Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 16:21

"Һабын еҫе килә башланы". ТӨПКӨЛ АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

#Ағиҙелжурналы

Үҫмер ваҡытында Хәммәди бабай: “Әйҙә, япун һуғышы уйнайыҡ,”– тип йөрөгән булған, шуға ла уға “Япун бабай” тигән ҡушамат таҡҡандар.
Уны ҡарт көнөндә килене Миңнур апай ҡараған. Килене лә бик шаян һәм изге күңелле кеше. Япун бабайҙың өҫтөндә һәр ваҡыт ап-аҡ күлдәк, ыштан, аяғында ап-аҡ йөн ойоҡ һәм йылтыр үзбәк кәлүше ине. Килене хатта бабайҙың ап-аҡ ыштанына (кальсон) “стрелка” ҡуйып, үтекләп кейҙергән, имеш.
Ауыл магазиндарында алма повидлоһының яңыраҡ күренә башлаған сағы булған. Япун бабайҙың килене бер банка повидло алып ҡайтҡан да, самауыр ҡуйып, ҡайныһына:
– Ҡайным, бына алма повидлоһы алып ҡайттым, тәмләп кенә сәй эсеп ал, – тигән икән.
Япун бабай тәүҙә балғалаҡ менән повидлоны маҡтай-маҡтай ашаған. Килене:
– Ҡайным, күңелеңә тейер, сәй ҡушып эс, – тиһә лә, һаман повидло ғына ашай биргән. Һуңынан ҙур аш ҡалағы һорап алған. Повидлоны маҡтай-маҡтай һаман ашаған, ти. Банка төбөндә генә ҡалғас, япун бабай:
– Килен, был нәмәңде алып ҡуй, һабын тәме килә башланы, – тигән.
Хәҙер беҙҙә был һүҙ лаҡапҡа әйләнде. Әгәр кеше берәй ниҙән биҡ ныҡ туйһа: “Һабын тәме килә башланы!” – тип әйтәләр.
Зифа НИҒМӘТУЛЛИНА.
Кумертау ҡалаһы.
Читайте нас: