Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 18:48

Өйҙән сыҡмайынса ла тауыш бирергә мөмкин буласаҡ

#Конституция

Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреүгә күп ҡалманы, ошо уңайҙан ӨДНТУ доценты, философия фәндәре кандидаты Михаил Бреслер үҙ фекере менән уртаклашты:
– Бөгөн формалашҡан һанлы йәмғиәт күп ваҡиғаларҙы, шулай уҡ мөһим тауыш биреү сараларын да онлайн рәүешле үткәрергә мөмкинселек бирә. Күптәр “Госуслуги” сайтына теркәлгән, улар өйҙән сыҡмайынса үҙ тауыштары менән ил яҙмышын хәл итеү мөмкинлегенә эйә, ә махсус тәғәйенләнгән урынға барып тауыш бирергә теләүселәр өсөн бар яҡлап та хәүефһеҙлек булдырыласаҡ.
Һаҡланыу сараларын еренә еткереп үтәгәндә, ныҡлы әҙерләнгәндә бар талаптарға тоғро ҡалып, граждандарҙың Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә үҙ позицияларын белдереү өсөн ҡулайлы шарттар буласаҡ, тип уйлайым, – тине Михаил Бреслер.
Читайте нас: