Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 11:56

Уҡыу өсөн дә, йәшәү өсөн шарттар шәп буласаҡ

Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы бинаһы төҙөкләндерелә.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы бинаһы төҙөкләндерелә. Проекттың дөйөм хаҡы – 119 миллион һум. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр ителә.
Ошо көндәрҙә бинаны төҙөкләндереү барышы менән республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова танышты. Капиталь ремонтты ағымдағы йылдың ноябрь тамамларға планлаштырыла.
Бинала масштаблы реконтструкция ҡаралған. Юғары ике ҡатты студенттар һәм сит ҡалаларҙан килгән өсөн ятаҡ итеп үҙгәртеп ҡорасаҡтар. Беренсе өс ҡатта дәрестәр өсөн кабинеттар ойоштороласаҡ. Капиталь ремонт тамамланғандан һуң, студенттар өсөн хореография кластары, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт һәм тамаша залы булдырыласаҡ.
Бөгөнгө көндә бинала вентиляция һәм электр менән тәьмин итеү, монтажлау эштәре бара, бөтөн ерҙә тиерлек яңы тәҙрәләр урынлаштырылған. Бер үк ваҡытта индивидуаль йылылыҡ пункты йыһаздарын монтажлауға, иҙәндәрҙе алыштырыуға әҙерлек эштәре бара.
Уҡыу йортон төҙөкләндереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Мәҙәниәт” милли проектын сиктәрендә башҡарыла.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: