Бер төркөм йәштәр Ағиҙел буйына ял итергә килгән, һыу ингәндәр. Эргәлә генә балалар ҙа һыуҙа ҡойонған. Бер мәл береһе бата башлаған, йәштәр ярҙамға ташланған. Малайҙы ярға һөйрәп сығаралар, тик йәш егеттәрҙең береһенең һыуға артабан ҡаршы торорға хәле ҡалмай, һыу төбөнә китә. Башҡорт дәүләт аграр университетының 18 йәшлек студенты Хажиморат Каландаров була ул. Бөгөн уны Өфөлә һәм тыуған иле Тажикстанда герой тип иҫәпләйҙәр.