Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 11:32

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 31 миллиард һум йүнәлтелә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 31,1 миллиард һум йүнәлтелә.
Федераль финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында, Һамар өлкәһенән ҡала, икенсе урынды биләй. Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт”, “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде.
“Милли проекттарҙы үтәү бурысын беҙҙең иңдән берәү ҙә алманы. Был йәһәттән, ысынлап та, яҡшы эшләйбеҙ. Өлгәшелгәндәр байтаҡ. Ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт. Коллегаларымдан милли проекттарҙы ваҡытында финанслау мәсьәләһен аныҡ көйләү өсөн федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә саҡырам”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас в