Өфө хакимиәтендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының элекке рәйесе Рауил Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы (1938 — 2019). Өфө вице-мэры Алина Сөләймәнова етәкселегендәге кәңәшмәлә шағирҙың туғандары һәм мэрияның структур бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты.
Республика башлығы указына ярашлы, Өфөлә шағир йәшәгән йортта (Менделеев урамы, 148/3) уның барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла; 102-се башҡорт гимназияһына һәм Өфөнөң яңы урамдарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағирының исеме бирелә. Шулай уҡ Рауил Бикбаевтың исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү күҙаллана. Өфө музейҙарының береһендә яҙыусыға арналған экспозиция булдырыла.
Кәңәшмә барышында ошо мәсьәләләр ҡаралды. Ҡалала шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса әһәмиәтле саралар алып барыла, тип билдәләне Алина Сөләймәнова. Әңгәмә барышында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республиканың күренекле шағирының хәтерен мәңгеләштереү мәсьәләләрен хәл итеү варианттарын тикшерҙе.