Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 17:32

"Мине ҡарау өсөн йөрөй торғандар ине клубҡа"

Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың бала саҡ хәтирәләре...#Ағиҙелжурналы

– Бала сағыма килгәндә, ғаиләлә өс бала үҫтек: ике апайым һәм мин. Әсәйем ауылыбыҙҙағы участка дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләне. Атайымдың өс ҡатыны бар ине. Һуғыштан һуң, ил ирҙәргә ҡытлыҡ кисергәндә был күренеш бер ҙә генә лә хилафлыҡҡа хисапланманы. Шул өс ғаиләлә иң кесеһе, иң иркәһе, иң танһығы инем. Өс әсәйем дә берҙәй яраттылар: барлыҡ матур кейем, тәм-том миңә генә. Ошо ерҙә шуны ла өҫтәмәксемен: әлеге өс ҡатындың әрләшкәнен, йөҙ йыртышҡанын, береһе икенсе хаҡында ғәйбәт һөйләп йөрөгәнен ишетмәнем һәм күрмәнем. Бөгөн өс көндәш осрашһалар, ни ҡыланырҙар ине икән? Әсәйем үлем түшәгендә ятҡанда кесе әсәйем һуңғы мәлгә тиклем янында ултырып уның күҙҙәрен йомдорҙо. Бына ниндәй оло йөрәкле, миһырбанлы, тәүфиҡле кешеләр уратаһында үҫкәнмен! Билдәле булыуынса, Мостай Кәрим һуңғы сәфәрен беҙҙең яҡҡа, Көнъяҡ Уралға яһаны. Кис оло табын әҙерләнһә лә, ул унан итәғәтле генә баш тартты ла янына мине саҡыртып алды. Шунда йәшәйеш тураһындағы оҙон-оҙаҡ әңгәмә мәлендә, һүҙ араһында әйтә ҡуйҙым:
– Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке өсәү ине.
Мостай ағай, һәр ваҡыттағыса, мәрхәмәтле йылмайҙы ла былай тине:
– Тимәк, һин миңә ҡарағанда өс тапҡырға бәхетлерәк булғанһың!
Шулай итеп, мин бәхетлеләр ҡоронда үҫтем. Ә төп теләгемә килгәндә бала саҡтан драма артисы булырға хыялландым. Йәш саҡта сәхнәнән төшмәнем тиерлек. Шул тиклем бирелеп, барлыҡ илһамымды һалып башҡарам ролемде, йәшерен-батырын түгел, мине ҡарау өсөн йөрөй торғандар ине клубҡа. Халыҡты тамашаға йәлеп итеү маҡсатында гел генә белдереүгә спектаклдә ҡатнашыуым хаҡында яҙып ҡуялар, минең өсөн шуныһы ла оло мәртәбә!
Мәктәпте тамамлағас, киттем сәнғәт институтына. Барып инһәм, фойегә Арыҫлан Мөбәрәков, Хәй Фәхриев, Хөсәйен Ҡудашев, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Йәнбулатоваларҙың фотоларын элеп ҡуйғандар. Күңелде шик биләне: «Бындай ҙа бөйөк шәхестәр һөнәр алған ерҙә моғайын да уҡып булмаҫ…» Ҡурҡтым һәм кире боролдом. Шул баҙнатһыҙлығыма бөгөн дә үкенәм, ә хыялға килгәндә әле лә сәхнәгә сыҡҡым, «йөҙөп» йөрөп, бирелеп, онотолоп уйнағым килә… Әсәйем йәш сағында үпкәһенә һалҡын алдырыу сәбәпле йыш ҡына сирләй ине. Уны дауалағым, һауыҡтырғым килде, шуға ике һабаҡташыма эйәреп Сибай медучилищеһына уҡырға индем дә ҡуйҙым. Уҡыуҙы тамамлағас, бәләкәй генә ауылдың ҙурлығы мунсанан ары китмәгән медпунктында эш башланым. Ары – армия. Яңғыҙ, сирле әсәйемде ҡалдырып сик буйы ғәскәрҙәрендә 2 йыл, 2 ай ҙа 18 көн хеҙмәт иттем. Әсәйем: «Армияға бармағандарҙы егеткә хисапламайҙар!» – тип хеҙмәт итеүемде үҙе талап итте. Элек шундайыраҡ ҡараш ине шул ил алдындағы изге бурысыңды үтәүгә килгәндә, ә хәҙер Армияға бармауҙы батырлыҡҡа тиңләйҙәр. Хеҙмәт итеүҙән баш тарталар ҙа ул, ә беҙҙе кемдер яҡларға һәм һаҡларға тейештер бит?! Армияла хеҙмәт иткән йылдарымды һағынып иҫкә алам. Унда ҡырыҫ тәрбиә алдым, сыныҡтым, ысын ир-егет һыҙаттарын холҡома һеңдерҙем. Өлгөлө хеҙмәт иттем: «Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы»ның ике дәрәжәһенә лә лайыҡ булдым, частең Почет кенәгәһенә индерҙеләр, дәрәжәгә килгәндә һалдатҡа бирелә торған иң юғары дәрәжә – старшинаға өлгәштем. Армиянан һуң Ейәнсура районы дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» станцияһында эшләнем, аҙаҡ ауылыбыҙҙағы яңы асылған табип амбулаторияһын етәкләнем. Армияла ҡушаматым «доктор» ине, ҡайтҡас та тирә-яҡ ауылдағылар, хатта күрше Хәйбулла районынан да миңә ҡабул итеүгә килә торғайнылар. Эске һиҙгерлек менән ауырыуға дөрөҫ диагноздар ҡуйҙым, быуындарҙы урынына ултыртыу менән шөғөлләндем. Кеше һәр саҡ, ҡайҙа ла һәйбәт һәм тырышып эшләргә бурыслы, ҡулыңдан килмәй, теләгең юҡ икән үҙең дә йонсома, башҡаларҙы ла ыҙалатма! Минең тормош принцибым шулай. Бихисап атҡаҙанған исемдәргә, дәүләт наградаларына лайыҡ булдым, ә бына һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә шөһрәт ҡағыҙҙары ғына. Йәл. Ярай, алда бит йылдар бар, сөнки ҡулдарыңда ниндәйҙер сихри йылылыҡ бар, тип миңә һаман да ҡабул итеүгә киләләр. Ә исемдәргә, наградаларға килгәндә, уларға артыҡ иҫем китә һалып бармай. Кешенең кимәлен, талантын ялтырауыҡ ҡалайҙар билдәләмәй бит әле.
Читайте нас: