Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 17:05

Миңлегөл Хисамова: "Ун йәшемдән шиғырҙар яҙам"

#Ағиҙелжурналы

Иң тәүге шиғырым “Әнисәнең ҡурсағы” тип атала ине, V класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул саҡта бик ныҡ ҡыуанғаным хәтеремдә ҡалған. Бәлки, ошо ваҡиғанан һуң яҙышыу теләгем тыуғандыр ҙа.
Күктә ялтырап киткән йәшен кеүек ул — шиғыр тыуыуы. Ҡапыл ғына күңелдә бер юл төҫмөрләнә, ошо мәлдә был шиғыр тиҙ генә яҙыла, ҡайһыларын яҙаһың да, ҡабат-ҡабат уға кире ҡайтырға тура килә. Тиҙ яҙылған шиғыр ыҡсым да һәм логик яҡтан да бөтөн була. Мин шиғырҙарҙы күңелдән яҙам. Онотолоп ҡуймаһын тип, уны аҡҡа күсереп ҡуям, сөнки төндә уйлап ятып күңелдән яҙылған шиғырҙың иртәгәһенә бер юлы ла иҫкә төшмәүе бар, шундай саҡтар ҙа була. Шиғыр ул күңел тетрәнеүҙәре аша киләлер тим, ошо йәшкә еткәндә, уны йәшереп тороу файҙаһыҙ һәм, әлбиттә, кешенең үҙ тыуған еренә һаҡлаған һөйөүе, һоҡланыуы, яҡындарыңды яратыу тойғолары ла шағирҙы битараф ҡалдырмай.
“Ижадымда мин бурыслы мәңге
Әсәм менән тыуған яғыма” әңгәмәһенән.
Читайте нас: