«Тун» тип аталған хикәйәмде баҫтырыр өсөн «Ағиҙел» журналының элекке баш мөхәррире, шағир Сафуан Әлибай һәм «Шоңҡар» журналының элекке баш мөхәррире, прозаик Әмир Әминев ағайҙарға ебәрҙек. Күп тә үтмәне, Әмир ағайҙан яуап килде: «Тун»ды кире һалып ебәрәм. Хикәйәң әлегә баҫтырырлыҡ кимәлдә түгел, сөнки төп лирик геройҙың ни сәбәп менән Ташкент ҡалаһына барып сығыуы күрһәтелмәгән. Сәбәп булмағас, хикәйәнең арҡа һөйәге юҡ. Тимәк, ҡалғаны үҙенән-үҙе ҡойолоп төшә...» – тип ябай ғына, матур, аңлайышлы итеп яҙып ебәргәйне Әмир ағай.
Хикәйәмдәге етешһеҙлектәрҙе аңлағас, Сафуан ағай «Тун»ды «Ағиҙел»дә йыйыу өсөн (наборға) төшөрөп ебәрмәһен тип, тура почтаға йүгерҙем. «Тун»ды кире ебәрегеҙ, уның арҡа һөйәге юҡ!» – тип ашығыс телеграмма һуғырға булдым. Белеүебеҙсә, почтала телеграмманың тексын тик русса ғына ҡабул итәләр. Тәржемә иткәс, былайыраҡ килеп сыҡты: «Вышлите шубу назад, спина без позвоночника».
Сафуан ағай мине аңлағандырмы-юҡмы, әммә телеграфта эшләгән ҡыҙҙар, был әллә хыялый инде, тип, минең арттан күҙҙәрен алмай ҡарап ҡалдылар.