Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 16:07

Мөхәббәт ҡоло. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Ете төн уртаһы. Самат Фәйрузов артыҡ киң булмаған тау йылғаһы аша йөҙә. Йылғаның уң яғындағы һөҙәк ярға урынлашҡан Ялан ауылы егете ул. Самат ашыҡмайынса еңел йөҙә, ваҡыт-ваҡыт арҡаһына ятып, күктәге тулы айҙы күҙләй, ундағы һиҙелер-һиҙелмәҫ төҫмөрләнгән Көйәнтәле ҡыҙҙы эҙләп таба. Ай йоп-йомро һәм яҡты, әйтерһең дә, ҡатын-ҡыҙҙың йылмайған йөҙө. Ҡайһы саҡта был төнгө яҡтылыҡты Урал тауҙары яғынан ел ҡыуып килтергән болоттар ҡаплап китә лә Саматты ҡараңғылыҡта ҡалдыра.
Йылға егеттең кәүҙәһен үҙенең табышы кеүек талғын ғына ағыҙа. Саматҡа тар ғына ҡараңғы коридорҙан йөҙөп барған һымаҡ тойола, әйтерһең дә, был ағым уны бөтөнләй икенсе ят донъяға алып бара. Яр буйындағы нәмәләргә ҡарап та ваҡыт осорон билдәләрлек түгел. Бынан мең, хатта ике мең йыл элек тә әлеге ерҙәрҙә ошолай уҡ тыныс, ошолай уҡ ҡараңғы булған. Шулай уҡ һыуҙа балыҡ ҡарпыған, яр өҫтөнән өкөләр осҡан һәм улар ойоп ятҡан ҡошсоҡтарҙың ояларын туҙҙырған. Эре һәм бәләкәй йәнлектәр, йылғаға төшөп, үтә күренмәле таҙа һыу эскән, морондарын күккә күтәреп, айҙы күҙләгән. Һыуға тамған тамсылар тауышы ғына төнгө тынлыҡты боҙған.
Эргәнән генә, һутлы дала үләндәре өҫтөнән, халыҡтар ағымы үткән. Уларҙы ҡайнар ҡояш көйҙөргән, ҡоралдар аҫҡан кешеләр һаташа-һаташа һаман атлаған, ә арттағы арбаларҙа яңы тыуған сабыйҙар илашҡан, сырхау ҡарттар, әкрен генә ыңғырашып, мәңгелеккә тынып ҡалған. Ат өйөрҙәре йәшел үләнде ашап, тапап, иҙеп бөтөргән, ҡояш артынан барған халыҡтарҙың юлынан елдәр ҡара туҙан ҡуптарған. Скифтар, һундар, бәшнәктәр, ҡыпсаҡтар, монголдар, таныш булмаған тауҙарға ҡарай-ҡарай, был урындарҙан көньяҡтаныраҡ үтеп киткән. Ҡайһы саҡта үҙҙәренең юлбашсыларына ышанысынан дүнгән күскенселәр бында килеп юлығып, урындағы ҡәбиләләр менән ҡанлы бәрелештәргә ингән һәм йә сит-ят ергә мәңгелеккә баштарын һалған, йә хужаларҙы тауҙарға ҡыуған, йә булмаһа изгелек менәнме, өгөтләпме зәңгәр тауҙар теҙмәһе итәгенә һыйынған. Әммә был талаш-тартыштарҙы һәр саҡ ваҡыт шымартҡан, яңы дошман хужаларҙы ҡунаҡтар менән берләштергән, хәҙер инде уларҙың тамырҙарында бер үк ҡан аҡҡан, уртаҡ яу яланында бер үк ҡан ҡойолған. Ҡасандыр ошо тауҙарға һыйынған халыҡтарҙан кәсеп-һөнәр, йыр-моң, хикәйәт һәм шулай уҡ тоҡом-нәҫеленең ҡиәфәтендә йәмшек танауҙар, яҫы биттәр ҡалған.
Дауыллы көндәр, моғайын, ошондай тыныс төндәр менән алмашынғандыр. Әйтерһең дә, шулай Ер-әсә, ҡулдарына ҡылыс алып, томан эсендәге бәхет артынан барған һәм үҙҙәренең дә, аттарҙың да ҡанын аяуһыҙ ҡойған, киң далаларҙың һары ҡылғанынан башҡа нәмәне бар тип тә белмәгән, күсмә тормош менән көн итеүселәргә ек күренгән таш йорттарҙы һәм һарайҙарҙы, ҡәлғә стеналарын, һуғарыу каналдарын ер менән тигеҙләгән батыр улдарына йән тыныслығы биреп, мәңгелек йоҡоға талдырған...
Саматтың йылғанан сыҡҡыһы килмәне. Был көслө, йәш кәүҙәнең үҙенең төнгө табышы икәненә тамам ышанған йылға егетте бәүетә-бәүетә ағыҙҙы. Уң яҡтан Саматтың тыуған ауылы Яландың йорттары ҡарайып күренә, һулдан уға таныш түгел һәм серле Таулы ауылы һуҙылған. Егет тап ана шул ауылға юл тотҡайны.
Ошо бәләкәй генә йылға ике ауылды айырып ята. Бер-береһенә бик яҡын булһалар ҙа, тормошта иһә улар шундай бер-береһенә оҡшамаған. Халыҡтың йөрөр юлдары ла төрлө, сөнки һәр ҡайһыһының үҙ ауыл Советы, район үҙәге бар. Шуның өсөн дә был ике ауыл кешеләре белешмә йәки ниндәйҙер башҡа ҡаҙна ҡағыҙҙары алыу өсөн дә, почтаға ла төрлө яҡҡа йөрөй. Һалым түләргә лә, магазинға ла, депутатҡа йомошо төшһә лә – йәнә төрлө тарафтарға юл тота улар. Байрамдарҙы ла айырым үткәрәләр: һәр кем үҙ урамында, үҙ яланында. Күршеләр бик һирәк кенә ошо йылғаның бейек ярҙарында осраша ла, бер-береһен уҙҙырырға теләгәндәй, ҡара-ҡаршы йырлай башлай. Әммә уларҙың юлдары осрашмай. Сөнки мәктәп тә, ауыл Советы ла, район үҙәге лә төрлө. Хатта армияға ла төрлө хәрби комиссариатҡа саҡырталар.
Шулай итеп йылға ике ауылды – Ялан менән Таулыны, ныҡ айырып тора. Шатлыҡтарҙы ғына түгел, ҡайғы-хәсрәттәрен дә айырым кисерә күршеләр. Үлгән кешене һуңғы юлға оҙатҡанда ла ике ауыл халҡы ла әкрен генә аҡлан буйлап килә лә ҡайын урманы янына еткәс, һәр яҡ тын ғына үҙ эше менән мәшғүл була.
Ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған таштар, ҡыҙыл йондоҙло һәйкәлдәр, ҡасандыр тере саҡта хужалары ҡараған кеүек, бейек ярҙан бер-береһенә өнһөҙ баға...
Йылғалар элек-электән кешеләр яҙмышын бәйләгән. Йылға буйлап сауҙагәрҙәр үҙҙәренең тауарҙары менән барыр еренә еткән, етеҙ елкәндәр аҫтында сапҡынсылар, һуғышсылар елгән, йылға ярҙамында кешеләр мал-тыуарын күсергән, һал ағыҙған, тоҙ алып ҡайтҡан. Йылға бөгөлдәре аша үтеп сыҡмаҫлыҡ тауҙарҙы, һаҙлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Йылғалар ғалимдарға ерҙе аңларға булышҡан.
Тик был бәләкәй генә ярһыу йылға ике ауылды айырған. Яландар ҙа, Таулылар ҙа күпер төҙөүҙе ашыҡтырмай. Һәр ҡайһыһы күпер күршеләргә нығыраҡ кәрәк тип фараз ҡыла. Район үҙәгенән килерҙәр ҙә ике ауылды күпер менән тоташтырып китерҙәр, тип уйлаусылар ҙа юҡ түгел.
...Бөгөн иртән тигеҙ ерҙә урынлашҡан Ялан ауылы менән Таулы ауылы йәштәре йылғаның ике яҡ ярында осрашты. Текә ярҙа торған ҡыҙҙар һәм егеттәр бер-береһенә шундай ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар, әйтерһең, бөтөнләй икенсе донъянан килгән кешеләрҙе күрәләр.
Йәйге йылы көн, ялан, тауҙар өҫтөндәге бейек зәңгәр күк, баҫыу эштәренең тамамланыуы – бөтәһе лә йәштәрҙең кәйефенә тәьҫир иткән, күрәһең. Улар бер-береһен шаярталар, ҡысҡырып көләләр. Шунан теге яҡ ярҙағы йәштәр грамунға ҡушылып, боронғо матур йырҙы һуҙҙы. Был яҡтағылар тын ҡалды, йырҙың бөткәнен көтөп торҙолар ҙа үҙҙәренекен башлап ебәрҙеләр.
Самат, башҡаларҙан ситтәрәк торған ҡыҙҙан күҙҙәрен айыра алманы. Ул ҡыҙҙың ҡара сәстәрен артҡа ташлап баҫып торған нәҙек ғорур һынына һоҡланды. Самат йылғаға яҡыныраҡ килде. Ҡараштары осрашты. Ләкин улар осраша алмай ине. Сөнки, тар булһа ла, араларҙы бүлеп, йылға ята. «Күҙҙәре һоро икән, – тигән ҡарарға килде Самат. – үҙҙәре шаян һәм яғымлы».
Самат менән ҡыҙ араһында йылға аға, ә күктә яңы йыр яңғырай. Ят ҡыҙға ҡараған һайын ул Саматҡа яҡыныраҡ була бара. Мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡарап торғоһо, уның менән һөйләшкеһе килде егеттең.
Самат башын артҡа ташланы ла ҡулдарын күкрәгенә асмай һалды. Теге яҡ ярҙағы ҡыҙыҡай туҡтап ҡалды ла егеткә ҡарап шуны уҡ эшләне. Йылмайған йөҙөндә тештәре ялтырап китте. Тимәк, саҡырыу ҡабул ителде.
Ҡыҙ етди ҡиәфәт менән ҡулдарын артҡа ҡуйҙы ла юрый әкрен генә яр буйлап китте. Шунан йылға яғына боролдо, йәнә уның аҡ тештәре ялтырап күренде.
Ике төркөм дә таралыша башлағас, ҡыҙ, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫкә тырышып, үҙҙәренекеләргә иң һуңғыларҙан булып ҡушылды һәм артына әйләнеп-әйләнеп ҡараны. Самат был осрашыуҙың осраҡлы ғына булмауын һәм ҡыҙҙы онотмаясағын, барыбер уны эҙләп табасағын, үҙҙәренең бергә буласаҡтарын һәм тағы әллә ниндәй тойғоларын нисегерәк аңлатайым икән, тип баш ватты...
Ахыр сиктә уйлап тапты. Самат ҡулдарын болғап ҡыҙҙы үҙенә саҡырҙы. Йәнә ҡыҙҙың тештәре ялтырап китте, ул әкрен генә башын сайҡаны. Тимәк, аңланы. Унан Самат һауала ҡулдары менән йөҙгән хәрәкәттәр яһаны, йылғаға күрһәтте һәм үҙенең күкрәгенә төрттө. Ҡыҙ йылмайҙы ла үҙенекеләр артынан йүгерҙе.
Тынысланып, Самат боролдо ла тыуған ауылы Яланға ҡарай атланы.
* * *
Ул ташлы ярға килеп сыҡты. Ҡоңғорт тәндәренән һыу аға. Самат бәләкәйҙән таныш, әммә бер ҡасан да булмаған ят ярға ҡаушап ҡарап тора.
Болон аша ауылдың өйҙәре ағарып күренә. Тар урамдары төндә ҡарайып торған тау итәгенә үрмәләй.
Самат ҡалҡыуыраҡ ергә баҫты ла йәйге төнгө һауала тәне кибеүен көттө. Таулынан был йылғаға бәләкәй генә инеш ағып төшә, уның ярҙарын таллыҡ ҡаплап алған. Самат ошо инеш ағышы буйлап ҡаса-боҫа ауыл яғына табан йүгерҙе. Егет белә: Таулы егеттәре уға ҡыҙҙы эҙләп табырға ирек бирмәҫ. Самат әле төндә йылғаны аша йөҙөп сыҡҡанда ҡыҙға үҙе исем уйлап тапты. Айһылыу тип матур исем ҡушты уға. Егет инеш буйлап барҙы һәм үҙенә оҡшаған был исемде ҡабатланы, хатта ҡыҙҙың исеме мотлаҡ шулай булыуына ышана ла башланы.
Ауыл осонда Самат кинәт кенә боролдо ла картуф төптәре ҡарайып ултырған баҡса ситәнен урап үтеп, тауға табан үрмәләне.
Ҡайһы саҡ ул йорттарға бөтөнләй яҡын килә, туҡтап, ят ауылдың тормошон байҡай, тын ҡалып, тыңлап тора. Төнгө ихатала әкрен генә ҡарттар гәпләшә. Улар киләсәк уңыш хаҡында һөйләшә, алда үҙҙәрен ниндәй ҡыш көтөүен күрәҙәлек итә, балалары, ейәндәре, ауырыуҙары тураһында һүҙ алып бара. Саматтың тыуған ауылы Яландағы ҡарттар ҙа шулар хаҡында әңгәмәләшә.
Икенсе йорттағы ҡарт эргәһендә ултырған ҡорҙашына үҙенең зарҙарын һөйләй. Самат ул кешене төн ҡараңғылығында тәмәкеһенең уты йыш-йыш ҡабынып алыуынан ғына шәйләй. «Улым хат яҙмай, – ти ҡарт. – Төмәнгә китеүенә ике йыл инде, барлығы ике хат ебәрҙе. Бөтөнләй үк ваҡыты юҡмы икән ни? Ә бит мин уға бөтә йәшлегемде бирҙем. Малай һигеҙ класты үҙебеҙҙә тамамланы. Ун класс белеме булһын тип ике йыл районға йөрөттөм үҙен. Училищела быраулаусыға уҡыны. Мин йәнә ваҡыт табып, гел янына барып йөрөнөм. Әйтеүе генә анһат, Өфө һынлы Өфө тиклем йыраҡ ергә... Ә улар үҙҙәренең Себерҙәрендә, әйтерһең, көнө-төнө нефть эҙләйҙәр, ата-әсәһен иҫләргә лә ваҡыттары юҡ. Эш кешеләр араһындағы туғанлыҡты, яҡынлыҡты оноттора ала микән ни? Беҙ, ҡарттарға, күп йәшәргә ҡалмаған... Ә ата балаларының бөтәһе лә алда, бер иҫенә төшөр ҙә, ай, һуң булыр шул, улым... һуң булыр...»
Кеше ҡайғыһы аптыратты Саматты. Егет ҡарттың алдында төн ҡараңғылығында осҡан бәләкәй генә яҡты осҡондарға ҡарап бер аҙ һүҙһеҙ торҙо ла яй ғына ситкә китте. Икенсе бер йорттоң ишек алдында бәләкәй балалар сыр-сыу килә. Тәҙрәнән төшкән ут уларҙың көләс йөҙҙәрен, туҡтауһыҙ хәрәкәтләнгән аяҡ-ҡулдарын яҡтырта. Балалар йыш ҡына тәгәрәп тә китә, ләкин береһе лә иламай – күрәһең, ер-әсә үҙенең бәпәйҙәрен һөйөп-наҙлап күкрәгенә ала. Сөнки улар иртәгә ошо ерҙе һөрә, йәшеллеген һаҡлай, яратып тәрбиәләй торған кешеләр бит. Юҡ, былар аталарынан өлгө алмаҫ. Улары яңылышлыҡ менән йәки кәрәкмәгән ҡыйыулыҡ күрһәтеп балаларға килешмәгәнсә ер-әсәгә ҡарата мәрхәмәтһеҙерәк булалар.
Түбәнгә төшөп барышлай, Самат түбәһе тимер ҡалай менән ябылған биш мөйөшлө йорт яғынан шым ғына һөйләшкән һәм көлөшкән тауыш ишетте. Йөрәге сәнсеп киткәндәй булды уның, бер аҙға туҡтаны. Ситтән ҡойманың теге яғында эскәмйәлә икәү ултыра. Улар Саматҡа шул тиклем яҡын, ҡулын һонһа, етер төҫлө.
Ҡыҙ аҡ күлдәктән, ҡоңғорт йөҙө ҡабарынҡы ҡара сәстәре менән яртылаш ҡапланған, шунлыҡтан ҡараңғыла бөтөнләй күренмәй тиерлек. Егет тыйнаҡ ҡына эргәһендә ултыра, уның ҡыйыуһыҙ, оялсан тауышы Саматҡа оҡшап ҡуйҙы. Аҡ футболка кейгән егет менән ҡыҙҙың күлдәге араһында тар ҡара һыҙыҡ булып төн баҫҡан. Быныһы ла оҡшаны Саматҡа. Ул йөҙө менән ситәнгә терәлә биреп ҡыҙҙың йөҙөнә текләп ҡараны. Ҡыҙ матур ине. Танауы төҙ, ирендәренән йылмайыу өҙөлмәй.
«Ул түгел, – тип еңел һулап ҡуйҙы Самат. – Минең Айһылыу йыш йылмаймай».
Инде китергә лә булғайны, шул саҡ ҡыҙҙың тәү башлап ҡыйыуһыҙ ғына егеттең яурынына ҡағылып алыуын күрҙе, ә тегеһе, бөршәйҙе лә яуап ҡайтарманы. «Бешмәгән! – тип уйланы Самат егет хаҡында һәм ҡыҙҙы йәлләп ҡуйҙы. – Һине әле өйрәтергә кәрәк...»
Уңайлыраҡ баҫып, ситән араһынан ҡулын тыҡты ла ҡыҙҙың муйынынан һәм яңағынан һыйпаны. Уның тәне ебәк шикелле йомшаҡ һәм нәфис ине.
Ҡыҙ һиҫкәнеп китте һәм саҡ-саҡ ишетерлек итеп: «Ҡуйсы, Хәйҙәр...» – тигән булды, үҙе бөтә кәүҙәһе менән егеткә йылышты. Самат икенсе ҡулын тығып, егеттең биленән ныҡ итеп ҡосаҡлап алды ла ҡыҙға шыуҙырҙы. Ғәжәпләнергә лә өлгөрмәйенсә егет ҡыҙға табан боролдо һәм уның үбешергә әҙерләнгән ярым асыҡ ирендәрен күреп, өнһөҙ ҡалды. Түҙемһеҙ Самат, үҙен фашлауҙарынан ҡурҡһа ла, йылғырлыҡ күрһәтеп бармағы менән егеттең елкәһенә төрттө. Ҡайнар ирендәр ҡушылды, ә Самат «бешмәгән» өсөн ғәрләнеп, уның ҡулын алды ла ҡыҙҙың яурынына һалды. «Ой, Хәй-ҙә-әр...» – тип ыңғырашты ҡыҙ һәм ике ҡулы менән дә егеттең муйынынан ҡосаҡлап алды.
Самат, ҡәнәғәт йылмайып, эйелә-эйелә ары йүгерҙе.
* * *
Дәртле тальян гармуны ишетелә, шуға ла шатланған Самат етеҙ һәм еңел аҙымдар менән атлай. Мөхәббәт һәм аҙым һайын һаҡлап торған ҡурҡыныс егеттең күҙ нурҙарын да, ишетеү һәләтен дә үткерерәк иткән. Ә хәҙер ул, әйтерһең, күҙгә күренмәй торған кеше, йорттар эргәһенән тып-тыныс китеп бара, үҙенә таныш булмаған был ауылдың бөтә тормошон, ҡайғыларын һәм шатлыҡтарын байҡап, ишетеп бара төҫлө.
Клуб инешкә яҡын ғына урынлашҡайны. Ул ҙур итеп таштан һалынған. Самат бында йәшәүсе йәштәргә көнләшеп тә ҡуйҙы – үҙҙәрендә, Яланда, клуб бәләкәйерәк, ағастан эшләнгән һәм тар. Шуныһы шатландырҙы Саматты, Таулыла, уларҙағы кеүек, йәштәр йәй көнө тынсыу клубҡа тығылмай, ә урамда күңел аса.
Тарбайып торған ике ботаҡ араһына гармунсы ултырып алған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡаласа бейей: түңәрәк яһап баҫҡандар ҙа кем нисек булдыра ала, шулай ҡылана – ҡулдарын баш өҫтөндә болғай, яурындарын, янбаштарын һелкетә.
Самат ҡыҙҙы шунда уҡ таныны. Ул башын бер аҙ артҡа ташлап, кәүҙәһен ғорур тотоп бейей ине. Самат, тубығынан ләмгә батып, әкрен генә инештең теге яғына сыҡты, ҡомһыулыҡҡа күтәрелеп, ҡыуаҡ аҫтына боҫто.
Йәштәр парлашып бейей ине инде. Ҡыуанысҡа ҡаршы, Саматтың ҡыҙы ҡулдарын битараф рәүештә күкрәгенә ҡаушырып, яңғыҙы баҫып тора ине.
Ут яҡтыһы эргәнән төшкәнгә, ҡыҙҙың йөҙө күләгәлә ҡалғайны. Самат «Айһылыу»ҙың йоҡаҡ кәүҙәһенә, артҡа ташланған иңдәренә ҡараны. Ул бер нимә лә ишетмәҫ булды. Әйтерһең дә, гармун да уйнамай, егеттәр үҙ-ара ҡысҡырып һөйләшмәй ҙә, көлмәй ҙә. Тик вальс әйләнгән парлылар араһынан ғына яңғыҙ ғорур ҡыҙҙың кәүҙәһе Саматҡа берсә күренеп ҡала, берсә ҡаплана.
Ниндәйҙер ҡыҙҙың көлгән тауышы уны айнытып ебәрҙе.
– Ә мин бер яланғас егеттең инештең был яғына сыҡҡанын күргәйнем. Ҡайҙа булды икән ул?
– Шыр яланғасмы? Ныҡлап ҡараныңмы, Нәзифә? – тип һораны егеттәрҙең береһе, һәм башҡалар хахылдап көлдө.
– Мин уны яңы ғына күрҙем, ул беҙҙең яҡҡа сыҡты, – ҡыҙ оялып тормай дауам итте. – Миңнисаға бына былай күрһәткән теге ялан егете түгел микән ул?
Ҡыҙ, ҡулдары менән һыуҙа йөҙгән һымаҡ, ишара яһаны.
– Миңниса, кейәү егетен көт, – тип ҡысҡырҙы ниндәйҙер ҡыҙ. – Салбар әҙерләп ҡуй.
Йәнә бөтәһе лә хахылдашты, Самат үҙенең иртән төрлөсә ымлап күрһәтеүен йәштәрҙең аңлауын тойоп ғәрләнде. Тағы шуға үкенеп ҡуйҙы: «Исеме лә бит уның Айһылыу түгел. Миңниса... Ә барыбер матур: Миңниса. Миң-ни-са... Бик матур исем».
Егет әлеге исемде ҡабатланы, үҙе ҡыҙға ҡараны, ә тегеһе әхирәттәренең ирештереүенә ҡымшанманы ла, боролоп та ҡараманы.
– Бәхетең йөҙөп киләсәк, – был һүҙҙәрҙе береһе дуҫтарса әйтте. – Мотлаҡ йөҙөп киләсәк, Миңниса.
– Бер ваҡыт та беҙгә бишәү йөҙөп килгәйнеләр ҙә ул, – тип ҡушылды уйнауынан туҡтаған гармунсы. – Дүртәүһе генә әйләнеп ҡайтты. Беләбеҙ инде ул яландарҙы...
– Улары хәмер ҡолдары ине, – тип өндәште түҙмәй Миңниса. – Был ялан кешеһе – мөхәббәт ҡоло...
Ҡыҙ, ҡулдарын ҡаушырған килеш, йылмайҙы. Самат уның аҡ тештәренең ялтырап китеүен абайланы һәм ҡыуанып уйланы: «Яҡланы... Тимәк, бая ярҙа минең йөҙөп килеремә ышанған?»
Миңниса башын түбән эйҙе, ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй баҫып торҙо ла урамға ҡарай атланы. Гармунсы тальянының күреген шундай кслө итеп тартты һәм ҡыҙыу-ҡыҙыу уйнап ебәрҙе. Хатта Самат та түҙмәйенсә устары менән яланғас тубыҡтарына һуғып алды һәм аяҡтарын алмаштырып баҫты.
Инеш буйында үҫкән талдарға ҡаса-боҫа ул юлын дауам итте. Ҡыҙ яҡындағы өй артына боролдо.
* * *
Ул ниңәлер ҡабалана ине, етеҙ аҙымдарын йүгереү алмаштырҙы. Әммә ғорурлығы ҡыҙға былай эшләргә ҡамасауланымы, йәнә атлап ҡына бара башланы.
Самат йыраҡтан ҡыҙ артынан күҙәтеп килә. Үҙен арттан ҡыуыусы булмауына ышанғас, картуф баҡсаһы аша урамға йүгереп сыҡты ла кәртәләр күләгәһенә ышыҡланып атлауын дауам итте. Ҡыҙ хәҙер эргәнән һәм бер аҙға ғына алдан бара ине. Оҙон әге аяҡтарына бәрелеп уны туҡтатырға тырыша һымаҡ. Һыуынған төнгө һауа тауҙарҙан төшөп кескәй инеш һәм бынан күренмәгән йылға өҫтөн томан булып ҡаплаған. Ләкин Саматтың яланғас тәне төн һыуыҡлығын һиҙмәй. Ул уттай яна, мөхәббәт ғазаптары кисерә ине. Ваҡыт төшөнсәһе юғалды. Егет үҙҙәренең ошолай төн ҡараңғыһы менән айырылып бергә күпме сәғәтме, минутмы – барыуҙарын белмәне.
Самат донъяһын онотоп атланы, тик ата-бабаларҙан ҡалған һиҙгерлек уның мейеһенә хәүефле сигналдар ебәрә ине – ул хатта төнгө томан менән бергә үҙе янында ҡуйыра башлаған яман ҡурҡыныс барлығын бөтә тәне менән тойҙо.
Ул арала ҡыҙ ҡырт ҡына тыҡрыҡҡа боролдо, урамдың теге яғына сыҡты һәм тау итәгендәрәк ултырған йортҡа ҡарай йүнәлде. Тәҙрәлә ут юҡ. Йорттан түбән табан урам картуф баҡсаһына барып тоташа. Унан ары туғай йәйрәп ята. Йылға өҫтөндәге томан әкренләп тирә-яҡҡа тарала бара, төнгө тын туғай ҙа аҡ һөт кеүек томан менән ҡапланған.
Ҡапҡа янында туҡталып, ҡыҙ төнгө тынлыҡҡа ҡолаҡ һалды. Тирә-яҡ тып-тын һәм ул тәрән көрһөнөп, ишек тотҡаһына үрелде.
– Миңниса... – ҡойма ышығында йәшеренеп торған Самат шым ғына өндәште.
Ҡыҙ тиҙ генә боролоп ҡараны һәм төнгө урамға текләне. Ел иҫеп, уның сәстәрен туҙғытты. Ҡыҙ тағы тотҡаға үрелде.
– Миңниса... – тип ҡабатлап өндәште Самат был юлы ҡысҡырыбыраҡ һәм яҡын килде.
Ҡыҙ әйләнеп ҡараманы.
– Был мин, Самат, Ялан ауылынан...
Егет бөтөнләй яҡын килде һәм тағы ҡыҙға өндәште:
– Миңниса...
Ҡыҙ яй ғына башын бороп, Саматҡа текләне.
– Ҡурҡма, – тине Самат. – Минең өҫтә кейемем юҡ – йылға аша йөҙөп сыҡтым, һинең яныңа...
– Ә һин... матур икәнһең.
Ҡыҙҙың тауышында Самат үкенес ишеткәндәй булды. Егет тағы ла бер аҙым атланы ла, ҡыйыулығы етеп, Миңнисаның яурындарынан тотоп алды һәм һиҙәп кеүек бәләкәй генә танауына, ослайып торған яңаҡтарына текләп ҡараны.
Самат ҡулдарын төшөрҙө, тәнендә ниндәйҙер еңеллек юғалды, һәм быға тиклем серле тойолған ят ауыл уның Яланынан бер нимәһе менән дә айырылмай ине тиерлек.
«Беҙҙең ауылда ҡыҙҙар матурыраҡ, – тип күңелһеҙ генә уйланы ул. – Ниндәй елдәр ташланы һине бында, боронғо скифтар ҡыҙын? Әллә һундар ҡыҙымы һин?»
Миңниса күҙҙәрен күтәреп ҡараны. Уларҙа ҡурҡыу сағыла ине.
– Кешеләр мәжнүндәрҙе яратмай.
– Ни өсөн? – тип һораны Самат, төндөң һалҡыная барыуын яңы ғына тойоп. – ...Кем һуң ул Мәжнүн?
– Боронғо шағирҙар мөхәббәттән баштарын юғалтҡан кешеләрҙе шулай атаған.
– Уларҙы элек яратмағандар, – тип төҙәтте Самат.
– Уларҙы әле лә яратмайҙар, – тип ҡаршылашты ҡыҙ. – Уларҙан көләләр. Һинең әҙәм көлкөһөнә ҡалғың килмәйҙер бит?
– Миңә барыбер, – тине Самат һәм ҡулдары менән үҙенең яурындарын ҡосаҡланы. Ул өшөй башлағайны.
– Беҙҙең егеттәр сит егеттәрҙе яратмайҙар, – тип иҫкәртте ҡыҙ, ҡараштарын алмайынса. – Айырыуса һеҙҙе, яландарҙы.
«Күҙҙәре аҡыллы һәм моңһоу, – тип уйланы Самат. – Йөҙө лә былай ҡәҙимге генә».
– Ни өсөн һеҙ беҙҙе яратмайһығыҙ? – тип һораны ул.
– Күңелле йәшәйһегеҙ, – тине ул. – Күп һөйләйһегеҙ. Ялҡауланаһығыҙ... Бәлки далала йәшәүе еңел булғанға шулайҙыр. Иген мул, бесән күп. Ә беҙҙә, тауҙарҙа, ҡыйын. Йән аҫырау өсөн ете ҡат тиреңде түгергә кәрәк.
– Бер айырмаһы ла юҡ, – тине егет. – Һеҙҙә лә, беҙҙә лә шул уҡ хеҙмәт көнө...
– Барыбер һеҙгә еңелерәк, – тип ҡаршылашты ҡыҙ.
«Ҡайҙан бындай ғорурлыҡ? – тип уйланы үҙ алдына Самат. – Башын юғары тота, яурындары ҡаҡса ғына, беҙҙекеләргә оҡшамаған. Атил ҡыҙымы әллә? Уға ике мең йыл элек тыуырға кәрәк булған...»
Егет көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Һин кемдең улы? Нимә яратаһың? – тип һораны ҡыҙ. Самат уның тауышында, ҡымтылған ирендәрендә ҡырыҫлыҡ тойҙо.
– Ябай колхозсы Фәтихтең улы мин, – тип етди яуап ҡайтарҙы егет. – Былтыр тарих факультетына имтихан биреп ҡараным. Быйыл тағы барам.
– Ниңә тәүгеһендә инә алманың? – тип һораны ҡыҙ.
– Күрәһең, оҡшамағанмындыр инде, – тип ҡыҙға һаман етди ҡараны һәм үҙ алдына уйланы: «Башҡаса мин бында йөҙөп килмәм, ахыры...»
– Төҫ-башыңа ҡарап һине оҡшатмауҙары мөмкин түгел, – тип бойоҡ ҡына яуап ҡайтарҙы ҡыҙ. – Моғайын, бында... башҡа сәбәптәр барҙыр?
Ул бармағы менән сикәһенә төртөп күрһәтте һәм әкрен генә көлдө.
Ҡыҙҙың йылмайған һәм балҡып киткән йөҙөнә ҡарап Самат та көлөп ебәрҙе. «Ә барыбер күҙҙәре ниңәлер моңһоу, – тип уйланы ул. – Нимәлер кисергәнме... әллә быуаттарҙан киләме?»
– Һаҡлан! – тине ҡыҙ көтмәгәндә, ҡапыл һағайып.
Миңниса менән һөйләшеп хәүефһеҙлек хаҡында бөтөнләй онотҡан Самат тиҙ генә артына әйләнеп ҡараны һәм ҡалҡыулыҡтан үҙҙәренә табан төшөп килгән бер нисә кешене күрҙе.
– Йүгер, Самат! – тип ҡысҡырҙы ҡыҙ һәм ҡулдары менән егеттең арҡаһына төрттө.
– Иртәгә!.. – тип өҙөк-йыртыҡ әйтеп өлгөрҙө Самат һәм егеттәрҙең дә йүгерә башлауын һәм бик тиҙ яҡынлашып килеүҙәрен абайланы.
Ҡасыуы оят, әммә улар менән тиң булмаған алышҡа инеүе, яланғас килеш тегеләр алдында әҙәм көлкөһөнә ҡалыуы тағы ла оятыраҡ ине.
– Иртәгә! – тип ҡысҡырҙы ул тағы һәм урам буйлап түбәнгә табан атылды. Уңға-һулға боролғансы урамдың теге осонда егеттәрҙең ҡыуып етәсәген һуңлап аңланы ул.
Ләкин арттан шау-шыу, ҡысҡырыштар, кемдеңдер ыңғырашыуы ишетелде. Самат йүгереп барған килеш артына әйләнеп ҡараны һәм Миңнисаның нисек ерҙән күтәрелеүен һәм икенсе егеткә ташланыуын, ә тәүгеһенең саңда аунап ятыуын һәм күтәрелә алмауын, өсөнсө егеттең Миңниса йәбешкән дуҫы эргәһендә зыр әйләнеүен, алама һүҙҙәр менән ҡысҡырыуын, ҡыҙҙың ҡулдарын тартып алырға маташыуын күрҙе.
– Йүгер! – тип ҡысҡырҙы ҡыҙ, һәм ярһыған Самат уның бойороғон үтәй: аҫҡа табан атыла, урам осонда ситән аша һикереп сыға, картуф баҡсаһынан йүгергәндә ул тыҡрыҡтың уң яғында ла, һул яғында ла егеттәрҙең йәшеренеп тороуын абайлай.
Самат йомшаҡ ерҙән йүгерә, әйтерһең, уның арҡаһында ҡанаттар үҫеп сыға – ул тағы ситән аша еңел генә һикереп үтә һәм яңы ҡамауға саҡ-саҡ эләкмәй ҡала. Был юлы ла уны тиҙлек ҡотҡарып ҡала. Самат егеттәр ҡулынан ҡош кеүек кенә осоп китә һәм туғай буйлап саба.
Арттан Таулы егеттәренең ауыр аяҡ тауыштары ишетелә. Улар ярһып ҡыуып етергә тырыша, ыхылдап тын ала һәм инде тигеҙ ерҙә ялан кешеһен ҡыуып етә алмаясаҡтарын яҡшы аңлай, Айҙы йылым менән тотоуға тиң ул.
– Егеттәр! – тип ҡысҡырҙы арттан кемдеңдер ышаныслы яңғырауыҡлы тауышы. – Туҡтағыҙ! Йылғаға табан йүгерергә кәрәк...
«Икенсе юлды беләләр... – тип уйланы Самат ялан аяҡтары ысыҡлы үләнгә тейгәс тә. – Ләкин мин барыбер һеҙҙән алда өлгөрәсәкмен...»
Болон уртаһында үлән Саматтың тубыҡтарына тиклем, бер аҙҙан биленә саҡлы етә, әммә егет аҙымдарын әкренәйтмәй, тик һулышы ғына ауырая һәм йышая бара. Башта әкрен, аҙаҡ торған һайын көсәйеберәк йөрәге елкенә...
«Иртәгә Миңниса янына тағы йөҙөп киләсәкмен, – тип уйланы ул, алға үҙен ҡотҡарасаҡ йылғаға табан ҡарап һәм тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып. – Вәғәҙә бирҙем... Килмәһәм, ҡурҡты тип беләсәктәр. Ярамай, килергә кәрәк... Мин һеҙҙе тағы ла алдаясаҡмын. Әмәлен табырмын... Миңнисаны ла күрермен. Ә һеҙҙән йәнә ҡасып ҡотоласаҡмын...»
Самат аҙымдарын ҡыҙыулата, һулышы тигеҙләнә, ул йылға өҫтөндәге томандың аҡ һыҙатын күрә. Ҡараңғылыҡта йылға уға йылмайған төҫлө. «Миңниса һымаҡ...» – тип хәтерләй Самат, ҡараштарын шул аҡ һыҙатҡа төбәп һәм бөтә тәне менән һуңғы ынтылышҡа атылып.
Текә ярға йөҙ метр самаһы ҡалғас, ҡапыл яр ситендә егеттәрҙең һындары ҡалҡып сыға. Бер, ике, өс, биш... «Өлгөргәндәр... – тип һиҙенеүе Саматты ҡайнар һыу менән ҡойондорғандай булды. – Ҡайтып еттем тигәндә генә...»
Башҡа ул бер нимә хаҡында ла уйламаны. Бары кешегә быуаттар буйына һалынған һәм унда ойоп ятҡан, бөгөнгө цивилизация донъяһында юғалып өлгөрмәгән үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡалыу кеүек бөйөк инстинктҡа һәм уңышҡа ғына ышанды.
Егеттәр текә ярҙа бер-береһенә яҡын уҡ баҫҡандар ҙа һөҙөргә әҙерләнгән үгеҙ кеүек үҙҙәренә табан атылыусы ялан кешеһен аптырап та, ҡурҡып та көтөп торалар. Улар тағы алданды, сөнки үҙен нахаҡҡа эҙәрләүҙән ҡасҡан кешенән дә саяраҡ һәм хәйләкәрерәк кеше юҡ.
Саматҡа тағы уңыш йылмайҙы. Ул шәп итеп йүгереп килгән ыңғайға ҡанаттарын йәйеп осҡан шикелле, һушһыҙ ҡалған Таулы егеттәренең баштары, яурындары өҫтөнән һикерҙе лә һыуға сумды. Ул һалҡын һыу аҫтында, ҡурҡыныс ярҙан ҡасып, оҙаҡ йөҙҙө. Йылға уртаһына етәрәк Самат ҡалҡып сыҡты ла арҡаһына ятты.
– Эй, һин! Йылғыр! – тип ҡысҡырҙы ярҙан егеттәрҙең береһе. Уның көслө һәм ышаныслы тауышына ҡарап, Самат бая иптәштәренә туғайҙа туҡтарға ҡушҡан егетте таныны. – Ишетәһеңме мине?
– Ишетәм, – тип тыныс яуап ҡайтарҙы Самат.
– Ә һин – маладис! – тип ҡысҡырҙы егет ярҙан. – Ләкин онотма: мөхәббәт ҡоло булһаң да, башҡаса беҙгә аяғыңды баҫма. Үҙегеҙҙән эҙлә кәләште. Килештекме?
Самат яуап ҡайтарманы. Болот араһынан йәнә ай ҡалҡты, әйтерһең, егетте көтөп кенә торған да хәҙер уның ҡайтыр юлын яҡтырта.
Яр башындағы ҡараңғы һындар һаман уны күҙәтәләр ине. Көлөшкән, һөйләшкән тауыштар ишетелә – күрәһең, егеттәр үҙҙәренең бешмәгәнлектәренән һәм Ялан егетенең ҡыйыулығынан, йылғырлығынан көлә ине.
Самат йылға ағышына бирелде, тыуған яҡ ярға килеп төртөлгәнсе йөҙҙө ул. Шунан йылға буйлап үргә табан, үҙҙәренең ауылына еткәнсе, атланы. Ташҡа ултырғас ҡына яраланған, бәрелгән аяҡтарын күрҙе. Уларҙан ҡан һарҡа ине. Самат күҙҙәрен күтәрҙе һәм айлы төндә ағарып күренгән Таулы яғына ҡараны.
Һалҡын аҡыл менән ул Миңнисаның аҡыллы, һағышлы күҙҙәрен, быуаттар төпкөлөнән бирелгән ғорур һынын хәтерләне. Самат баҫҡынсы егеттәргә ҡаршы сыҡҡан ҡыҙҙың бәләкәй, һығылмалы кәүҙәһен күҙ алдына килтерҙе.
«Ундай ҡыҙҙар беҙҙең Яланда юҡ, – тип танырға мәжбүр булды Самат үҙ-үҙенә. – Матурыраҡтар – күпме теләйһең...» «Ниңә ер-әсә үҙенең балаларына матурлыҡ менән аҡылды бергә бирмәй икән?» – тип үкенеп уйланы йәнә Самат.
Быға тиклем таныш булмаған һәм беренсе тапҡыр кисерелгән тәүге үкенес тойғоһонан ул ҡаштарын төйҙө, унда тәүге тәрән һырҙар һалынды...
Икенсе көндө кис менән Самат тағы ла йылға аша йөҙҙө. Ай шундай ныҡ яҡтырта, хатта ул йылға төбөндәге ваҡ таштарҙы ла күрҙе.
Самат үҙенән алда бәләкәс кенә һалды этеп бара. Уға үтекләнгән джинсыһы, киң ҡайышы, сағыу биҙәкле футболкаһы һәм бейек үксәле модалы туфли һалынған. Ҡыҫҡаһы, бында Саматтың ошо көнгә булған бөтә байлығы ята ине.
...Тиҙҙән ул ярға сығыр, байрам кейемен кейер һәм йәшеренмәйенсә Таулы урамдарынан, үҙе яратып өлгөргән, оҙон йәйге көн буйына уның хаҡында уйлап, хафаланған ҡыҙ янына атлар. Әйҙә, ул мөхәббәт ҡоло булһын. Ләкин Самат һуңғыһы түгел. Йылға аша күпер һалырға кешеләрҙең аҡылы етмәгән икән, уның һәм Миңнисаның мөхәббәте Ялан менән Таулы ауылдары араһындағы күпергә әйләнһен.
Читайте нас: