙенә күрә бер стимул бит ул!
Журналдың шулай абруйы күтәрелеүенә, минеңсә, уның исеме үҙгәреүе, күләме артыуы, бөтәһенән элек унда баҫылған әҫәрҙәрҙең сифаты нигеҙ булғандыр. Хәҙер романдарҙы өс һанда баҫа алһаҡ, элек быға бер йыл кәрәк ине. Хәйер, ул саҡта күләмле әҫәрҙәр юҡ иҫәбендә ине. Тәүге романдар авторҙары Сәғит Агиш, Әкрәм Вәли, Кирәй Мәргән тере классик дәрәжәһендә йөрөнө.
Исем тигәндә, мин тәүҙә “Урал” тип ҡушыу яғында инем. Ләкин беҙ ары-бире иткәнсе, Свердловскиҙа шул исем менән сығарылған өлкә журналының тәүге һаны килеп етте. Бәлки, “Дим”? Ләкин был исем бөтә Башҡортостанды кәүҙәләндерә алмаҫ һымаҡ тойолдо ла, “Ағиҙел”гә туҡталдыҡ. Уны рәсми раҫлау оҙайлы һәм ҡатмарлы мәшәҡәт булып сыҡты.
Артабан таныш рәссамдар менән һөйләшеп, тышлыҡ өсөн конкурс иғлан итергә булдым. Матди яҡтан мәшәҡәт юҡ, сөнки мөхәррир шул уҡ нәшриәтсе лә, тимәк, аҡсаға ул хужа. Һүҙ, әлбиттә, премиялар аҡсаһы тураһында. Конкурста биш кеше ҡатнашып, араларынан йәш рәссам Шамил Чанышевтың (Фәниә Чанышеваның энеһе) эскизы еңеп сыҡты. Авторға ваҡытына күрә арыу ғына премия бирелде. Эскиз дөйөм зәңгәр төҫтә, унда Ағиҙел тулҡындары, яңғыҙ аҡсарлаҡ, ә һул яҡ өҫтә Салауат һәйкәле һынландырылғайны. Журналдың атамаһы, әйтеп кителгән деталдәр аҡ төҫтә булғанлыҡтан, улар зәңгәр фонда айырыуса сағыу күренә, тышлыҡҡа колорит күркәмлек бирә ине.
Ошо тышлыҡ менән баҫма 1960 йылдың ғинуарынан сыға башланы. Беҙ быны юбилейға тап килтереп эшләнек. Башҡортостанда әҙәби журналдың сыға башлауы бығаса “үктәбрҙән” тип һанап йөрөтөлә ине. “Ә уға тиклем “Сәсән” журналы сыҡҡан бит”, – тине Ғәли Ибраһимов һәм Башҡортостан Китап палатаһында эҙләнергә тотондо. Хәл асыҡланғас, бик дәррәү әҙерлек эше башланыҡ. Был сарабыҙға КПСС Өлкә комитетында ҡаршы килһәләр ҙә, ниәтебеҙҙән сигенмәнек. Ул 1960 йылдың ғинуарында Ленин урамындағы Политпросвет йортонда бик күркәм, тантаналы үтте. Халыҡ шығырым тулы булды, төрлө ойошмаларҙан ҡотлауҙар, бүләктәр тапшырҙылар. Артистар ҙа һынатманы. Аҙаҡ “Башкирия” ҡунаҡханаһының ресторанында үҙ аҡсабыҙға банкет та әтмәләнек. Тантана кисәһендә КПСС Өлкә комитетынан ғына вәкил булманы. Юбилейҙы билдәләү шәп үткәнде белгәс, саҡырмағанға үпкә белдереп, агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире шылтыратты. “Ҡаршы килдең бит, насильно мил не будешь. Биғәйбә”, – тип яуап бирҙем мин, аҙаҡ бының ни менән бөтәсәген уйламай.
“Ағиҙел”дең уҡыусылар күңеленә хуш килеүе редакцияға хаттарҙың йышайыуында ла күренде. Улар Башҡортостандан ғына түгел, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан да күп килә, татарса яҙылғандары ла осрай ине. Әйтеп киткәнемсә, Ҡаҙағстан, Урта Азия республикаларында уҡыусыларыбыҙ күп булды. Бер ҡатындың үҙәк өҙҙөргөс хаты әле лә иҫтә: “Мин күптән Үзбәкстанда йәшәйем. Ирем – үзбәк, балаларым да, башҡортса өйрәтһәм дә, күберәк атаһының телендә һөйләшә. Тыуған яҡҡа ҡайта алмам, ахыры. Хәҙер “Ағиҙел” – мине Башҡортостан менән бәйләп торған берҙән-бер күңелем ҡылы”. Ул уҡыусының исеме, хәтерем яңылышмаһа, Зөләйха ине, буғай. Шунан һуң журналға бөтөнләй икенсе күҙ менән ҡарай башлайһың. Баҫылған әҫәрҙәр, журналдың төҫ-ҡиәфәте өсөн яуаплылыҡ арта төшә. Уны сит яҡтарҙа ла Башкортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп ҡабул итәләр бит.
Үрҙә КПСС Өлкә комитетының агитация һәм пропаганда бүлегендәге ҡайһы бер чиновниктарҙың “Ағиҙел” журналына (дөрөҫөн әйткәндә, уның үҙ һүҙле мөхәрриренә) кире ҡарашта булыуын әйткәйнем. Баҫма тарихында осрамаған хәл: ҡыҫҡа ғына ваҡытта улар редакцияны ике тапҡыр бюро ултырышында ҡарауға ҡуйҙы. Был йәһәттән ул чиновниктарҙың ғына түгел, ҡайһы бер яҙыусыларҙың да (хатта “дуҫ” һаналып йөрөгәндәренең дә) аҫтыртын ҡул йөрөткәне билдәле булды. Ҡыҫҡаһы, уларға мөхәррирҙе алып ташларға кәрәк ине. Тәүҙә уны үҙ белдеклелектә, йәғни редколлегияны һанға һуҡмауҙа ғәйепләһәләр, икенсеһендә – Муса Мортазиндың ғаиләһе менән төшкән һүрәтен ҡуйып мәҡәлә сығарыуҙа, милләтселәрҙе пропагандалауҙа. Был шәхесебеҙ тураһында мәҡәлә баҫтырған өсөн “Ленинсы” гәзите мөхәррире Ғариповты эштән ҡыуҙылар, ә миңә, нисектер, ҡағылманылар.
Журналдың йөкмәткеһе үҙгәрмәһә, элекке кеүек “олпат” булырға тырышып ҡыланыуын дауам итһә, әлбиттә, КПСС Өлкә комитетының ҡыҫымы менән дә әллә ҡайҙа китә алмаҫ инек. Йөкмәткене яҡшыртыуҙа, эске мәҙәниәтте күтәреүҙә, яҙыусыларҙан тыш, редколлегия ағзаларының берҙәмлеге, фиҙакәрлеге ныҡ ярҙам итте. Мин бында Баязит Бикбай менән Әхнәф Харисовҡа айырыуса рәхмәттәр уҡыйым. Ҡулъяҙмаларҙы ҙурмы ул, бәләкәйме, баҫмаға тәҡдим иткәнгә тиклем мотлаҡ үҙем уҡып сыға инем. Араларында төрлөһө булды, әлбиттә. “Силос ашап, ауыҙ тәмемде ебәреп бөттөм инде”, – тип шаяртыу ҡатыш көрһөнгән ваҡыттарым да аҙ булманы. Редколлегия ағзаларына һәр жанр айырым беркетеп ҡуйылғайны. Әйтәйек, Баязит Бикбай – башлыса проза, драматургия, Әхнәф Харис ғилем, фән өлкәһенә ҡағылышлы материалдар өсөн яуаплы булды. Әлбиттә, иҫәпкә бар – һанға юҡ булып йөрөгәндәре, ҡулъяҙма ситенә бер ни аңлатмаған “птичка” ҡуйып, әҫәр, тимәк, журнал яҙмышы өсөн бөтөнләй битарафлыҡ күрһәткәндәре лә бар ине. Минән уларға ҡаты ғына эләгеп торҙо. КПСС Өлкә комитетына ялыу яҙып, мөхәррирҙең отчетын бюроға ҡуйҙырған “хәстәрлекле”ләр араһында нәҡ шуларҙың да булыуы ғәжәпме ни?!. Хатта ундайҙар аппаратта ултырғандар араһында бар ине, тиһәм, ни тиерһегеҙ? Үҙ һүҙен, фекерен асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡурҡып, шымсылыҡ, ошаҡ менән шөғөлләнеүселәр, башта уҡ әйтелгәнсә, заманы өсөн хас күренеш ине. Үҙ яуаплылығыңды башҡаларға ауҙарыу – бына ни ята ул күренештең нигеҙендә! Баязит Бикбай, Әхнәф Харисов уҡып сыҡҡан һәм хуплаған материалдар ҡул тейҙергеһеҙ булды. Шундай итеп эшкәртелгән, мөхәррирләнгән – машинканан үткәреп, типографияға ебәрәһе генә ҡала.
Яҙыусылар арта, роман кеүек эре күләмле әҫәрҙәр ишәйә барған һайын, журналдың күләме әҙәбиәтебеҙ торошона яуап бирмәй башланы. Мәсьәләне байтаҡ күтәреп ҡараһаҡ та, эш ыңғайламаны, хатта бюрола ла хуплау таба алманы. Ләкин... бәс, ошо бәләкәй генә мәсьәлә лә Мәскәүҙә, КПСС Үҙәк комитетында хәл ителә, имеш! Шулай бер саҡ театрҙа тамаша ҡарап ултырғанда Яҙыусылар союзы йомошсоһо Людмила Федоровна, беҙҙең ал-ял белмәҫ Люсябыҙ, бышлығып килеп еткән. “Хәким Ғабдрахманович, һеҙҙе Зыя Нуриевич саҡырта!” – ти был шомло итеп. Мин башта “йәшел йорт”та инструктор булып эшләгән, пединститутта бергә уҡыған, әҙәбиәтте мөкиббән яратҡан Рәсимә Чуроваға шылтыраттым. Ул журналға ҡағылышлы материал йыйып, башта бүлеккә, унан Зыя Нуриевичҡа инәсәгебеҙ тураһында әйтте. Бәс, КПСС Үҙәк комитеты политбюроһы ағзаһы, Үҙәк комитет секретары, партияның баш идеологы Михаил Суслов килә икән дә баһа. Уның үҙен күрмәнем, әммә Зыя Нуриевич “Ағиҙел” журналының йомоштарын онотмаған: баҫмаға ҡағылышлы ҡағыҙҙарҙы Сусловҡа биреп, имзаһын алған. Ә был ҡултамға – Үҙәк комитет секретариатының ҡарары тигән һүҙ. Фәрештәнең “амин” тигән мәленә тура килгәндер инде: журналыбыҙҙың күләмен арттырыу мәсьәләһе шулай көтмәгәндә һәм бер көндә хәл ителеп ҡуйҙы. Ике табаҡҡа ҡалынайған баҫмабыҙ хәҙер төпләнеп кенә түгел, ә төбөнә типография ысулы менән исеме, һаны, йылы яҙылып сыға башланы.
“Ағиҙел” тураһында һөйләһәң, һүҙ күп инде ул. Йомғаҡлап шуны әйтәм: мөхәррирлектән киткәнгә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, ғорурланып та, рәхмәтемде белдереп тә, “Күркәм йылдарым һин, Ағиҙел!” тип әйтеүҙән бер ваҡытта ваз кисмәм, сөнки туған баҫмам – минең яҙмышым.
К исполнению: йәйеп [in1]