2020 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Тик быйыл был күренекле дата, илдәге һәм республикалағы эпидемиологик хәл сәбәпле, онлайн форматта үткәрелә.
Бөгөн республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы филиалы – Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге Салауат Юлаев һәйкәле менән онлайн танышыуҙы ойошторҙо. Һәммәбеҙгә мәғлүм булыуынса, милли геройыбыҙ, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, шағир-импровизатор һәйкәле – Өфөбөҙҙөң визит карточкаһы. Ул хатта Башҡортостан Республикаһының Гербында һынландырылған. Хәҙерге көндә ул Рәсәйҙәге иң ҙур ат статуяларының береһе. Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбәк Тавасиев халҡыбыҙ батыры һәйкәлен эшләгән. Суйындан ҡойолған һәм 40 тонналыҡ һәйкәл өс терәктән генә тороуы менән үҙенсәлекле.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Благовар районының Троицк ауылындағы Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге “Милли батырыбыҙ Салауат” тип исемләнгән онлайн дәрес үткәрҙе.
Халҡыбыҙҙың тарихында бөйөк эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм Тыуған иле мәнфәғәтенә тоғролоҡ билдәһе булған батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр быуындан-быуынға күсәсәк.