Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 19:28

Ҡазанда Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыла

#Ағиҙелжурналы

18 апрелдә Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылғайны. Хәҙер Татарстанда башҡорт шағирына һәйкәл ҡуйыласаҡ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәлде асыу тантанаһы Башҡортостан көндәре сиктәрендә үтәсәк. Коронавирус таралыу сәбәпле был сара ла бер аҙға кисектерелде.

"Һәйкәлгә бер нисә урын тәҡдим ителде. Әлегә Оренбург тракты иң уңышлыһы тип табылды. Һәйкәл янында бәләкәй генә парк, сквер ҙа булдырыласаҡ", – тип хәбәр итә Башҡортостандың Татарстандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Рәнил Зиннәтуллин.

Аллаһ бойорһа, ике республика дуҫлығына һәйкәл булыр.
Читайте нас в