Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 15:29

30 мең һум аҡсаны кем отто?

#Ағиҙелжурналы

Бөгөн "Юлдаш" радиоһының тура эфирында милли матбуғатҡа ярҙам итеү маҡсаты менән ойошторолған конкурса йомғаҡтар яһалды! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Юлдаш" радиоһы ойошторған үҙенсәлекле акцияның һөҙөмтәләре беҙҙең сайтта:

Шулай итеп, беҙҙең еңеүселәр:
30 000 һум Әбйәлил районынан фельдшер Нурия Усмановаға оҙатыла;
20 000 һум Баймаҡ районы уҡытыусыһы Зимфира Ғүмәроваға тапшырыла;
10 000 һум Учалынан Әлфиә Күсәеваға эләгә.

Бынан тыш, башҡорт радио каналдарынан да бүләктәр ҙа уйнатылды.
Альбина Боҫҡонова менән Азамат Ғәҙелшин "Юлдаш" радиоһынан бүләктәр аласаҡ, ә "Ашҡаҙар"ҙан - Гүзәл Фазылова.

Ҡотлайбыҙ! Бар ҡатнашыусыларға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Беҙҙең менән ҡалығыҙ - алда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ конкурстар көтә.
Читайте нас: