Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 18:31

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: "Туған телебеҙ хаҡында уйланайыҡ!"

#Ағиҙелжурналы

"Башҡорт балаларының туған телебеҙҙә һөйләшмәүе, милли һыҙаттарыбыҙҙы юғалта барыуы бөгөн бер мине генә түгел, ә бик күптәрҙе борсой, хәүефләндерә торғандыр. Телебеҙҙең көндән-көн урыҫлаша барыуына мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыуҙың бик ныҡ ҡыҫҡартылыуы, компьютер, интернет йоғонтоһо ла ныҡ булышлыҡ итә. Бынан тыш хәҙер һәр баланың тиерлек ҡулында планшет йә смартфон, сенсорлы телефон бар. Китап тотаһы урынға бала иң тәүҙә шуларҙы ҡулына ала. Бына ошондай төрлө типтағы техник сараларҙың барыһы ла йәш быуындың зиһенен томалауға, аңын томанлауға ҡоролған. Бала ана шул экранда күренгән тауышлы йәнһүрәттәр донъяһы менән йәшәй, ә үҙе йәшәгән ысынбарлыҡтағы донъяға (реаль тормошҡа) бөтөнләй ят итеп ҡарай. Был хәлде ғалимдар «оболванивание детской психики» тип тә атайҙар. Уны башҡортсаға һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп тә тормай шуны әйтергә була: бала күңелен һындырыу, ғәрипләү. Ул йәнле һүрәттәр араһында йыртҡыслыҡ, яуызлыҡ, ҡаты бәғерлелек, тупаҫлыҡ, йәмғиәттә көс культын тәрбиәләгән «боевиктар» ҙа етерлек. Иң ҡурҡыныслыһы ана шул. Йәш бала күңелендә йәлләү, ҡурсалау, теләктәшлек, әҙәп, ярҙамсыл булыу кеүек күркәм сифаттар, хис-тойғолар яйлап-яйлап һүнә бара. Туған тел, тәрбиә, тәбиғәт, тыуған ер, тыуған ил – Ватан, тыныслыҡ төшөнсәләренә бөгөнгө бала күңелендә урын ҡаламы-юҡмы инде? Бына ошондай уйҙар мине борсой. Бер мине генә түгелдер.
Әлбиттә, тормошта борсоған нәмәләр күп, һәм был проблемаларҙың (әйтәйек, эскелек, эшһеҙлек, әхләҡһеҙлек, мәктәптәрҙе ябыу, сит-ят мигранттарҙың килеп тулыуы, ерҙәребеҙҙе һатып алыуы һ.б.) һәр береһе хаҡында Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы аша махсус һөйләшеү, «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторғанда ла насар булмаҫ ине. Былары – беҙҙең ҡулдан килә торғандары. Ә яҙыусылар, журналистар булдыра алмағанын хоҡуҡ һаҡлау, республикала тәртип булдырыу органдары башҡарырға тейештер".
"Урал батыр рухы һаҡланһын..." мәҡәләһенән.
Читайте нас: