Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 17:27

Мортаза Рәхимов үҙенең тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты

#Ағиҙелжурналы

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың COVID вирусын эләктереүе хаҡында хәбәр барлыҡ киң мәғлүмәт сараларына таралғайны. Әле ProUfu баҫмаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бәйләнешкә ингән һәм сирләүе тураһында үҙенән һорашҡан. Ул ысынлап та икенсе көн дауаханала ята, тик вирус унда теркәлмәгән.
Баҡтиһәң, Мортаза Ғөбәйҙулла улының күҙҙәрен дауалағандар. Унда ОРВИ симптомдары булғас, коронавирусҡа анализ алғандар. Аллаға шөкөр, инфекция юҡ. Бөтәһе лә шылтыратып хәлен белешкән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та шылтыратҡан, уға күстәнәскә ҡымыҙ, емеш-еләк ебәргән.
- Виноградты бик ашамайым мин, нығыраҡ картуф яратам, ә бына ҡымыҙын ихлас эсәм. Радий Фәрит улына хәстәрлеге өсөн рәхмәт. Башҡа шылтыратҡан һәм мине ҡайғыртҡандарға ла рәхмәт. Барыһына ла һаулыҡ теләйем!, - тигән ул.
Тиҙерәк йүнәлеп сығырға яҙһын!
Читайте нас: