Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 18:23

"Америкалағы Башҡорт исемле урамды тапҡас, үҙ күҙҙәремә ышанманым..."

#Ағиҙелжурналы

Ҡасандыр яҙмыш елдәре журналист Айгөл Ғимранованы ете диңгеҙ аръяғына, Америка Ҡушма Штаттарына ташлай. Сит илде төйәк иткән башҡорт ҡыҙы туған телен пропагандалай, шунда йәшәгән яҡташтарыбыҙға Халыҡ-ара диктант, Һабантуйҙар ойоштора, Башҡортостан фильмдарына Америка фестивалдәренә юллама алып бирә. Уның ғаиләһе — Лос-Анджелеста балалары менән башҡорт телендә һөйләшеүсе берҙән-бер ғаилә.
Күптән түгел рухлы башҡорт ҡыҙы Америкала Башҡорт исемле өс урамды тапҡан. Беренсеһе — Корона ҡалаһында урынлашҡан, ҡалған икәүһе (урам һәм проспект) — Вестбери ҡалаһында. Ни өсөн урамдарға Башҡорт исеме бирелгән? Был һорауға аныҡ ҡына яуап табылмаған. Фекер йөрөтөүҙәренсә, ундағы аттар беҙҙең милләттең йылҡыһына оҡшаш, шуға зоологтар шундай исем биргән, икенсе фараз — ҡасандыр Америкала башҡорт тоҡомло аттар тотҡандар. Теүәл һәм аныҡ дәлилдәр юҡ, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Фотола Айгөл үҙенең башҡорт "һанлы" тимер аты янында. Баҡһаң, Калифорнияла машинаға номерҙы үҙең теләгән билдәләр менән алырға мөмкин, ҡағиҙә буйынса, ул етәүҙән артмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: