Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 13:18

22 июндә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарына һәйкәл асыла

#Ағиҙелжурналы

22 июндә Өфө тимер юл вокзалы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыла. Был хаҡта бөгөн республика ветерандарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән онлайн-осрашыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Һәйкәл әҙер. Ул бик матур. Беҙ уны 22 июндә — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә асабыҙ. Был символик мәғәнәгә эйә тип уйлайым һәм уны кисектерергә теләмәйбеҙ», — тине Хәбиров республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәриповтың һорауына яуап итеп.
Сарала ветерандарҙың ҡатнашыуы йәһәтенән республика башлығы бының эпидемиологик хәлгә бәйле булыуын әйтте. «Ҡунаҡтар һаны сикле булыр, моғайын», — тип билдәләне ул.
«Быларҙың барыһы ла һеҙҙең именлек өсөн эшләнә. Беҙ Еңеүҙең 75 йыллығына бик күп саралар планлаштырғайныҡ. Сентябрҙә Икенсе донъя һуғышының тамамланыу йыллығын һеҙҙең менән бергә үткәрербеҙ тип уйлайым», — тип белдерҙе Хәбиров.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостандан фронтҡа киткән хәрби частар хөрмәтенә һәйкәл бронзанан ҡойолған. Ул төрлө милләт кейемендәге ете һындан тора һәм республикабыҙҙың күп милләтле булыуын символлаштыра.
Читайте нас: