Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 21:56

Радий Хәбиров ҡурсаланыу тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе

#Ағиҙелжурналы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.
Республика Башлығы ҡурсаланыу тәртибе этаптарға бүлеп йомшартыласаҡ тип хәбәр иткәйне. Әлегә Башҡортостан өсөнсө этапта: барлыҡ мәғариф учреждениелары, сауҙа үҙәктәре, туҡланыу ойошмалары асыла, өҫтәлдәрҙең алыҫлығы ике метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ парктар, скверҙар һәм ял итеү үҙәктәре халыҡ өсөн асыҡ. Дистанция һаҡлау һәм битлек кейеү мотлаҡ. Әммә, бер “әммә” бар, вирус менән зарарланыу осраҡтары артыу менән сикләүҙәр киренән ғәмәлгә индереләсәк.
17 йәшкә тиклемге балалар төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем ата-әсәһеҙ йәмәғәт урындарында йөрөргә тейеш түгел.
15 июндән практик әҙерлеккә бәйле өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырған, шул иҫәптән төрлө категориялағы транспорт саралары водителдәрен уҡытыу менән шөғөлләнгән мәғариф ойошмалары ҡайтанан эшләй башлай.
22 июндән балалар дауаланған һәм штатында медицина персоналы булған балалар шифаханалары, профилакторийҙары һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары асыла.
Читайте нас: