Тауыш биреү хоҡуғының донъя тарихы шуны күрһәтә: кешеләр килеп тауыш бирә икән, халыҡ теләгән кеше һайлана. “Шул уҡ Украинаны алып ҡарағыҙ. Улар Зеленскийҙы нисек һайланы? Әрмәнстанда Пашинянды нисек үткәрҙеләр? Уларҙы халыҡ һайланы. Ни өсөн тигәндә, кешеләрҙең күпселеге һайлауға барҙы. Әгәр риза түгелһегеҙ икән, килегеҙ ҙә ҡаршы тауыш бирегеҙ. Риза икән, риза тип. Барыһы ла граждандарҙан тора. Әйҙәгеҙ, барайыҡ та һайлайыҡ!” – ти ул.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путин 1 июлде Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө тип билдәләгәйне. Ул илдә ял тип иғлан ителә. Тауыш биреү коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн "Роспотребнадзор" ҡушҡан барлыҡ талаптарҙы күҙ уңында тотоп үтәсәк.