Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 12:52

"Ғәйетбайҙы ла еңгән, тиҙәр"

#Ағиҙелжурналы #Шахматсыяҙыусылар

16 йәшемә тиклем шахмат тигән нәмәне күргәнем дә юҡ ине. Һирәкләп шашка уйнаштыра инем. Уйылдан мулланың улы Ишмөхәмәт ағай шахматты һәйбәт уйнарға ҡайҙа өйрәнгәндер, фигураларҙың йөрөштәрен «һә» тигәнсә өйрәнеп алғас, уның менән ярыша башланым. 12 партия рәттән еңә лә, бөйөрөнә таянып йөрөй был: «Мин Ботвинник», – тип маҡтанып намыҫыма тейә. Уны үҙе кеүек үк еңергә ине, тип төндәрен уйланып сыға торғайным. Һәм өс ай эсендә ҡуйған маҡсатыма ирешеп, улар менән уйнағанда Ғәликбәр ауыл советы буйынса чемпион титулын яуланым. Шул көндән алып: «Барыбер Зөфәр беренсе урынды ала», – тип мәктәп директоры Зәки Сәғитов турнирҙа ҡатнашмай торғайны. Шахмат фәнен өйрәнгәс, был шөғөл ғүмерлеккә айырылмаҫ юлдашыма әйләнде.
Сәләхетдин Карамов, Сабир Шәрипов, Харис Сәғитов, Сәлимйән Ғүмәров кеүек һәүәҫкәр шахматистарҙың уйнау кимәленә килгәндә, шартына килтереп ваҡыт билдәләп уйнаған турнирҙа уларҙың береһенең дә призлы урын яулай алмаясағына иманым камил. Миңә йыш ҡына: "Һеҙ Ғәйетбайҙы ла еңгәнһегеҙ икән", – тиҙәр. Уның менән уйнап ҡараған юҡ. Наил Ғәйетбай менән ярышһаҡ, ҡайһыбыҙ яҙыусылар араһында чемпион булыр ине икән, тип уйланғылайым. Ни тиһәң дә, ул – шахмат буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Ә шулай ҙа мин дә Бөрйәндән Мәләүезгә килгәс, спорт мастеры Фидель Хәкимовты еңеп, күптәрҙә көнләшеү барлыҡҡа килтергән шахматсы! Республика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа Ринат Ғүмәров, Олег Даминов кеүек танылған мастерҙар менән яғалашҡан бар...
Читайте нас: