Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 18:57

МӨДИР ҺӘМ КАРТУФ. Юмореска

#Ағиҙелжурналы

Был, билдәле, бөгөн генә булған хәл түгел. Ләкин…
Беҙгә яңы мөдир килде. Уның тәүге һүҙе шул булды:
– Һеҙ, гәзит эшселәре, вазифағыҙға намыҫлы ҡарарға тейешһегеҙ. Минең рөхсәттән башҡа бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ. Иң глауныйы – тәртип, маңлайығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.
Байтаҡ ваҡыт мөдирһеҙ йәшәгәнлектән, үҙебеҙҙе иркенерәк тоторға өйрәнә төшкәйнек, теҙгендәребеҙ ҡыҫҡарҙы. Мәхмүт Сабирович ишекте тап сәғәт туғыҙҙа һыҙып ҡына асып, бесәй кеүек йомшаҡ ҡына баҫып, килеп инә. Туҡтап күҙелдерек аҫтынан бүлмәне ҡарап сыға һәм, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, урынына барып ултыра. Кәмәләй бүҫелгән папкаһын өҫтәлдең бер ситенә ырғыта. Папка эсендә нимә барлығын бер кем дә белмәй, сөнки ул беҙҙең алда асылмай.
Шунан көндәге күренеш ҡабатлана. Беҙ бер-бер артлы уның алдына әҙерләгән мәҡәләләрҙе илтеп һалабыҙ. Ул, баштарын ғына ҡарап сыға ла, уҡып тормайынса, ҡул ҡуя. Кәйефе шәп саҡта, «Юлдар, юлдар»ҙы көйләй-көйләй мәҡәләләрҙең баштарын дә үҙгәрткеләй. Юлдар тураһында йырҙы яратһа ла, үҙе юлдар буйлап ҡайҙалыр барып ҡайтырға һәм нимәлер яҙырға йыйынмай.
Кәйеф, тигәндән… Бер көндө ул, балтаһы һыуға төшкән кеше кеүек, күңелһеҙләнеп килеп керҙе лә, ғәҙәттәге “Сәләм!” һүҙен дә әйтмәйенсә, өҫтәленә эйелеп, унда мин әҙерләп ҡуйған белгес кәңәштәрен ҡарарға кереште. Шунда уҡ асыу уҡтарын миңә ябырылдырҙы:
– Күпме ултырғанһың, ҡустым, мәҡәләңә йүнле баш та тапмағанһың. Һинең сүбеңде мин таҙартырға тейешме? Бөтәгеҙгә лә әйтәм, хәҙер зрәплата ваҡыты үтте. Кем намыҫ менән эшләргә теләмәй – дүрт яғы ҡибла! Мәҡәләңде яңынан эшлә. Ә мин йүгерҙем, нимәгәлер райкомға саҡыралар.
Һәм ул, һәр ваҡыттағыса, киләһе яуаплы бурыстар үтәргә китте.
Мәхмүт Сабирович мәҡәлә баштарының терпе энәләре кеүек бына ҡаҙалам, бына ҡаҙалам, тип торғандарын ярата. Йәнәһе, шундайҙар ғына уҡыусы иғтибарын йәлеп итә. Ул был юлы ла һүҙенә тура ҡалған. Исемен «Малдарға кешелекле ҡараш кәрәк» тип төҙәткән. Һәр бит аша тиерлек бәләкәй баштар килә: “Һыйырҙарға карбамид бирелә”, “Бәрәстәрҙең ҡойроғо ҡырҡыла”, “Үгеҙҙәр яңғыҙ түгел”, “Рәйестең кәйефе күтәрелә”…
Нимә эшләйһең, ҡаршы килеп ҡара! Мәҡәләне, ҡайһы бер төҙәтмәләр кертеп, яңынан баҫтырҙым да, секретариатҡа индереп бирҙем. Шунда башҡа шәп бер фекер килде: әллә форсаттан файҙаланып, кино ҡарап килергәме! Рецензия яҙып гонорар эшләп алырға ла була. Тәүәккәлләгән таш ярған, ти, шунда уҡ сығып та йүгерҙем. Трамвайҙа – кеше! Ул ҡатындар, ул ирҙәр, бала-саға… Бәлештәге ит һымаҡ ҡыҫылып-бүҫелеп килә торғас, «Колхоз баҙары» тигән һүҙҙәр ишетелде. Мин, кешеләр ағымын йыра-йыра, артҡы ишеккә ынтылдым. Килеп етәрәк, нимә күрәм: кәңәшмәгә киткән Мәхмүт Сабирович, тирләп-бешеп, ҡаршыға менеп килә. Бер ҡулында ҙур сумка, икенсеһендә – картуф тултырылған сетка. Саҡ бәрелешмәй ҡалдыҡ. Хәйер, унда минең ҡайғым юҡ ине. Вәт, һиңә мә! Миңә күк ҡабағы асылғандай булды.
Билдәле, мин был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәнем. Етмәһә, тиҙҙән Мәхмүт Сабировичты бер журналға мөхәррир итеп күсерҙеләр, ә мин уның урынына ултырҙым. Ләкин әлеге ваҡиға баштан сыҡманы. Улай ғына ла түгел, тора бара, үҙем дә һиҙмәҫтән, яйы сыҡҡан һайын уны ҡабатлай башланым. Барып ҡайтаһы ерем күбәйгәндән күбәйҙе. Картуф тултырылған сетка күҙ алдынан китмәне. Әле лә йыш иҫкә төшә. Сөнки картуфты сеткала һаталар. Тимәк…
Читайте нас в