Таһир менән Булат – дуҫтар. Икеһе лә бер фирмала кирбес һала. Эштәре гөрләп бара, аҡсаһын да ҡутарып түләйҙәр. Булат йыш ҡына дуҫы менән серләшеп ала.
– Ҡатын бөтә аҡсаны һыпыра, үҙемә ашарлыҡ ҡына ҡалдыра. Хатта, оят, әсәйгә мең тәңкә лә ебәрә алмайым.
– Минеке лә шулай ине. Ай һайын ике мең тәңкә алып ҡала башланым. Ҡатын тентей, ҡайҙа ике мең тәңкә, ти. Мин әйтәм, армияла хеҙмәт иткәндә мин менеп йөрөгән ат үлде. Хәҙер шуны түләтәләр, тим. “Алдама, хәҙер беҙҙә кавалерия юҡ”, – ти. Ана, телевизорҙан ҡара, Кремль полкында – бар. Мин шунда хеҙмәт иттем, – тинем. Ышанды, әсәйгә лә, үҙемә лә етә.
Булат ҡайғылы төҫтә ҡайтты өйөнә.
– Әллә бер-бер хәл булдымы, – тине ҡатыны, борсолоп.
– Әллә ни түгел, ваҡ-төйәк шунда, – тигән булды Булат.
– Әйт дөрөҫөн, һиңә нимәлер булған.
– Һинән йәшереп булмаҫ, мине бөгөн военкоматҡа саҡырҙылар.
– Тағы армияға алалармы?
– Алһалар, яҡшыраҡ булыр ине. Мин бит сик буйында хеҙмәт иттем, сик һыҙығын дөрөҫ күрһәтмәгәнмен. Бер самолет мин һыҙған карта менән Ҡытайға барып сыҡҡан, летчигын әйтер инем инде, тегеләр бәреп төшөргән. Хәҙер миңә шул самолеттың хаҡын түләтергә ҡуштылар.
– Нимә һөйләйһең?! Һин бит стройбатта хеҙмәт иткәнһең! Кирбес һалғанһың. Үҙең әйттең.
– Дөрөҫ, мин сик буйында хеҙмәт итә башланым, самолет харап булғас, мине ғәйепле итеп, штрафбатҡа, аҙаҡ стройбатҡа күсерҙеләр.
– Ярай, кәрәк булһа, асыҡлармын. Нисә һум? Күпме?
– Ун мең һум. Ай һайын.
Мөнирә ултыра төштө.
– Ужас! Ай һайын ун мең һум?
– Эйе, ун мең һум, ай һайын.
– Уф, хоҙайым, нисә йыл түләргә инде?
– Быныһы – хәрби сер. “Әлегә түлә, хаҡы сыҡҡас, үҙебеҙ әйтербеҙ”, – тинеләр.
Булаттың эштәре көйләнде. Аҡса артығы менән етә: ашарға ла, эсергә лә һәм башҡаһына ла. 2-3 йыл үткәс, Мөнирә ризаһыҙлыҡ белдерә башланы: “Күпме түләргә мөмкин?”.
Бер көн Ленин урамынан китеп баралар ине, Мөнирәнең күҙенә хәрби комиссариат салынды.
– Әйҙә, кереп, бурысыңды белеп сығабыҙ. Күпме түләргә ҡалды икән?
– Ярамай! Хәрби сер, тинеләр. – Булат ҡаршылашты.
Мөнирәне еңеп буламы инде, кереп киттеләр. Үҙҙәрен бер майор ҡабул итте. Мөнирә бөтәһен дә аңлатып бирҙе, күпме түләргә кәрәк, тип һораны. Майорҙың ҡаштары йыйырылды, йөҙө ҡырыҫланды.
– Әлегә һеҙ сығып тороғоҙ, Булат Сабитов, көтөгөҙ, – тине майор. Мөнирәгә сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. – Һеҙ нимә, иптәш Сабитов, ун мең менән тамам шаштырғанһығыҙ бит. Бына мине, әйтәйек, Курск һыу аҫты кәмәһен батырыуҙа ғәйепле тип таптылар, ай һайын биш мең һум түләйем. Ә һин ун меңгә киҙәнгәнһең, сама белергә кәрәк. Ярай, бынан һуң кәмет, һиңә биш мең еткән.
– Рәхмәт, – тип, Булат сығып китте.
Военкомат алдында ҡатыны өтәләнеп көтөп йөрөй:
– Йә, нимә тине, нимә тине?
– Эште уйҙың, – тине Булат башын эйеп, – һиңә эйәреп ғүмерҙә йөрөмәҫлек. Хәрби серҙе асҡанһың, дәүләт именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанһың. Хәҙер ай һайын ун мең түгел, ун биш мең түләйәсәкһең, тине майор.
– Уф, хоҙайым, ун биш мең! – тип, Мөнирә илап ебәрә яҙҙы.
– Ярай, уныһын ғына түләрбеҙ. Баш һау булһын. Тик башҡа кешегә һөйләп йөрөмә.
Шулай килештеләр. Һаман да түләйҙәр, шикелле. О, беҙҙең самолеттар шәп һәм ҡиммәт бит!