Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 17:20

Рәсәй көнө менән!

#Ағиҙелжурналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын ҙур дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотланы.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Рәсәй көнө – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә Рәсәй дәүләтселегенең күп быуатлыҡ традицияларының күсәгилешлеген, илһөйәрлекте һәм гражданлыҡты һынландырған төп дәүләт байрамы.
2020 йыл Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы билдәһе аҫтында үтә. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, Ватан һаҡсыларының яҡты рухына тап төшөрмәү.
Был көндәрҙә республика халҡы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыуҙы ла билдәләй. Беҙ киләсәктә лә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында, Салауат кеүек тыуған еребеҙҙе яратырға һәм һаҡларға өйрәтеп тәрбиәләйәсәкбеҙ.
Ата-бабаларыбыҙҙың героик мираҫына таянып, беҙ Рәсәй тарихына яңы мөһим биттәр яҙыуҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостан ваҡытлыса һынауҙарҙы лайыҡлы үтә һәм алға табан үҫешә. Беҙ бер тупландыҡ, көслөрәккә әйләндек һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Инвестицияларҙы арттырабыҙ, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтерәбеҙ, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Республиканың йөҙәр меңдәрсә хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен нығыта.
Башҡортостан Республикаһы киләсәктә лә бөйөк Рәсәйҙең ышаныслы терәге буласаҡ. Уртаҡ йортобоҙға тыныслыҡ һәм үҫеш!
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров”.
Читайте нас: