1 июль Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө үтә. Был көн Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ял көнө тип иғлан ителгән. Тауыш биреү һайлау участкаларында һәм ошо билдәнгән ваҡытҡа тиклем алты көн буйына асыҡ һауалы майҙансыҡтарҙа уҙғарыла. Һайлаусыларға битлектәр, бирсәткәләр һәм ручкалар таратыласаҡ, ингәндә һәр береһенең температураһын үлсәйәсәктәр.