Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 18:13

АТАЙ ҠӘҘЕРЕ. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Табындың иң түренән урын алған Зариф бабайҙы, оло өйҙөң хужаһын, илле йәшлек юбилейы менән ҡунаҡтар сиратлап ҡотлайҙар. Матур теләктәрен еткерәләр, затлы бүләктәрен тапшыралар. Аҙағынан рюмкаларын сың-сың иттереп сәкәштереп, эсеп ебәрәләр. Ҡотлауҙарға йыры ла, уйын-көлкөһө лә бергә үрелә. Ул арала Фәнисә инәй кинйә ҡыҙы менән йүгертеп йөрөп ашын килтерә, ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлай.
Искәндәрҙең бындағы шау-шыуҙан башы ҡайнап китте. Юҡҡа килгәнмен, тигән үкенесле уй мейеһен телгеләне. Рауза инәһенең һүҙен йыға алмауҙан да бигерәк, һеңлеһе Илгизә өйҙә булмағас, бер үҙемә күңелһеҙ булыр тип, килгәйне шул. Етмәһә, бынауы Айвар ағаһы баянан биреле йәнен көйҙөрә. Өҫтәл артына ултырғанға әллә ни күп ваҡыт та үтмәне, ә ул - лаяҡыл иҫерек. Башҡаларға һүҙ әйтергә бирмәй, сәүек эт шикелле лауылдап, урынынан һикерә лә тора, һикерә лә тора: тоҙһоҙ-моҙһоҙ хәбәрен һөйләп ҡарай, йә күкле-йәшелле тауышы менән йырлап маташа. Әсәһе, уңайһыҙланып, уны тыйып та ҡараған була, тик тегенеһенә ул бар ни ҙә, юҡ ни. “Эх, атайым булһа ошонда. Уның ише, табын боҙоп ултырмаҫ ине, киреһенсә, йәме генә булыр ине”, ̶ тип уйлап алды ул арала Искәндәр. Эйе, атаһы оҫта гармунсы ине шул. Бәлки ана шул йыр-моңға оҫталығы арҡаһында ла харап булғандыр әле. Ҡайҙа туй, ҡайҙа байрам – уртаһында йөрөнө бит башта.
Атаһы тураһында татлы ла, үкенесле лә хәтирәләргә бирелеп ултырғанында, сылтырап быяла ватылып киткән тауыш уны тертләтте. Айвар ағаһының эсергә тип күтәргән сираттағы рюмкаһын әсәһе тартып алырға ынтылғанында, уныһы төшөп ярылған икән. Шул ваҡыт көтөлмәгән хәл булды: күҙе аларған Айвар ағаһы, әйләнә килеп әсәһенә һуғып ебәрҙе. Меҫкен әсәһе хатта ултырғысынан ҡолап китте. Ҡунаҡтар кемуҙарҙан уны торғоҙорға ынтылды, ир-ат Айварҙы елтерәтеп тышҡа өҫтөрәне. Өҫтәлдең арғы башында ултырған Искәндәр күҙ асып йомған арала уларҙың алдына сығып баҫты һәм әсәһенә ҡул күтәргән әҙәм аҡтығының яңаҡтарына уңлы-һуллы һалып та ебәрҙе. Ҡолап киткәс, һөйрәп торғоҙоп, тағы осора һуҡты, тағы... Үсе ҡанғансы туҡмар ине әле, туғандары айырып алды. Ярһыған Искәндәр тышҡа атылды. Кемдәрҙер уны туҡтатырға ынтылды, тынысландырырға теләп, нимәлер әйтергә маташты. Тик Искәндәр уларҙы күрерлек тә, ишетерлек тә хәлдә түгел ине...
Тыныслана алмай, оҙаҡ йөрөнө Искәндәр төнгө урам буйлап. Әсәһен йәлләп күңеле әсенде. Ә Айвар ағаһының ҡунаҡтағы иҫерек йөҙө күҙ алдына баҫыу менән һулҡ-һулҡ килеп сикәләре ҡыҫылды, үҙе лә һиҙмәҫтән шытырлатып йоҙроҡтарын йомарланы. “Башҡаса ул әҙәмде өйгә аяҡ баҫтырыу юҡ! Ҡайҙан килеп инде шул йүнһеҙ уларҙың тормошона?” ̶ Искәндәрҙең уйҙары икенсе курста уҡыған сағындағы бер ваҡиғаға барып бәйләнде.
Ҡышҡы каникулға ҡайтҡан мәле. Бер көн урамдан китеп барһа, уны мәрхүм атаһы йәшендәгерәк таныш түгел бер ир-уҙаман туҡтатты ла һүҙ ҡушты:
̶ Һаумы, ҡустым. Искәндәр бит әле исемең. Һөйләшә торған һүҙ бар ине һинең менән.
̶ Һаумыһығыҙ. ̶ Күргән-белгән кешеһе булмағас, Искәндәр уға сәйерһенеп ҡараны.
̶ Мин Айвар ағайың булам. Ә әйтәсәк һүҙем әсәйең тураһында. Моғайын, аңларһың тигән өмөттәмен, аҡыллы егеткә оҡшағанһың. Искәндәр ҡустым, ней бит әле, мин... мин Рәмиләне күптән яратып йөрөйөм. Һин ҡаршы булмаһаң, әсәйеңде кәләш итеп алыр инем...
Искәндәрҙе ток һуҡтымы ни! Бер ғауым шаңҡып ҡалды. Алдында һаман да нимәлер һөйләп торған ят ир уға томан аша ғына күренгәндәй булды. Башынан шул арала йөҙ уй йүгереп үтте : “ Юҡ, юҡ! Уның әсәһе бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡ! Ике балаһына ғына биргән күңел йылыһын хәҙер тағы ниндәйҙер бер ят әҙәмгә лә бүлергә тейешме ни әсәһе? Яңы иренә әүрәп, Илгизә менән уны онотоп ҡуйһа? Уларҙан да бигерәк атаһының рухы рәнйейәсәк бит әсәһенә!...”.
Бер һүҙ ҙә әйтә алманы Искәндәр теге әҙәмгә. “Эйе” лә тимәне, “юҡ” та, ә бары зәһәр итеп бер ҡараны ла, ҡырт боролоп китеп барҙы. Өйҙәренә ярһып ҡайтып инде. Улының кәйефе булмағанын әсәһе һиҙҙе, шулай ҙа төпсөнмәне. Ахыры, Искәндәр үҙе һүҙ башланы:
̶ Әсәй, мин урамда Айвар тигән кеше менән һөйләштем... һинең турала.
Әсәһе тәүҙә ҡаушап китте, әммә үҙен тиҙ генә ҡулға алды, яуап бирергә ашыҡты:
̶ Тәки әйткән икән. Кейәүгә сыҡ, тип ҡаҡшатты инде. Айыуҙынан ул. Әсләмдең пилорамында эшләй.
̶ Шунан, һин ни тип хәл иттең, әсәй? ̶ Искәндәр һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
̶ Мин ни... Һеҙҙән үтеп ни ҡылайым? Бигерәк тә һин нимә тип әйтәң инде, Искәндәр?
Әсәһенән “юҡ” тигән яуапты өмөтләнеп көтөп торған Искәндәрҙең аптырауының да, асыуының да сиге булманы. “Нисек инде улай? Тимәк, әсәһе риза. Эйе, риза инде! Тик батырсылыҡ итеп уға өндәшә генә алмай йөрөгән булып сыға түгелме? ” ̶ тигән уйҙар башында сыуалышты. Ғүмерҙә лә әсәһенә тауыш күтәреп бер һүҙ әйтмәгән Искәндәр был юлы ысҡынды:
̶ Әсәй, һин иҫәрләнә башланыңмы әллә?! Юҡ, сыҡмайһың! Йәш сағыңда уйламағанды, хәҙер килеп кейәү һөйләп тораһың. Илгизә менән миңә оят һинең өсөн, әсәй! Улы кәләш алыр йәшкә еткән, ә әсәһе үҙе кейәүгә сығып ята, тип әйтәсәк бит кешеләр! ̶ Искәндәр ишекте шарт ябып урамға атылды. Әсәһенә үпкәләүе, ғәрләнеүе сикһеҙ ине, хатта шул көндө үк әйберҙәрен йыйҙы ла кире Өфөһөнә сығып китте. Ә каникулы бөтөргә бер аҙналап ваҡыт бар ине әле. Студенттар булмағас, тынып ҡалған шыҡһыҙ, һыуыҡ ятаҡта уйланып ята-ята, уйҙарынан уйылып китә яҙғайны. Беҙҙе бер килмешәк иргә алыштырған тип, әсәһенә хәтәр яман үпкәләгәйне. Әсәһе кейәүгә барған тиһәләр, ҡәберенән тороп ултырыр бахыр атайым тип, мәрхүм атаһын йәлләп бер булды. Унан ҡалһа, ғүмерҙә һуғышып йөрөмәһә лә, теге ирҙе тотоп туҡмарға тигән пландар ҡороп маташты.
Ҡалаға килеүенә ике-өс көн үттеме-юҡмы, бурап-бурап ҡар яуырға кереште. Юл таҙартыусылар хатта урамдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай. Шул сәбәпле юлдарҙа машиналар колоннаһы менән теҙелеп ултырҙы. Уҫал коменданттары уларҙы ла эшһеҙ һалып ҡуйманы. Каникулға ҡайтмай ҡалған биш-алты егетте, көрәк тоттороп, иртәле-кисле урамға ҡыуаланы. Ятаҡ алдын, эргәләге спорт майҙансығын көрәй-көрәй хәлдән тайып бөттөләр. Шунда Искәндәрҙең күңелен икһеҙ-сикһеҙ үкенес тойғоһо биләп алды. Каникулында өй тирәһендә булышаһы урынға, бында ята бит турһайып. Ошо мәлдә әсәһе менән һеңлеһе ҡар көрәп өлгөрә алмайҙарҙыр әле, тип хафаланды. Утын да алдыртҡандар ине, уныһын да ярып бөтмәгәйне. Искәндәргә оят булып китте. Ул тиҙ-тиҙ генә йыйынды ла вокзалға йүгерҙе. Тик ҡар күп яуыу сәбәпле, автобустар алыҫ райондарға йөрөмәй булып сыҡты. Үкенеүҙәре, үрһәләнеүҙәре шунда! Төндө керпек тә ҡаҡмай уйланып үткәрҙе лә, иртәгәһенә үк әсәһенә хат яҙып һалды. Ҡыҙыулығы өсөн ғәфү үтенде, кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе. Үҙе ҡырҙа булғас, өй тирәһендә ир ҡулы етешмәүен ул, ниһәйәт, аңлағайны. Шулай уҡ йәшләй генә тол ҡалған әсәһенең ир бәхетенә хаҡы барлығын да төшөнә башлағайны Искәндәр.
Йәйгелеккә әсәһе кейәүгә сыҡты. Тик Айварҙың ауылына күсергә риза булманы, шуға уныһы ҡуш ҡуллап үҙе килде. Искәндәр менән Илгизә тәүҙә өйҙәрендә сит-ят берәүҙең йөрөп ятҡанына өйрәнеп китә алмай бер булдылар. Ә Айвар ағайҙары, киреһенсә, килгән көндән үҙен иркен тотто. Искәндәрҙе эш рәте белмәгән кешеләй күреп, тегеһенә-быныһына өйрәтә башланы. Илгизәне әйләнгән һайын шаяртып маташты. Эшем эйәһеләй булып хәбәр һөйләһә лә, үҙенең донъя көтөргә әллә ни барымы юҡ ине, ахыры. Байрамдарға йә каникулға ҡайтҡанында йорт-ҡураларында артыҡ бер үҙгәреш тә күрмәне Искәндәр. Киреһенсә, тауҙай булып эш көтөп ятыр ине уны. Йә баҡса ситәне ҡолап барған була, йә утын ярырға кәрәк. Әсәһенә әйтһә, уныһы Айвар ағайың пилорамдағы эшенән бушамай шул, тип уфтана ла ҡуя. Аптырап, шым ғына Илгизәнән һорашты. Һеңлеһе, Айвар ағаһының эштән ҡайтҡас, телевизор алдынан тормауын, өҫтәүенә һуңғы ваҡытта эсә башлауын һөйләне. “Ағай, мин үгәй атайҙан хәтәр ҡурҡам. Күҙҙәрен майландырып, гел миңә ҡарай ҙа ултыра”, ̶ тип тә өҫтәне. Эй, ныҡ йәне көйгәйне Искәндәрҙең шунда. Әсәһенә, ҡыуып сығар шул әрәмтамағыңды, тип әйтергә уйланы ла тағы тыйылды. Ҡыҫылмаҫҡа булды ҡәҙерлеһенең тормошона. “Үҙенә оҡшағас, йәшәһен әйҙә, миңә йәшәргә түгел бит ул әҙәм менән. Ә һеңлемде киләһе йылға нисек булһа ла үҙ яныма алырмын, Өфөгә интернатҡа урынлаштырырмын”, ̶ тип тынысланғайны.
“Шунда ҡыуып ҡына сығарырға кәрәк булған да бит ул әҙәмде. Әсәһе бөгөн, исмаһам, бөтә кеше алдында оятҡа ла ҡалмаҫ ине. Бер рюмка араҡы өсөн ҡайһы тиклем янъял ҡуптарҙы, йүнһеҙ. Эх, атай, атай, үҙең тере булһаң, әсәйемде әллә кемдәрҙән рәнйеттереп тә ҡуймаҫ инең...” ̶ Искәндәрҙең уйҙары, үҙе лә һиҙмәҫтән, мәрхүм атаһына күсеп китте. Ул сайма-сай килеп ирешһә ирешер ине әсәһе менән, әммә бер ҡасан да ҡул күтәргәне булманы. Бөгөнгөгә оҡшаш бер хәл әле лә хәтерендә. Әсәһе, йәне көйөүе шул тиклем булғандыр инде, эсеп ултырған бер яртыһын һыпыра тартып алып ашлы һыуға түкте. “Эх, Рәмилә!” ̶ тип кенә ҡуйҙы ла атаһы, башҡаса һүҙ әйтмәне. Эйе, ул Искәндәр иҫ белә башлағанда уҡ эсә ине инде. Тәүҙә улар атаһының тыуған ауылында торҙолар. Олатаһы мәрхүм ярҙамы менән йәһәтләп күтәрелгән өйҙәренә нисек барып ингәндәр – шулай йәшәй бирҙеләр. “Әлегә үҙ ҡыйығыбыҙ булды, фронтон, кәрниздәрҙе һәм соланды яйлап эшләрмен. Мунсаны киләһе йыл күтәрермен”, ̶ тиһә лә, атаһы башҡаса донъяһында ҡыл да ҡыбырлатманы. Ҡулы эш белмәгәндән түгел, һәләк оҫта ине ул. Тик эсеүенән генә бушай алманы. Иртәнсәк бахмурҙан шешенеп килеп тора ла, өй тирәһендә бер талай ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгәс, эшенә сығып китер ине. Кискә генә ауа-түнә ҡайтып йығыла. Ярай әсәһе сабыр, баҫалҡы холоҡло, нисек тә кеше араһында һыр бирмәй йәшәргә тырышты. Уның урынында икенсе берәү булһа, моғайын, эскесе ир менән йәшәп тә тормаҫ ине. Бәлки, өләсәһе лә уларҙың ғаиләһен тотоп торғандыр. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөп ятҡан еренән, йөрәге тотоп ул ҡапыл ғына үлде лә китте. Ә бит өләсәһе киленен, ҡайһы бер ҡәйнәләр кеүек, ситкә типмәне, киреһенсә, үҙ ҡыҙындай күреп яратты. Донъя көтөшөргә лә ихлас булды, аҡыллы кәңәштәренән дә мәхрүм итмәне:
̶ Тешем һынһа һынһын, һырым һынмаһын, тип йәшәр кәрәк, килен. Бала хаҡына түҙәбеҙ инде. Ана, ҡайның да йәш сағында аҙып-туҙып йөрөнө, мин шул балаларҙы етем итмәйем, тип йәшәнем инде. Аҙаҡ үҙе лә аңланы ул хатаһын. Ғүмеренең һуңғы ун биш йылында алыштырып ҡуйҙылармы ни: эсеүен ташланы, өр-яңынан өй һалып сыҡты. Ирғәле лә, атаһындай булып, бер көн аҡылға ултырыр ул. Сабыр бул, килен, ̶ ти торғайны. Көнлөк хаҡына арлы-бирле генә эшләп йөрөгән улының тапҡан аҡсаһын барыбер сәмәйгә тотонорон белгән әсә, балаһының өс тинлек пособиеһына ғына ҡарап ултырған килененә үҙенең пенсияһын да тулыһынса тиерлек тотторҙо. Әсәһе, уңайһыҙланып, аҡсаны алмаҫҡа маташһа: “ Ал, ана, Искәндәреңдең өҫ-башын ҡара, үҙең дә кейен. Йәшәрен йәшәгәнмен, миңә хәҙер бер нәмә лә кәрәкмәй”, ̶ тиер ине. Атаһы эскенән айный алмай, донъяһына бөтөнләй йоҡмай башлаһа, килә һалып, улын пыр туҙҙырып әрләп ҡайтырға ла өлгөрҙө өләсәһе. Шунан һуң атаһы, әҙ-мәҙ ип-һапҡа килеп, йорт тирәһендә арлы-бирле булһа ла эш эшләп ташлаған була: утын ярыштыра, һарай тирәһендә тиҙәк түгеп, мал ҡарап маташа. Ә өләсәһе үлгәс, атаһы тамам эскегә һалышты. Һуңға табан хатта донъяһы, ғаиләһе бар икәнен дә онотто, урам буйынан ҡайтып инмәне. “Беҙҙе уйлар инең, Ирғәле. Шыпа аҡсаһыҙ ултырабыҙ бит. Эшләр урынға эсәһең...” ̶ тип әсәһенең илап ялбарғанын да аңламаны атаһы. Ә бер ваҡыт уларға әсәһенең әсәһе, йәғни Рәйлә өләсәһе килгәйне. Ҡайһы әсәнең ҡыҙын эскән ир менән ыҙалатып йәшәткеһе килһен инде: бындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәс, өләсәһе уларҙы, ай-вайҙарына ҡуймай, үҙенең ауылына күсереп алып ҡайтты. Атаһы хатта быны белмәй ҙә ҡалды ̶ бер буйҙаҡ шешәләшенең өйөндә байрам итеп ятҡандарына аҙна тулып бара ине.
Ай үттеме-юҡмы, әсәһенә эш тә табылды. Магазинға һатыусы булып урынлашты. Тиҙҙән Искәндәрҙе лә балалар баҡсаһына алдылар. Донъялары бер аҙ көйләнгән кеүек булғайны ла бит, тик ул атаһын өҙөлөп һағынды. Эсмәһә, унан да яҡшы кеше юҡ ине шул донъяла. Улын ныҡ яратты бит ул. Ағастан юнып машина, тракторҙар эшләп бирһә башы күккә тейә яҙа торғайны Искәндәрҙең. Икәүләп сыр-сыу килеп йәшенмәк, һәпәләк уйнап алырҙар ине. Ә әсәһе менән өләсәһенең бар белгәне ̶ аш-һыу тирәһендә уралыу ҙа, бәйләм бәйләү. Малайҙарында эштәре лә юҡ. Һуңға табан Искәндәр йыш ҡына атаһын таптырып илай башланы. “Шул алкашты ла кеше һағыныр икән!” ̶ тип, өләсәһенән дә әҙ әрләнмәне ул. Алла бабай уның илап-ялбарыуҙарын ишеткәндер, күрәһең: бер көндө килде атаһы улар янына. Ап-айыҡ килеш. Искәндәр ул ишектән килеп инеү менән, йүгереп барып, атаһының ҡосағына сумды. Өләсәһе тырт-мырт һөйләшеп маташһа ла, әсәһе атаһын кире бороп сығарманы. Икәүләп кухняла бик оҙаҡ нимәлер тураһында һөйләшеп ултырҙылар. Искәндәр атаһы килтергән бүләктәргә әүрәп маз булды. Ә өс-дүрт көндән атаһы улар янына бөтөнләйгә күсеп килде. Искәндәрҙән дә бәхетле кеше булмағандыр ул мәлдә!.. Ҡыуаныуҙары!.. Өйҙә саҡта атаһының алдынан төшмәне. Балалар баҡсаһына барғас та, тәрбиәсе апайҙары Гөлфиәгә лә, ашнаҡсы Әлифә инәһенә лә бер килке тик уның тураһында ғына һөйләп ҡаңғырҙы. Урамға сығып, иптәш малайҙарына атаһы эшләп биргән машиналарын да күрәтеп маһайып йөрөнө. Әсәһе лә үҙгәрҙе. Элек гел моңһоу булған йөҙөнә шатлыҡ ҡунған. Бәләкәй булһа ла, шуны һиҙҙе Искәндәр. Нимәгә икәнен дә аңланы ̶ атаһы эсеүен ташлаған бит! Эсмәгәс, эшкә лә йәһәт кенә алдылар үҙен. Мәктәпкә утын яғыусы, ҡарауылсы булып урынлашты. Тәүге эш хаҡына өйҙәренә кәрәк-яраҡ алғайны, ә икенсеһенә, Искәндәрҙе һөйөндөрөп, велосипед тотоп ҡайтты. Кейәүен өнәп етмәгән өләсәһе лә тора-бара тынысланғандай булды. Ул арала Искәндәр мәктәпкә барҙы. Тиҙҙән, донъяларына йәм өҫтәп, һеңлеһе Илгизә тыуҙы. Тик атаһы ғына оҙаҡҡа сыҙаманы. Ике йыл үтер-үтмәҫтән, тағы төшөрөп ҡайта башланы. Әсәһе әйтеп ҡараһа: “ Мин элекке кеүек эсмәйем бит, саманы беләм”, ̶ тип яуапланы. Тиҙҙән шайтан һыуын эсмәй бер көн дә тора алмай башланы, кискә лаяҡыл иҫереп ҡайтып тәгәрәр ине. Эшенән дә ҡыуылды. Юҡ, барыбер аңламаны атаһы. Эсте...
Тағы бер ваҡиға Искәндәрҙең хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Өсөнсө класта уҡый ине, шикелле. 23 февраль алдынан уҡытыусы Гүзәл апайҙары уларға атайҙарының фотоларын килтерергә ҡушты. Байрамға стена гәзите эшләйәсәкбеҙ, тип аңлатты. Искәндәр өйҙәрендәге ике фотоальбомды ла аҡтарып сыҡты, тик атаһының бер генә фотоһын да таба алманы. Шунан иҫенә төшөп ҡалды. Бер ваҡыт бит иҫерек атаһы, ғүмерҙә булмағанса, әсәһен кемдәндер ҡыҙғанып, талаш сығарҙы. Боларҙы боларҙы ла, ҡайҙа барып ауған, шунда хырылдап йоҡлап китте, ә әсәһе аҙаҡ илай-илай ултырып фотоальбом ҡараны. Шул мәлдә ҡайһы бер фотоларҙы альбомдан йолҡоп алып йән асыуына йыртҡыслап ташлағайны. Аңламағайны Искәндәр уның был ҡылығын. Хәҙер белә инде. Бахыр әсәһе атаһынан шулай итеп булһа ла үс алғандыр, күрәһең. Йыуаш булғас, бер һүҙ өндәшмәй ине шул. Иҫереккә һүҙ әйтеп тә булмай инде, барыбер аңламаясаҡ. Бәлки, уға кейәүгә сыҡҡанына үкенеп шулай иткәндер. Кем белә? Ә фотоға килгәндә, эҙләнә торғас, берәүҙе тапты. Ниндәйҙер ҡунаҡта туғандары күмәкләп төшкәндәр. Шунда арттараҡ торған атаһы ла эләгеп ҡалған. Тотоп китте тегене Искәндәр мәктәпкә. Уҡытыусыһының алдына һалғас, уныһы аптырап китте:
̶ Һуң, Искәндәр?.. Үҙе генә төшкән фотоһы юҡмы ни атайыңдың? ̶ тип һораны.
̶ Юҡ шул, Гүзәл Айратовна. Тик, зинһар, ҡуйығыҙ, йәме, ошоно. Атайымдың үҙен генә ҡалдырып ҡырҡығыҙ ҙа. Фото йәл түгел... Искәндәрҙең күҙенән йәштәре тәгәрләп китте.
Гүзәл апайҙары эшләгән стена гәзите бик матур килеп сыҡты. Тик Искәндәр килтергән фото ҡуйылмағайны унда. Башы эшләгән уҡытыусыһының ̶ әсәһенең бер туған апайы Рауза инәһенән атаһының һалдат сағындағы фотоһын алдыртҡан. Эй, ҡыуанды шуға Искәндәр. Хатта Гүзәл апайын ҡосаҡлап тороп сикәһенән үбеп алғыһы килде. Гәзит янынан китә алмай ыҙаланы бер талай. “Күрегеҙ, минең атайым ҡайһылай матур булған йәш сағында!” ̶ тигән һоҡланыуҙы, ғорурланыуҙы уҡырға була ине уның ҡараштарынан. Тик тиҙҙән уның кәйефе төштө. Дәрестән һуң үткән “Йәгеҙ әле, атайҙар!” тигән байрам сараһына атаһы килмәне. Иптәштәренең атайҙары үҙ-ара ихлас көс һынаштылар, аҙағынан концерт ҡарап кинәнделәр. Искәндәр атаһын ана килеп инә, бына килә тип, ишеккә ҡарап ике күҙен талдырып көтһә лә, уныһы күренмәне. Өйөнә ҡайтҡас, көткән кешеһенең хатта карауатына ла барып етә алмай, иҙәнгә ҡолаған килеш хырылдай-хырылдай йоҡлап ятҡанын күрҙе. Шундуҡ күҙенә йәш төйөлдө. Иртәнсәк кенә: “Байрамға барам, улым. Мотлаҡ барам!” ̶ тип мең вәғәҙәләр биреп ултырып ҡалғайны бит. Искәндәр иламаҫҡа тырышып, тиҙ генә мәктәп кейемдәрен алыштырҙы ла тышҡа сыҡты. Әсәһе кисһеҙ ҡайта алмай бит, шуға малдарҙы һуғарыу, бесән һалыу, аҫтарын таҙартыу һымаҡ эштәр уның елкәһенә төшә. Ул һарайға инде лә атаһына үпкәләүҙән йыйылған күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
Эйе, Искәндәр бик иртә эшкә өйрәнде. Әсәһе иртәнән кискә тиклем магазинда, ә атаһы күп ваҡыт иҫереп ятҡас, эшләмәйсә хәле лә юҡ ине. Мал-тыуарҙы ҡарау, утын ярыу, һыу ташыу... Хатта иҙәнен дә, һауыт-һабаһын да йыуырға тура килә торғайны. Иптәштәренең күмәкләп түбән яҡҡа футбол тибергә, йә сәкән һуғырға киткәнен ҡойма ярығынан көнләшеп ҡарап ҡалғаны әле лә хәтерендә. Шул эш тип ҡай саҡ хатта йүнләп дәрес әҙерләргә лә өлгөрмәй торғайны. Ныҡ арыуҙан китабын ҡосаҡлап йоҡлар ҙа китер ине. Ә иртәгәһенә, билдәле, уҡытыусыһынан эләгә. “Башың бар, тик ялҡауланаһың шул, Искәндәр”, ̶ тип уны йә ятламай барған шиғырын ятларға, йә мәсьәлә сисергә дәрестән һуң алып ҡалған саҡтары күп булды Гүзәл Айратовнаның. Ялҡау тигәнгә ғәрләнеүҙәре шунда. “Атайым иҫерек булғас, эш эшләп, дәресемде ҡараға өлгөрмәнем”, ̶ тип әйтә алмай ҙабаһа. Әсәһе уны кескәй генә сағынан өйрәтеп ҡуйғайны: “Улым, өйҙәге сүпте урамға сығарыу иң насар ғәҙәт ул. Кешегә ғаиләңдәге хәлде һөйләп йөрөмә”, ̶ тип. Шуға ул башҡалар алдында бер ҡасан да атаһын яманлап һөйләмәне, һөйләһә лә гел яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Бер ваҡиға ныҡ иҫендә ҡалған. Малайҙар менән урамда уйнап йөрөгәндәрендә атайҙары тураһында һүҙ сыҡты. Һәр береһе үҙенең атаһын маҡтай: кеменеке ̶ оҫта, кеменеке ̶ көслө, кеменеке ̶ шәп шофер... Искәндәргә сират еткәйне, ул хатта бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәҫтән әскернә телле Ғамир ауыҙын салышайтты: “Һы, һинең атаң алкаш инде”. Ғәрләнгән Искәндәр, үҙ-үҙен белештермәйсә, тегегә барып та йәбеште. Урамдан үтеп барған ағайҙар саҡ айырып алды көҙгө әтәстәрҙе. Был хәл уның менән бөтмәне әле. Иртәгәһен Ғамирҙың әсәһе мәктәпкә йүгереп килгән, директорға ошаҡларға. Уның: “Алкаштан йүнле кеше тыуамы инде! Баламды ҡалайтып күм-күк итеп туҡмап ҡайтарған йүнһеҙ, фәлән-фәсмәтән...” ̶ тип сәрелдәүе хатта уларҙың класына ла ишетелеп торҙо. Директор, үҙ сиратында, улдарының тәртибе тураһында һөйләшергә ата-әсәһен саҡыртты. Ә өйгә ҡайтҡас, атаһы уны тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡайыш менән жарғайны. “Эх, атай, атай, белһәң икән Ғамир менән нимә өсөн һуғышҡанымды?..” ̶ тип эстән генә үкһей-һыҙлана йоҡлап киткәйне Искәндәр ул кисте.
Дүртенсе класты тамамларға күп тә ҡалмағайны Искәндәргә, атаһын фалиж һуҡты ̶ типһә тимер өҙөрлөк ир хәрәкәтһеҙ һәм телһеҙ ҡалды. Эскелек бәләһе тип аңлатты врач атаһының хәлен, шәбәймәйәсәген дә аңғартты. Аҙна-ун көндәй түшәктә ятты ла, яҡты донъя менән хушлашты ҡәҙерлеһе. Үлер алдынан, әсәһе менән Искәндәргә нимәлер әйтергә теләп, шундай мөлдөрәп ҡараны. Ғүмерҙә лә иламаған атаһының шунда күҙенән бөрсөк-бөрсөк йәштәре тәгәрәп төшкәйне.
“Йән көйөгө булып йөрөгәнсе, булмағаны мең артыҡ ундай ирҙең!”, ̶ тип өләсәһе гел һуҡраныр ине эскесе кейәүенә. Атаһы айҙар буйы запойҙа ятһа, Искәндәр үҙе лә ҡай саҡ шулай уйлай биреп ҡуя торғайны. Исмаһам, анауы Ғамир кеүектәр алкаш балаһы тип йәнен ҡыймаҫ ине. Тик атаһы үлеп киткәс, шул ҡылығына, эй, үкенде. Күҙ йәштәрен әсәһе, һеңлеһе күрмәһен өсөн һарайға инер ҙә, бер мөйөштә ултырып: “Атай, ғәфү ит мине. Һинең турала насар уйлағаным өсөн ғәфү ит, зинһар, атай! Һағындым мин һине, шул тиклем ныҡ һағындым. Ниңә ташлап киттең беҙҙе? ” ̶ тип һамаҡлай-һамаҡлай илар ине. Йәй булһа, атаһының ҡәберенә барып, күңеле бушағансы эс серҙәрен һөйләүҙе ғәҙәт итеп алды. Хәҙер донъя йөгө тулыһынса үҙ елкәһенә төшһә лә, ул бирешмәҫкә тырышты. Өй, һарай тирәһендәге эшкә лә өлгөрҙө, уҡыуын да онотманы. “Атайһыҙ бынауы тип, мине йәлләргә тейеш түгелдәр. Бер ҡасан да бирешмәйәсәкмен, Алла бирһә! Яҡшы уҡыясаҡмын һәм халҡыма кәрәкле кеше буласаҡмын!” тигән маҡсат ҡуйҙы үҙенә. Тиҙҙән уртасалар рәтендә йөрөгән Искәндәрҙең фотоһы мәктәптәрендәге “Өлгөлө уҡыусылар” таҡтаһында урын алды...
̶ Оһо, Искәндәр класташ, әллә һин инде? Һаумы! - Уйҙары менән үткәндәрен барлап барған Искәндәр ҡарлыҡҡан тауышҡа терт итеп ҡалды. Ҡаршыһында һуҡмыш Рәмис тора ине.
̶ Һаумын әле. Үҙең ни хәлдә? - Класташы менән күрешергә тип ҡулын һонғайны, уныһының ҡулы буш булмай сыҡты. Ике ҡулында ла шешә. Башынан йылп итеп “Һаман шул эске” тигән үкенесле уй йүгереп уҙҙы.
̶ Әй, бына клубҡа китеп барам әле. Егеттәр Вазифа әбейгә көмөшкәгә ебәргәйнеләр. – Рәмис ҡәнәғәт йылмайҙы. – Әйҙә, минең менән. Һине күптән күргән юҡ әтеү. Уҡырға индем тип, эреләндең дә киттең әллә? ̶ тип төрттөрөп алырға ла онотманы. Искәндәрҙең ҡунаҡтағы хәлдән һуң өйөнә тиҙ генә ҡайтҡыһы килмәне. Эйәрҙе лә китте класташына. Ысынлап та, күптән күргән юҡ ине иптәштәрен. Уҡып бөткәс, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышып бөттөләр шул. Кемдәрҙер, шул иҫәптән Искәндәр ҙә, уҡырға инде, уҡырға бармағандары әрме сафына алындылар. Уны алкаш балаһы тип гел битенән алған Ғамир хәҙер төрмәлә. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ баланы көсләгән өсөн ултырттылар. Әсәһе, суд ҡарары менән риза булмай, бик оҙаҡ сабыулап йөрөп ҡараны тинеләр, тик был юлы холоҡһоҙ улын яҡларға көсө етмәгән. Юғары класҡа еткәс, бигерәк бәйеле аҙғайны шул уның. Хатта иртәнсәк мәктәпкә килгәндә лә айнығып етмәгән булыр ине. Әлмир менән Земфир ауылдалар, нисә күрмә, гел һуҡмыш йөрөп яталар. Бына Рәмис тә әрмегә барып ҡайтты ла, ауылда тороп ҡалды. Йүнле эше лә юҡ, ти, үҙенең, кешеләргә бура бурап, бесән сабышып арлы-бирле генә аҡса эшләй ҙә, уныһын да эсеп бөтөп ҡуя. Бәлки, клубта Сибайҙа уҡыған дуҫтары Айрат менән Мирйәнде осратырмын, тип тә өмөтләнде Искәндәр. Кәләш алғаны бирле улар менән бәйләнеш өҙөлдө, ғаиләле булһаң, теләйһеңме-теләмәйҙеңме, барыбер дуҫтарға иғтибар кәмей төшә икән шул, тип уйлап алды ла, Нургөлө күҙ алдына баҫҡас, кәйефе бермә-бер күтәрелеп киткәнен тойҙо. Янынан атлаған Рәмистең һөйләгән хәбәрҙәре хәҙер уның бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Ул һөйгәне тураһындағы татлы хәтирәләргә сумды.
Нургөл менән беренсе курс аҙаҡтарында дуҫлашҡайны. Үҙҙәренең группаһында уҡып йөрөгән был һылыу ҡыҙға ниңә баштан уҡ иғтибар итмәнем икән тип, аптыраны һуңынан Искәндәр. Аралаша башлағайнылар, шымыҡай ғына Нургөлөнөң күңел донъяһы иҫ китмәле бай икәнен аңланы. Уның менән теләһә ниндәй темаға ла рәхәтләнеп һөйләшеп була. Уҡымаған китабы, белмәгән нәмәһе юҡ. Баҫалҡы холҡо, иплелеге менән дә хас Искәндәрҙең әсәһе инде. Уға оҡшап, ҡул эшенә, аш-һыуға ла оҫта, етмәһә. Хатта уларҙың яҙмыштары ла бер ишерәк булып сыҡты. Нургөл дә кескәй сағынан етем ҡалған: атаһы юл фажиғәһенә эләгеп вафат була. Әсәһе тағы кейәүгә барған, әммә үгәй атай уны һыйҙырмаған. Ахырҙа ейәнсәрен өләсәһе алып тәрбиәләй. Искәндәр кеүек, ул да күңелендә атаһы тураһында яҡты хәтирәләр йөрөтә. “Ҡыҙ бала атаһына оҡшаһа, бәхетле була” тигән юрауға ла ихлас күңеленән ышана ул. Атайым мәрхүмгә ике тамсы һыу кеүек оҡшағанмын, тимәк, минән дә бәхетле кеше булмаясаҡ киләсәктә, тип һөйләгәйне бер ваҡыт. Шунда Искәндәр ҙә хисләнеп китеп: “Эйе, матурым, һин донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ буласаҡһың. Сөнки мин һине яратам һәм һиңә булған һөйөүем бер ҡасан да һүрелмәйәсәк! Һине ғүмерем буйы яратырға, ҡәҙерләргә, ҡурсаларға һүҙ бирәм, алтыным!” ̶ тигәйне. Улар өс йылдан ашыу дуҫлашып йөрөнөләр ҙә быйыл ҡышын никах уҡыттылар. Тиҙҙән туй. Әле ең һыҙғанып шуға әҙерләнеп йөрөгән көндәре. Нургөл уның эргәһендә аҙна-ун көн тирәһе булды ла, әсәһенә ярҙамлашырға тип кисә Баймаҡҡа ҡайтып киткәйне.
Клубта дискотеканың иң гөрләгән мәле ине. Рәмис Искәндәрҙе эйәртеп килеп ингәс, бер мөйөштә өйөлөшөп көтөп ултырған егеттәр ҡыуанып киттеләр. Эсергә тағы бер сәбәп сығып тора лабаһа! “Давай, кәләш алыуыңды йыуҙыр!” ̶ тип, уға бәйләнә башланылар. Искәндәр ҡайҙан килгәнмен тигән көнгә төштө. Класташтары Әлмир менән Земфир Рәмистән дә былайыраҡ иҫерек. Кеше араһында арыуыраҡ кейенеү, әҙәпле һөйләшеү тигән нәмәне күптән онотҡандар, күрәһең. Кейемдәре мал-тыуар, техника араһында йөрөп бысрап, һаҫып бөткән, ауыҙҙары нимә һөйләгәнен ҡолаҡтары ишетмәй. Искәндәр ҡарашы менән йәштәр араһынан Айрат менән Мирйәнде эҙләне, улары күренмәне. Бер-ике класташ ҡыҙҙары бар ине барлыҡҡа, әммә Искәндәр улар янына барырға ҡыйманы. Аҙағынан Нургөлгә берәй нәмә тип һөйләрҙәр, бәләһенән баш аяҡ, тип уйланы. Ә егеттәр уны ныҡышып-ныҡышып эсергә көсләнеләр ҙә, аҙаҡ ҡул һелтәнеләр. Уларҙың бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡауылдашҡанынан, көслө музыка тауышынан былай ҙа ҡаңғырған башы зыңҡып-зыңҡып ауырта башланы. Һаҫыҡ көмөшкә менән тәмәке төтөнө бергә ҡушылған ҡырҡыу еҫтән күңеле болғанды. Тиҙерәк ҡайта һалырға кәрәк тип, урынынан ҡуҙғалғайны, Әлмир уға сат йәбеште, йыуҙырмай ҡасып бараһың, йәнәһе. Йәне көйгән Искәндәр, кеҫәһенән алып йөҙлөк аҡсаларҙы тегеләрҙең алдына бәрҙе лә клубтан сығып китергә ашыҡты. Сыҡты ла, саф һауаны һулап туя алмай торҙо бер килке. Унан яйлап ҡына өйҙәре яғына атланы.
“...Атай! Атай”... Ҡысҡырып-ҡысҡырып та атаһы ишетмәгәс, Искәндәр уның артынан йүгерергә итте. Тик нишләптер күкрәге сәнсеп-сәнсеп ауыртасы, шунлыҡтан йүгереү түгел, хатта бер аҙым да баҫа алманы ул. Ә атаһы, исмаһам, боролоп та ҡарамай бит, атлай бирә. Күрһә, туҡтар ине. Ғүмерҙә булмағанса, ап-аҡтан ғына кейенеп алған бит әле үҙе. Юҡ, һис шикһеҙ, ҡыуып етергә кәрәк Искәндәргә атаһын. Шул тиклем һағынған бит ул уны. Һөйләшәһе һүҙҙәре лә күп ҡәҙерле кешеһе менән.
̶ Атай! Атай, зинһар, көт әле мине. Туҡта, атай! ̶ Искәндәрҙең асырғанып ҡысҡырғанын, ниһайәт, ишетте, шикелле, атаһы. Аҙымдарын яйлатҡандай итте. Ана, туҡтаны. Әкрен генә уға табан боролдо. Йә, хоҙай! Мөғжизә юҡ, тиегеҙ шунан! Атаһын тағы ла күрер көнө булған икән Искәндәрҙең. Шатлыҡ йәштәренән күҙҙәре томаланды... Юҡ, юҡ, ул иларға тейеш түгел. Атаһы гелән: “Егет кеше иламай!” ̶ тип өйрәтә торғайны бит. Тиҙ генә еңе менән күҙен һөртә һалды Искәндәр. Үҙгәрмәгән атаһы. Ул бәләкәй саҡта нисек булған, әле лә шулай: шул уҡ һоро күҙҙәр, ҡырлы танау, тулҡын сәстәр. Өлкәндәр уға бушҡа ғына: “Атайыңа оҡшағанһың”, ̶ тип әйтмәйҙәр икән. Атаһында үҙен сырамытты Искәндәр. Тик был юлы ҡәҙерле кешеһенең йөҙө ниңәлер үтә моңһоу күренде. Элек ул гел йылмайып йөрөй торғайны бит. Туҡта, нишләп аңшайып тик тора әле Искәндәр? Егет ҡоласын йәйеп, атаһын ҡосаҡлап алырға ынтылды. Тик күкрәге сәнсеүҙән тағы һығылып төштө. Нимә булды һуң уға? Элек ауырыу-ауыртыныуҙың ни икәнен дә белмәй торғайны лабаһа? Ул арала атаһы телгә килде:
̶ Һаумы, улым! Эх, ниңә килдең инде бында һин..?
Бәй, атаһы ниңә осрашыуға ҡыуанмай һуң ул? Һағынманымы ни икән? Үпкәләгәндәй итте Искәндәр. Күҙҙәре тағы йәшкәҙәне.
̶ Һуң, атай, мин бит һине һағындым... Күргем килде. Һин мине һағынманыңмы ни?
̶ Эй, улым, һағынмаған ҡайҙа ул! Һағынам, өсөгөҙҙө лә һағынам. Ҡәҙерегеҙҙе генә белмәгәнмен икән шул. Хәҙер үкендерә лә бит, тик терһәкте тешләп булмай инде. Хаталанғаным ауырып түшәккә йығылғас ҡына башыма барып етте... ̶ атаһының тауышы ҡалтыранып сыҡты. Шунан тиҙ генә үҙен ҡулға алып, өҫтәп ҡуйҙы: ̶ Улым, һиңә иртә әле бында килергә, бар ҡайт, йәме. Әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла берүк.
̶ Юҡ, атай, мин һине ҡабат юғалтҡым килмәй. Белһәң ине миңә һинһеҙ нисек ҡыйын икәнде! Ғүмерем буйы һине юҡһынып йәшәнем. Етем булыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ шул.
̶ Эй, улым, улым. Аңлайым ниҙәр кисергәнеңде. Ауыҙыма хужа булмай, һине үҙем иҫән саҡта уҡ етем хәлендә йәшәткәнмен, һуңынан ысынлап та етем итеп ҡуйҙым. Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит, йәме, мине, улым...
̶ Атай, нимә һөйләйһең һин! Минең һиңә бер үпкәм дә юҡ. Миңә ғүмер биргәнһең ̶ шуның өсөн рәхмәт үҙеңә. Атай, мин үҙем дә тиҙҙән атай булырға йөрөйөм бит. Малай буласаҡ, тинеләр. Һинең нәҫел дауам итәсәк, атай! - Искәндәр, ашығып, ҡыуанысы менән уртаҡлаша һалды: “Эх, атайым белһә ҡыуаныр ине”, ̶ тип уйлай ине, бына яйы ла сыҡты бит әйтергә. Атаһының моңһоу йөҙөндә бер миҙгел генә шатлыҡ осмото күренеп ҡалды ла, йылп итеп һүнде.
̶ Улым, ана шуның өсөн һин мотлаҡ ҡайтырға тейешһең. Мин һине етем иттем. Исмаһам, һинең улың етем үҫмәһен. Атаһына арҡаланып, атай наҙы тойоп үҫһен ейәнем. Матур итеп тәрбиәләгеҙ балаларығыҙҙы. Берүк минең хатамды ҡабатлай күрмәгеҙ. Хуш, улым!
“... Мин ҡайҙа ҡайтырға тейеш? Былай ҙа ауылдамын бит. Улыңды етем итмә, тисе. Мин тере лә инде!” – Искәндәр уның һуңғы һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты, тик атаһының китергә булып ҡабалана башлауын күргәс, үрһәләнеп, уға табан тағы уҡталды. Артынан эйәрергә итте. Тик атаһы уға был юлы ҡаты итеп өндәште:
̶ Искәндәр, мин һиңә нимә тинем! Әсәйең көтә бит өйҙә, ҡайғыртма уны!
Әсәһен иҫләгәс, Искәндәр шып туҡтаны. Эйе ләбаһа! Әсәһе күптән ҡайҡандыр, өйҙә борсолоп көтөп ултыралыр әле. Дискотекала уға нимә ҡалған инде, бер аңра һарыҡ һымаҡ, Рәмис артынан эйәреп сығып китмәһә? Анауы әҙәм аҡтығына ныҡ йәне көйгәйне шул. Әсәһен дә йәлләне, Зариф бабаһы менән Фәнисә инәһе алдында ла уңайһыҙ. Тағы, ҡунаҡ тип, шым ғына ултыра ла алмай инде, үҙенә ғүмер бүләк иткән әсәһен күрәләтә әллә кемдән йәберләтеп. Ана бит, хатта атаһы ла, әсәйеңде, һеңлеңде һаҡла, тип тора. Туҡта! Ул дискотеканан ҡайтҡайны ла инде! Эйе, ҡайтҡайны шул! Ҡапҡа төбөнә килеп етеп тотҡаға үрелгәйне, янында ғына ҡара төндө йыртып бысаҡ ялтлап китте... Айварҙың ыржайған йөҙө... Күкрәк тәңгәлендә үҙәккә үткес ауыртыу... Шул саҡ Искәндәрҙең аңына ҡот осҡос ысынбарлыҡ барып етте. Тәүге уйы әсәһе булды: ҡәҙерлеһе тереме икән?! Айвар уның өсөн әсәһенән дә үс алманымы икән? Ул йөрәк ярғыс итеп: “Әсәй!” ̶ тип ҡысҡырып ебәрҙе...
̶ Әсәй!.. Искәндәр көс-хәл менән күҙҙәрен асты һәм томан аша аҡ халат бөркәнгән әсәһенең борсоуло йөҙөн күрҙе. Уның артында күҙҙәре йәшләнгән Нургөлө тора ине...
Читайте нас: