Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 20:07

Бурыслы изгелек. Хикәйә

Төн уртаһы етеп килә ине.Ғәйфи дөбөр-шатыр ишек шаҡыған тауышҡа уянып китте. Бындай ваҡытта ниндәй юлсы йөрөр? Ғәйфи, өҫтөнән юрғанын алып ташланы ла, ҡатынының ҡабырғаһына еңелсә генә төртөп алды.

Төн уртаһы етеп килә ине.
Ғәйфи дөбөр-шатыр ишек шаҡыған тауышҡа уянып китте. Бындай ваҡытта ниндәй юлсы йөрөр?
Ғәйфи, өҫтөнән юрғанын алып ташланы ла, ҡатынының ҡабырғаһына еңелсә генә төртөп алды.
– Фәғилә, Фәғилә, тим!
– Нимә булды? Кит әле, бөтмәгән нәпсең булды инде, башым ауырта, тип торам...
– Кемдер ишек шаҡый.
– Шаҡыһа, ас.
– Төн уртаһы ла баһа.
Ишекте нығыраҡ дөбөрләтергә тотондолар.
Ғәйфи, соланға сығып, һаҡ ҡына:
– Кем унда? – тип һораны.
– Был мин, ас!
–Кем һин?
– Үгеҙҙән. Ғилметдин.
– Ниндәй үгеҙҙән?
– Үгеҙ ауылынан.
– Ә-ә-ә, һинме ни, Миңлемөхәммәтғилметдин? Әйҙә, әйҙә, уҙ! – Ғәйфи ишекте шар асып ебәрҙе.
– Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, тәүәккәлләргә булдым әле, – тине төнгө ҡунаҡ, өйгә инеү менән. Был арала эсем бик боша, мин әйтәм, Ғәйфетдингә бер-бер хәл булманымы икән? Йә, мин әйтәм, мал-тыуары ҡаҙаланып ҡуймағанмы? Белеп буламы ни донъя хәлен? Бөгөн барһың, иртәгә юҡһың, тигәндәй. Әле лә бына, ишек шаҡығансы, аҙбарыңа күҙ һалдым. Собханалла, малдарың иҫән икән. Һыйырың мыш-мыш көйшәп ята, һарыҡтарың да, мин ишекте асыу менән, һикереп торҙолар, Хоҙайҙың рәхмәте. Арыу ғына быҙауың да бар икән.
– Туҡта әле, мал – мал инде ул, үҙегеҙ ни хәлдә? – тип бүлдерҙе уны Фәғилә, кухняла әштер-өштөр килеп.
– Үҙебеҙ бик һәйбәт кенә, – тине Ғилметдин, өҫтәл эргәһенә яҡынлашып. – Быйыл һуғымға бер бескән тәкә, бер башмаҡ һуйырға тип торабыҙ. Һыйырыбыҙ, рәхмәт төшкөрө, иртә быуаҙ. Егерме ике баш ҡаҙ үҫтерҙек. Өйрәктәр ҙә ғәләмәт һимеҙ күренә...
– Мәфтүхә еңгә ни хәлдә генә?
– Арыу әле. Уның ни, шул мал ҡарауҙан бушамай. Мал ул ҡараһаң ғына мал, ана, беҙҙең уң яҡ күрше Бикмөхәммәттең көҙгө бысраҡта ике һарыҡ бәрәсе көтөүҙән ҡайтмай ғәйеп булды. Мәфтүхә еңгәгеҙ ул яҡтан бик зирәк, тигәндәй...
– Еңгә сирләмәйме?
– Cирләмәй. Анауы, йәй көнө малдарға бесән әҙерләгәндә билен ҡуҙғатҡайны ҡуҙғатыуын, хәҙер арыуланды инде. Имләтеп ҡарағыҙ, тип кәңәш иткәйнеләр ҙә, иҫе китмәне. Уның өсөн хәҙер кәмендә бер һарыҡ һуйырға кәрәк бит... Мал ҡарауы еңел түгел. Бесәне лә, һаламы ла кәрәк, тигәндәй. Әле бына беҙҙең һарай башына күҙ һалғайным. Былай, ярайһы ғына бесән әҙерләгәнһегеҙ икән. Болон бесәне ашатһаң, малдың ите тәмле була. Һарыҡтарға еләк япраҡлыһы ифрат килешә. Хәйер, кем һуйыуына ла ҡарай инде ул. Былтыр шулай...
– Әйҙә, ултыр, етеш әле, – тип Фәғилә ҡунаҡты һыйҙан рәхим итергә ҡыҫтай башланы. – Онотоп тор әле бер аҙға мал-тыуарыңды.
– Хәтереңдәме, Ғәйфетдин, һин теге ваҡытта, һабантуй көндө, беҙгә килеп ингәндә, икебеҙ бер яртыны тондорғайныҡ, – тип һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ борҙо Ғилметдин. – Ҡатын йәлләмәксерәк итә, ҡатынға әйтәм, Ғәйфетдин – сит кеше түгел, туғандан-туған ғына. Нисек ҡоро сәй менән генә сығарып ебәрәһең? Килтер, мин әйтәм, Һыйыңды!
Ғәйфиҙең ҡарашынан да, Ғилметдиндең кинәйәһенән дә эштең нимәгә килеп терәлеүен төшөндө төшөнөүен Фәғилә, әммә уңайһыҙланып, ҡулдарын йәйергә мәжбүр булды.
– Минең Ғәйфи эсмәй хәҙер, запаста юҡ бит әле, Ғилметдин, – тине ул ғәйепле төҫ менән.
– Шулайын шулай ҙа, ҡатынҡай, Ғилметдин – сит кеше түгел, туғандан-туған ғына, ҡоро сығарып ебәреү килешмәҫ, – тине Ғәйфи.
Нишләһен, иренең һүҙенән сығырға күнекмәгән Фәғилә “самай кәрәк саҡҡа ғына” тип һаҡлаған шешәһен баҙҙан алып сығып, өҫтәлгә ултыртты.
Ғилметдин, мәтрүшкәле сәйҙе баҙ хазинаһы менән аралаштырып һемерә-һемерә, таңға тиклем, теге һабантуй көндө Ғәйфигә ниндәй хөрмәттәр күрһәтергә йыйыныуы хаҡында һөйләп ултырҙы.
Таң ата башлағас, ул теге ваҡытта Ғәйфиҙе мунса индереп сығарырға теләгәнлеген дә иҫкә төшөрҙө.
– Арыу ғына мунса ла һалып ҡуйғанһығыҙ икән, – тине ул шунан һуң.
Фәғилә мунса яғырға сығып китте.
Мунса инеп сыҡҡас, Ғилметдин хужаларҙың быҙауын маҡтарға тотондо.
– Теге ваҡыт, һыйыр һуйып, яртыһын һиңә биреп ебәрергә ниәт бар ине, Ғәйфетдин, ашыҡтың, – тине ул. – Һеҙҙең дә быҙауығыҙ былай көр генә күренә.
– Эйе, һуғымға ниәтләп торабыҙ, – тине Ғәйфи, – берәй ай ашатабыҙ ҙа, тәүәккәлләйбеҙ...
– Һуяһы малды уны һуңға ҡалдырырға ярамай. Ҡаҙаҡ-маҙар эләгеп ҡуйыуы бар тамағына. Хәҙер бит фәнни-техник эрвәлүтсиә заманаһы. Һыйырҙарҙың нисәлер проценты ашҡаҙанына тимер-томор инеүҙән үлә, имеш. Ә техника көндән-көн алға китә... Ярай ҙа шөрөп кенә эләгеп ҡалһа тамағына, белмәҫһең, йә берәй синхрафазатрун йотоп ҡуйыр... Эйе, һуңлатмаҫҡа кәрәк һуйырға ниәтләгән малды синхрафазатрун заманаһында. Әйткәндәй, еңгәгеҙ ҙә быҙау ите танһыҡлап тора ине. Теге имгәнеүҙән бер ҙә мантый алмай. Эйе...
Ғилметдиндең һөйләп бөткәнен көтмәне Ғәйфи. Фәғиләһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып ҡына аңлашты ла, мал һуя торған бысағын ҡайрарға кереште. Ғилметдиндән тиҙерәк ҡотолоу өсөн һыйырын да һуйырға әҙер ине ул хәҙер.
Быҙауҙы һуйып, итен, эс-ҡарынын, башын ғына түгел, тиреһен дә тоҡҡа тултырып, Ғилметдиндең елкәһенә йөкмәттеләр. Ғилметдин, һабантуй көндө Ғәйфетдингә ярты һыйыр түшкәһенә ҡушып, йомортҡа һала торған тауығын да биреп ебәрергә иҫәпләүен һөйләй-һөйләй, алпан-толпан атлап, ҡапҡанан көскә сығып китте.
Шул ваҡыт аҙбарҙа һыйыр мөңрәгәне ишетелде.
– Эх, һыйырҙары йәл ҡала, – тине Ғилметдин, үҙенә генә ишетелерлек итеп. – Һыйырҙарын һуйҙыраһы булған икән. Йәл, бик йәл!..
Читайте нас: