Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 13:41

Философия фәндәре докторы, депутат Зөһрә Рәхмәтуллина “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға бәйле төҙәтмәләр бик урынлы һәм ваҡытлы”

#Ағиҙелжурналы

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн 1 июлгә тәғәйенләне. Ул ял көнө тип иғлан ителде.
Философия фәндәре докторы, депутат Зөһрә Рәхмәтуллина илдең Төп документында ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, никах институтын яҡлауға бәйле фекерҙәрен еткерҙе.
“Беҙ бөгөн йәшәйештең изгеләрҙән-изге ҡиммәттәре – ғаилә, никах институты – төплө иғтибарға дусар ителгән донъяла йәшәйбеҙ. Ғаилә берлеген ойоштороуҙың төрлө "заманса" сәйер варианттары килеп сыҡты – бер енесле никахтар, беренсе һәм икенсе ата-әсә. Был көнбайыш мәҙәниәте өлгөләре бөгөн киң массаға маҡсатлы күрһәтелә, шул иҫәптән иң беренсе беҙҙең йәш быуынға. Унан да бигерәк, илебеҙҙе кеше иреклегенә һөжүм итеүҙә, уның гендер роле хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләп маташалар. Ватан социомәҙәниәтендә һәм дини йолаларҙа ғаилә никах, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, өлкән быуынға ихтирамлы, хәстәрлекле мөнәсәбәт өсөн яуаплы Ир менән Ҡатындың изге берлеге булып тора. Һәм был йәһәттән башҡа бер ниндәй ҙә үҙгәреш булырға тейеш түгел! Ошо ҡараш ил Конституцияһында нығытыла”.
Читайте нас: