Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 10:52

Милли проект: Республикала мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет районында капиталь ремонт ярҙамында яңыртылыусы Сосновка мәҙәниәт йортонда эштәр барышы менән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова танышты. Сосновка мәҙәниәт йорто өсөн йыһаздар, аппаратура, компьютер техникаһы алынған. Барлығы ремонт һәм йыһаздар өсөн 3 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән. Мәҙәниәт йорто хәҙер "күп функциялы ауыл клубы" статусын ала.
Министр эштәрҙең график буйынса барышын билдәләне һәм яңыртылған клубтың көҙгә асыласағына ышаныс белдерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Мәҙәниәт" милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в