Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 12:31

Мәҙәниәт тармағы онотолмай. Милли проектҡа үҙгәрештәр индереләсәк

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҙәниәт тормошобоҙҙоң төп тармаҡтарының береһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин рус теле көнө уңайынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән видеоконференция аша һөйләште. Дәүләт башлығы иҡтисадты һәм социаль тармаҡты тергеҙеү менән бер рәттән милли планға мәҙәниәт мәсьәләләре лә индереләсәген белдерҙе.
Рәсәй Президенты менән һөйләшеүгә бик күп мәҙәниәт учреждениеһы, ижади коллектив етәкселеге ҡушылғайны. Ил башлығы уларҙың фекерен, тәҡдимен, теләген тыңланы. Коронавирус таралыу арҡаһындағы карантинда театр, музей, концерт залдары һ.б. ябылып, был тармаҡ килем эшләй алманы.
– Бөгөнгө һөйләшеү темаһы буйынса тәҡдимдәр мотлаҡ ҡараласаҡ һәм улар мәҙәниәт тармағын үҫтереү ҡарарҙарына индереләсәк, – тине Владимир Путин. Осрашыуҙың һөҙөмтәһе итеп тиҙ арала “Мәҙәниәт” милли проектына үҙгәрештәр индерергә тигән ҡарар сығарылды.
Читайте нас: