Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 13:02

“Экология” милли проекты: Башҡортостанда 2024 йылға тиклем барлыҡ сүплектәр бөтөрөлөргә тейеш

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Был хаҡта Башҡортостандың экология министры Урал Искәндәров республика хөкүмәтенең ултырышында хәбәр итте.
Ултырыш барышында “Башҡортостандың тәбиғи ресурстары” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Министр сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтарын арттырыу, сүплектәрҙе таҙалау бурысын ҡуйҙы. Барлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
- 2024 йылға тиклем 2500 сүплек юҡ ителәсәк, сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 25 мең контейнер урынлаштырыласаҡ, Сибайҙа, Учалыла, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Өфөлә һәм Салауатта (икәү) атмосфера һауаһының бысраныуын контролдә тотҡан станциялар төҙөләсәк, - тип билдәләне Урал Искәндәров.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: