Ошо көндәрҙә Өфөнөң 5-се дауаханаһы махсус карауаттар менән тәьмин ителде. Заманса, уңайлы йыһаздар сирлеләргә аяҡҡа баҫырға, һөйәк-мускул аппаратын ипкә килтерергә ярҙам итә. Уларҙың бейеклеген дә көйләргә мөмкин, был табиптарҙың эшен еңеләйтә. Карауатҡа махсус аппараттар тоташтырырға мөмкин.
Ҡорамалдар дауаханаға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә алынды.