Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 11:04

Президент күрһәтмә бирҙе. Рәсәйҙә медицина ярҙамы күрһәтеү тергеҙелә

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин санитария-эпидемиологик хәл тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙеү тураһында бойороҡ бирҙе. Был бурыс Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтелде. Бында һүҙ беренсел, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам хаҡында бара. Ведомство 20 июнгә тиклем бойороҡтоң үтәлеше буйынса яуап бирергә тейеш.
Дәүләт башлығы илдә ауырыу йәнә таралған осраҡҡа сирлеләр өсөн махсуслаштырылған койка урындары фондын һаҡларға ҡушты. Хөкүмәт 10 июнгә ҡәҙәр «санитария-эпидемиология хеҙмәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә» тейеш.
Мәскәүҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡайта башлағандар ҙа инде. 27 майҙа иғлан ителгәнсә, алдағы аҙнала быға тиклем коронавирусты дауалау өсөн үҙгәртелгән дауаханаларҙағы биш меңгә яҡын койка ғәҙәти эш режимына ҡайтарыла. Шул уҡ ваҡытта властар бөтә пациенттарҙы айырым палаталарға урынлаштырырға һәм уларҙан коронавирусҡа тест алырға ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас в