Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 15:18

"Милләт яҙмышы, милләт киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы..."

#Ағиҙелжурналы

– Халҡыбыҙҙы баһалаған ниндәй ыңғай һәм кире сифаттарын нигеҙләп һанап китер инегеҙ?
– Был бик ҙур һорау... Уға ҡапылда ғына һәр йәһәттән нигеҙләп, саҡ ҡына булһа ла тулыраҡ яуап бирә алыр инемме икән? Ай-һай, бының өсөн, теманы махсус өйрәнеп, тотош бер трактат яҙырға кәрәк булыр ине. Шуға күрә, һорауға яуап итеп, ошондай фекерҙәр менән генә сикләнмәксемен: башҡорт халҡының, күп кенә кире сифаттары булыуына ҡарамаҫтан, әлеге ваҡыттағы ғәйәт ҡатмарлы шарттарҙа ла үҙ яҙмышына үҙе хужа булып йәшәр өсөн көс-ҡеүәте, рухи потенциалы етәрлек. Һан яғынан ҙур булмаһаҡ та, беҙ үҙенең тәрән тамырҙары, ҡабатланмаҫ мәҙәни мираҫы, үҙенең аяҡ терәп торған дәүләтселеге, данлыҡлы тарихи шәхестәре, атаҡлы талант эйәләре булған бөйөк милләт. Ана шул булғандың ҡәҙерен белеп, еребеҙҙе, телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, динебеҙгә инанып, эскелек тигән иманһыҙлыҡ бәләһенән ҡотола барып, ең һыҙғанып эшләргә, киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән йәшәргә тейешбеҙ. Бөгөнгө көндә донъяла ике миллион башҡорт йәшәй икән, шул ике миллиондың һәр береһе – ошо милләттең тере тамсыһы. Уның яҡшылығы ла, яманлығы ла милләт яҙмышына килеп яғыла. Һинең ҡылған ғәмәлдәрең үҙеңдең дә, милләттең дә ғәмәл дәфтәрҙәренә теркәлә бара. Шуның өсөн дә милләт яҙмышы, милләт киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы – быны онотмаһаҡ ине. Ә был яуаплылыҡ һинең үҙеңдең шәхси тормошоңдо ҡора белеүеңдән башлана. Һәр бер йәш кеше – егеттәребеҙ, ваҡытында өйләнеп, ҡыҙҙарыбыҙ, йәше етеү менән кейәүгә сығып, балалар үҫтереү, балалар тәрбиәләү тураһында уйларға, быны үҙенең ошо яҡты донъялағы иң ҙур бурысы, иң оло миссияһы тип иҫәпләргә тейеш. Үҙебеҙҙең тормош тәжрибәһенән сығып, хәҙерге ата-әсәләргә лә кәңәш иткем килә: улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы, мәле етеү менән, башлы-күҙле итергә тырышһағыҙ, һеҙҙән дә аҡыллыраҡ кеше булмаҫ.
Читайте нас: