ҒАРИЗА
Мин ғариза яҙам туған телгә,
Яҙам тағы дәүләт теленә!
Күргем килә минең башҡорт телен
Кәрәкле тел итеп илемә.
Кәрәкле тел миңә башҡорт теле,
Уның менән яҡты даирәм.
Иң боронғо, матур, бай тел, тиеп
Меңәр телдән уны айырам.
Инәй һөтө менән һеңгән минең
Йөрәгемә ошо ғәзиз тел.
Алдырамын, уҡып илһамланам
Башҡорт журналдарын, гәзитен.
Баламды мин сәңгелдәктә саҡта
Үҙ телемдә йырлап тирбәтәм.
Башҡорт һүҙен, башҡорт хәрефтәрен
Өс йәшенә тиклем өйрәтәм.
Үҙ өйөмдә тотош бер ил минең!
Әгәр кәрәк икән бер имза,
Мәктәптә лә яҙам:
Башҡорт теле -
Ватан телем, тигән,
Туған телем, тигән,
Дәүләт теле, тигән
Ғариза!