Яҙыусы Рәлис Ураҙғолов ауылда йәшәй, Өфөгә килеп эшләп йөрөй. Бер йәй дуҫ шағирын бесән сабышырға алып ҡайта. Баралар сабынлыҡҡа. Эш алдынан тип, килтергән шешәне асалар, тамаҡ сылаталар. Йотҡан “зәм-зәм” эҫелә үҙ эшен тиҙ башҡара: ауыл эшенә күнеккән Рәлис бирешмәһә лә шағирҙы быуынһыҙ итә был.
Шулай итеп, Рәлис бесәнде үҙе генә саба, ә шағир ята ағас күләгәһендә “зәм- зәм” тәмләштереп.
Өфөгә ҡайтҡас, теге шағирҙан иптәштәре һорай:
– Йә, нисек, бесән сабыуы ауырмы?
– Нимәһе ауыр булһын! Ҡояһың дә эсәһең, ҡояһың да эсәһең... Киләһе йыл тағы сабышам әле...
Дамир Шәрәфетдинов әҫәр яҙа ла яҙыусы Сабир Шәриповҡа күрһәтә. Сабир ағай ҡулъяҙманы ҡараштырып сыҡҡас, былай ти:
– Биш бит өҫтәһәң, повесть, биш битен алып ташлаһаң, хикәйә була...