Мәкерле сир таралыу менән халыҡҡа ярҙам саралары булдырылды. Әле лә Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларға пособиены ике тапҡырға арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйған.
Беренсе сабыйға 1,5 йәшенә тиклем түләнгән 3375 һум күләмендәге аҡсалата ярҙам 6752 һумға ҡәҙәр арттырыла. Декрет осоронда эшһеҙ ҡалған атай-әсәйҙәрҙең дә пособиеһында үҙгәрештәр, ул хәҙер 6 мең һум түгел, 13 мең һум буласаҡ.
Эшһеҙлек буйынса пособие 4500 һум күләмендә билдәләнде, ул майҙан һуң тағы өс ай дауамында түләнәсәк.